Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 130 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ләкәк
һаҡалдар, Кирилловтың Өфөлә ятҡан сағында уҡ әле йыйылып, уға хат яҙҙылар. Үҙе менән һөйләшеп аңлашыу өсөн йөрөкшәләр ебәрелде. Ләкин батша һәм Сенат тарафынан ҙур вәҡилиәтлек алған Иван Кириллов, үҙен үҙе бик юғары ҡуйып, Рәсәй мәнфәғәте өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған был мөһим эште башҡарыуҙа халыҡ менән әҙәм рәтле мөғәмәлә итеүҙе кәрәкһенмәйенсә, илселәрҙең һүҙен йүнләп тыңламаны. Ғ. Ибраһимов.
ЛӘКӘК и. диал. ҡар. сәкән. М [Ку-ҙыйкүрпәс] балаларҙың туптарын, уҡтарын, ләкәктәрен талап алып, йөҙәтә торған булған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ЛӘКӘҪ (Р.: слезящийся от воспаления (о глазах); И.: sodden; T.: yaşaran) с. диал. ҡар. лысбык.
Һыуланып, сейләнеп торған; лысбыҡ (күҙгә ҡарата). □ Слезящийся от воспаления (о глазах). Ләкәҫ күҙ.
ЛӘҠӘП I (ләҡәбе) [ғәр. ч-^] (Р.: прозвище; И.: nickname; T.: lâkap) и.
1. Тағылған исем; ҡушамат. □ Прозвище. Ләҡәп биреү. Ләҡәп тағыу. ■ Теге һары Санай тип ләҡәп алып өлгөргән Кириллов үҙе һуң ҡалайыраҡ әҙәм? Ғ. Ибраһимов.
2. Кешенең үҙенә алған икенсе исеме. □ Псевдоним. Әҙәби ләҡәп. Ләҡәп алыу. Табын — Жәлил Кейекбаевтың әҙәби ләҡәбе.
ЛӘҠӘП II [ ғәр. ч^] (Р: шутка; И.: joke; Т: şaka) и. иҫк. һөйл. ҡар. лаҡап.
Көлдөргәс һүҙ. □ Шутка, смешное слово. Ләҡәп һөйләү. М [Раузаның] сәғәттәр буйы урам уртаһында тороп ләҡәп һатырға ла, сүбәккә ҡалдырғансы кеше сәйнәргә лә ваҡыты юҡ. Т. Ғарипова. Тик ара-тирә юҡ-барға низағлашып йә ғауғалашып киткән саҡтарҙа ғына әсе теллеләр кемдең кемлеген ләҡәп итеп иҫкә төшөргөләгән: башҡорт киҫәге, мишәр килмешәк, әтәмбәй. Ғ. Хөсәйенов.
ЛӘЛИМ и. зоол. диал. ҡар. шамбы.
ЛӘЛ-ЛӘЛ I (Р: впервые вставать на ножки (о ребёнке)', И.: toddling; T: çocuğun ilk defa ayaklarına kalkması) и. бал.
Аяҡ өҫтө, аяҡ үрә (яңы баҫа башлаған сабый балаға ҡарата). □ Впервые вставать на ножки (оребёнке). Ләл-ләл баҫыу.
ЛӘЛ-ЛӘЛ II (Р: ну-ну, давай-давай; И.: there!; T: hele hele!) өнд.
Баланы аяҡ өҫтө баҫырға өндәгәндә әйтелә. □ Возглас, которым подбадривают ребёнка, когда он впервые встаёт на ножки: ну-ну, давай-давай.
ЛӘЛӘ [фарс. <№] (Р: тюльпан; И.: tulip; Т: lale) и. бот.
Ләлә сәскә лел эр ғаиләһенә ҡараған, ҡыңғырау сәскәле, шыма ҡыяҡ япраҡлы гөл. □ Тюльпан (лат. Tulipa gesneriana). Сыбар ләлә. Һыу ләләһе. Ләлә сәскәһе. Һары ләлә. ■ Далала ҡыҙыл ләлә илереп сәскә атҡан мәлдә яу саба килгән төрөктәр менән казактар араһында ҡаты алыш булды. М. Кәрим. Ер оҙаҡламай йәшеллеккә, ҡырағай мәк, ләлә сәскәһенә күмеләсәк. Ә. Хәкимов.
ЛӘЛӘ СӘСКӘЛЕЛӘР (Р: лилейные; И.: liliaceae; T: zambakgiller) и. бот.
Һуғанбаштар ғаиләһенә ҡараған, төрлө-төрлө төҫтәге ҡыңғырау сәскәле, шыма ҡыяҡ япраҡлы баҡса гөлө. □ Лилейные (лат. Liliaceae).
ЛӘМI (Р: ил; И.: silt; T: çamur) и.
1. һыу төбөнә ултырған йомшаҡ тупраҡ һәм батҡаҡ. □ Ил. / Илистый. Ләм ҡатламы. ■ Тик янында ҡыуаҡ һирәгәйә, ләм нығыраҡ ала алҡымдан. Б. Бикбай. [Тирәк ағасы] һыу төбөнә бата ла аҡрынлап ләм уны мәңгегә күмеп китә. Р. Солтангәрәев.
2. диал. Ылымыҡ. □ Водоросль. ■ [Но-рош] ярының буйҙарын шыр баҫҡан, һыу йышып шымартҡан эреле-ваҡлы таштарҙы йәшел ылымыҡ ҡаплаған йә ләм баҫҡан. Н. Мусин.
3. Шифалы батҡаҡ. □ Лечебная грязь. / Грязевой. Ләмгәултырыу. Ләм ваннаһы. Шифалы ләм һәм һыу менән дауалау.
ЛӘМ II [ғәр. е1] (Р: частица с отрицательным значением; И.: not; T: lam) киҫ. иҫк. кит.
Юҡлыҡты белдерә. □ Частица с отрицательным значением прошедшего времени, применяемая с глаголами настоящего, будущего времени. К Уға ләм йәлтәфит лә көл дә ҡуй. Ш. Бабич. Шиғырҙы мотлаҡ тыйыу уңай булмаҫ, һәм йәнә ләһү булһа, ләм йоба-рик. М. Аҡмулла.
130