МАГНЕТИЗМ
2. Юғары көстәргә ышаныуға нигеҙләнгән йолалар йыйылмаһы. □ Магия (совокупность считающихся чудодейственными обрядов и заклинаний, призванных воздействовать на природу, людей, животных и богов). Аҡ магия. Ҡара магия. Магия менән эш итеу. Магияға мөрәжәғәт итеу.
МАГМА I [рус. < гр. magma] (Р.: магма, И.: magma; T.: magma) и. геол.
Ерҙең иң тәрән ҡатламында барлыҡҡа килгән утлы шыйыҡ матдә. □ Магма (огненно-жидкая масса внутри земного шара). / Магматический. Ҡайнап сыҡҡан утлы магма вулкан булып урғыла. Диңгеҙ төбөндәге ҡатҡан магмалар. Базальт магма. Гранит магма. ■ Магманың химик составында Менделеев таблицаһының барлыҡ химик элементтары ла бар. Интернет селтәренән.
МАГМА II [рус. < гр. magma] (Р.: магма, И.: magma; T: magma) и. мат.
Алгебралағы структураның йомоҡлоғон йәки сикле булыуын күрһәтеүсе бер бинар-лы ғәмәл. □ Магма (базовый тип алгебраической структуры). Дөйөм алгебралағы магма термины. Магма ғәмәленең сиселеше.
МАГМАЛЫ (Р: магматический; И.: magmatic; T.: magmah) с. геол.
Магма ҡатнашҡан, магманан торған, барлыҡҡа килгән. □ Магматический. Магмалы тау тоҡомдары. Магмалы ер ҡатламдары.
■ [Вулкан] ер ҡабығының ныҡ булмаған һәм ярылған урындарында магмалы газдар баҫымы аҫтында сыға. Интернет селтәренән.
МАГМАТИК с. геол. ҡар. магмалы.
■ Бында [Урал арты территорияһында] ултырма тау тоҡомдарынан тыш, магматик тау тоҡомдары ла киң таралған. М. Хисмәтов.
МАГНАТ [рус. < урта лат. magnat] (Р: магнат; И.: magnate; Т.: magnat) и.
1. Сәнәғәт һәм финанс әлкәһендә оло капиталға эйә булғандарҙың бер вәкиле. □ Магнат (представитель крупного промышленного и финансового капитала). Нефть магнаты. Магнат булып танылыу. ■ [Морат:] Бында иң ҙур кеше һин
[Азамат], тиҙәр. Ташауыҙҙың нефть магнаты икәнһең. Р. Солтангәрәев.
2. тар. Ҡайһы бер Европа илдәрендәге ер биләүсе; эре феодал. □ Магнат (крупный феодал, помещик в некоторых странах Европы). Польша магнаттары. Ер билэусе магнаттар.
МАГНЕЗИЙ [рус. < яңы лат. magnezium] (Р: магнезия; И.: magnezium; T.: magnezya) и. хим.
Составында магний әсетмәһе йәки тоҙо булған еңел аҡ порошок. □ Магнезия. Аҡ магнезий. Яндырылған магнезий. Каучук етештереуҙә магнезий ҡушыу. ■ Магний карбонатын икенсе төрлө магнезий тип атап йөрөтәләр. Интернет селтәренән.
МАГНЕЗИИ ЛЫ (Р: магнезиальный; И.: magnesian; T.: magnezyah) с. хим.
Составында магнезий булған. □ Магнезиальный. Магнезийлы фибролит. Магнезийлы цемент. ■ Каустик етештергәндә магнезийлы ҡатнашма ҡушалар. Интернет селтәренән.
МАГНЕЗИТ [рус. < лат. magnesium] (Р: магнезит; И.: magnesite; T.: manyezit, lületaşı) и. хим.
Магнийҙың углекислый тоҙо, аҡ йәки һары төҫтәге минерал. □ Магнезит.» Углерод кислотаһы тоҙҙары — карбонаттар — эзбизташ, мәрмәр, аҡбур, магнезит доломит ятыштарын барлыҡҡа килтерәләр. Картотека фондынан. Төбәк файҙалы ҡаҙылмаларға бай — тимер, хром, ҡурғаш, цинк, флюорит, һибелмә алтын, барит, магнезит ятыштары бар бында [Белоретта]. Башҡортостан календарынан.
МАГНЕЗИТЛЫ (Р: магнезитовый; И.: magnesite; T.: manyezitli) с. хим.
Составында магнезит булған. □ Магнезитовый (содержащий магнезит). Магнезитлы тау тоҡомдары. Магнезитлы ер әсе була. Аҡ магнезитлы цемент. Магнезитлы кирбес.
МАГНЕТИЗМ [рус. < гр. magnetis] (Р: магнетизм; И.: magnetism; T.: magnetizma) и. физ.
143