Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 145 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАГНИТ МӨХИТЕ
йыш булып ала. Магнит аномалияһы булған зона.
МАГНИТ ДАУЫЛЫ и. физ. ҡар. магнит өйөрмәһе. Алдағы аҙнала магнит дауылы көтөлә. Магнит дауылы тәьҫире.
МАГНИТ ДИСКЫ (Р.: магнитный диск; И.: magnetic disk; T.: sabit disk) и.
Мәғлүмәтте компьютерҙың тышҡы хәтеренә туплаусы ҡулайлама; винчестер.
□ Жёсткий (магнитный) диск; винчестер. Магнит дискыһынан мәғлүмәтте модемға күсереү. Файлды магнит дискыһында һаҡлау.
МАГНИТ ИНДУКЦИЯҺЫ (Р: магнитная индукция; И.: magnetic induction; T.: manyetik irgiti) и. физ.
Электр токтары һәм магнитлана ала торған есем эсендәге молекуляр токтарҙың магнит ҡырҙары суммаһын характерлаусы дәүмәл. □ Магнитная индукция. Магнит индукцияһын иҫәпләү.
МАГНИТ ҠЫРЫ (Р: магнитное поле; И.: magnetic field; T.: manyetik alan) и. физ.
Даими магнит йәки электр сымы тирәһендә магнит көсөнөң тәьҫире беленгән арауыҡ. □ Магнитное поле. Ерҙец магнит ҡыры. Кеше организмының магнит ҡыры. Магнит ҡыры боҙолоуы.
МАГНИТЛАНДЫРЫУ (магнитландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. магнитлау, понуд. от магнитлау. Ағас һәм һөйәк тараҡтарҙан башҡа тараҡтар сәсте магнитландыра. Эбонит таяҡты магнитландырыу. В Әгәр ҙә 2—3 сеанстан һуц һыҙланыу үтмәй икән, балсыҡ әҙерләгән һыуҙы магнитландырырға кәңәш итәм. «Киске Өфө», № 30, 2012.
МАГНИТЛАНЫУ (магнитлан-) ҡ. төш. ҡар. магнитлау, страд, от магнитлау. Синтетик кейемдең магнитланыуы.
МАГНИТЛАТЫУ (магнитлат-) ҡ. йөкм. ҡар. магнитлау, понуд. от магнитлау. Маг-нитлатылған таяҡса менән тәжрибә күрһәтеү. Һыуытҡыс ишектәрен магнитлатыу. Ҡапҡаны магнитлатыу.
МАГНИТЛАУ (магнитла-) (Р: намагничивать; И.: magnetize; T.: mıknatıslamak) ҡ.
Нимәгәлер магнит үҙенсәлеге биреү.
□ Намагничивать. // Намагничивание. Тимерҙе магнитлау.
МАГНИТЛЫ (Р: магнитный; И.: magnetic; T.: mıknatıslı) с.
Магнит үҙенсәлегенә эйә булған. □ Магнитный. Компастың магнитлы теле. Магнитлы таҫма. Магнитлы тимерташ. М Ҡояш нурҙары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән магнитлы биологик көстәр уларға [ағастарға ] бер-береһенә тартылырға, шунда тамыр йәйеп, үҫентегә яңынан морон төртөргә ярҙам итә. Д. Бүләков.
МАГНИТЛЫ КАРТА (Р: магнитная карточка; И.: magnetic card; T.: manyetik kart) и.
Шәхси мәғлүмәтте магнит яҙма ярҙамында яҙҙырған йоҡа ғына магнит ҡатламы менән ҡапланған ҡатырға йәки пластмасса (мәҫәлән, магнит кодлы танытма документ, асҡыс, пропуск, банк карточкаһы). □ Магнитная карточка. Магнитлы карта менән үтеү.
МАГНИТЛЫЛЫҠ (магнитлылығы) (Р: магнитность; И.: magnetism; T.: magnetiz-ma) и.
Магнит үҙенсәлеге барлығы. □ Магнитность, магнетизм. Руданың магнитлылығы. Кояш таптарының магнитлылығы.
МАГНИТЛЫ УҠ (уғы) (Р: магнитная стрелка; И.: magnetic needle; T.: mıknatıslı iğne) и.
Күсәр тирәләй әйләнеүсе, магнит үҙенсәлегенә эйә уҡ. □ Магнитная стрелка. Магнитлы уҡ вертикаль хәлдә тора. Магнитлы уҡтың тирбәлеше. Компастың магнитлы уғы һәр саҡ төньяҡҡа йүнәлгән була.
МАГНИТ МЕРИДИАНЫ (Р: магнит ный меридиан; И.: magnetic meridian; T.: manyetik meridyen) и. физ.
Магнит ҡырындағы көс һыҙығының проекцияһы рәүешендә ер өҫтөнә төшөрөлгән фарази һыҙыҡ. □ Магнитный меридиан. Магнит меридианына параллель һыҙыҡ. Магнит меридианына перпендикуляр.
МАГНИТ МӨХИТЕ и. физ. ҡар. магнит кыры. М Ҡояштан бүленеп сыҡҡан зарядлы өлөшсәләрҙең Ерҙең магнит мөхите менән аралашыуы һөҙөмтәһендә ҡеүәтле өйөрмә барлыҡҡа килә. «Киске Өфө», № 30, 2012.
145