МАГНЕТИК
1. Магниттың һәм электрлы сымдың ҡайһы бер еҫемдәрҙе тарта йәки этә торған үҙенсәлеге. □ Магнетизм (физическое свойство магнита). Эбонит таяҡтың магнетиз-мы. Тимер магнетизмын өйрәнеү.
2. Еҫемдәрҙең магнит күренештәре һәм үҙенсәлектәре тураһындағы тәғлимәт. □ Магнетизм (учение о намагничивании тел и явлений). Магнетизм курсы.
3. кит. Үҙенә тартып тороусы, буйһондороусы көс. □ Магнетизм. Шәхестең маг-нетизмы бик көслө ине.
МАГНЕТИК (Р.: магнетический; И.: magnetic; T.: magnetizma) с.
Магнетизмға мөнәсәбәтле. □ Магнетический; магнитный. Магнетик тәьҫир. Магнетик көс.
МАГНЕТИТ [рус.< нем. < гр. magnetis] (Р: магнетит; И.: magnetite; T.: manyetit) и.
Магнит үҙенсәлектәре булған тимер ҡатнаш ҡара төҫлө минерал. □ Магнетит (магнитный железняк). Магнетит мәғдәне. Магнетит ятҡылығы. Н Магнетит .. ер аҫтында, ергә магмалар йырып ингән урындарҙа барлыҡҡа килгән. Д. Бураҡаев.
МАГНЕТО [рус. < ингл. < гр. magneto] (Р: магнето; И.: magneto; T.: manyeto) и. физ.
Эске яныулы двигателдәрҙә осҡон барлыҡҡа килтереп, яғыулыҡты тоҡандырып ебәреү өсөн хеҙмәт иткән алмаш ток генераторы. □ Магнето (генератор переменного тока для образования искры зажигания). Магнето ҡабыҙыу. Магнето тоҡандырыу. ® Әллә Өлфәт әйткәс иҫенә төштө [шофёрҙың], әллә шуны уйлаған булған, магнетоны асты, контактты кесерәйтте. Ғ. Лоҡманов.
МАГНЕТРОН [рус. < гр. magnetis] (Р: магнетрон; И.: magnetron; T.: manyetron) и.
Ҡеүәтле электрон лампа. □ Магнетрон (электронная лампа). Магнетрон яҡтыһы. Магнетрон ярҙамында яҡтыртыу.
МАГНИЙ [рус. < лат. magnösium] (Р: магний; И.: magnesium; T.: magnezyum) и. хим.
Химик элемент, ап-аҡ булып яна торған еңел, йомшаҡ аҡ металл. □ Магний. / Магниевый. Радиоактив магний. Магний окисы. ■ Ҡайһы бер ваҡыт япраҡтар
йәшеллеген юғалтып, һеңерсәләре араһында һары таптар барлыҡҡа килеүен күрергә мөмкин. Был — тупраҡта магний етешмәй тигән һүҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005. Сәтләүектәге фосфор һәм магнийҙың мейе күҙәнәктәренең эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫире көслө булһа, ундағы калий, тимер, көкөрт, цинк һәм баҡыр ҡан тамырҙарын, йөрәкте, нервы системаһын һаҡлай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
МАГНИЙЛЫ (Р.: магниевый; И.: magnesium; T.: magnezyumlu) и. хим.
Составында магний булған. □ Магниевый. Магнийлы кальций. Магнийлы һыу. Магнийлы ризыҡтар. Магнийлы мәғдәндәр. ■ Юғары төҙөлөшлө карбон кислоталарының кальцийлы һәм магнийлы тоҙҙары һыуҙа эремәй. Интернет селтәренән.
МАГНИТ [рус. < гр. magnetis] (Р: магнит; И.: magnet; T.: mıknatıs) и.
1. махс. Ҡайһы бер еҫемдәрҙе үҙенә тартыу йәки этәреү үҙенсәлегенә эйә булған есем. □ Магнит. / Магнитный. Магнит мәғдәне. Магнит һынауы. Магнит резонанслы томография. Ерҙең магнит ҡыры. ■ Өҫтәүенә, боксит рудаһы магнитының үҙенә тартыу үҙенсәлеге лә бик түбән. Н. Мусин. Кеҫәгеҙҙә һыуытҡысҡа йәбештерелә торған теләһә ниндәй магнит йөрөтөгөҙ. «Киске Өфө», № 19, 2012.
2. кү см. Ыңғай сифаттарға эйә, үҙенә тартып торған кеше хаҡында. □ Магнит (о положительном человеке). М Ҡалай матур итеп көлә! һоҡланып, аптырап ултырҙы Зәһүрә. Был кешенең ниндәйҙер магниты бар ине. «Ағиҙел», № 2,2010.
МАГНИТ АНОМАЛИЯҺЫ (Р: магнитная аномалия; И.: magnetic anomaly; T.: manyetik anomali) и. физ.
1. Ер шарының ҡайһы бер урындарында Ерҙең магнит ҡыры көсөргәнешенең бик йыш үҙгәреүе. □ Магнитная аномалия (постоянное изменение магнитного поля Земли). Магнит аномалияһының тәьҫире.
2. Магнит күрһәткесенең норманан күп булыуы. □ Магнитная аномалия. Магнит аномалияһы көтөлә. Магнит аномалияһы
144