Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 147 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАГНОЛИЯ
Магнитлы таҫмаға йәки сымға тауышты яҙып, яңынан ишеттерә торған аппарат.
□ Магнитофон. / Магнитофонный. Магнитофон таҫмаһы. Магнитофонға яҙыу. Магнитофон аша көй тыңлау. Музыка радио аша магнитофон таҫмаһына яҙып бирелә. Ж [Рәмзил:] Йәл, өйҙән портатив магнитофонды алмағанмын. Д. Бүләков.
МАГНИТ ӨЙӨРМӘҺЕ (Р.: магнитная буря; И.: magnetic storm; T.: magnetik fırtına) и.
Ер шары магнетизмының кинәт ҡыҫҡа ваҡытҡа бер ниндәй тәбиғәт закондарына тап килмәгән үҙгәреүе (йыһандың кеше организмына, башҡа тереклеккә, төрлө техникаға, телефон бәйләнештәренә ауыр йоғонто яһаған магнит тәьҫире). □ Магнитная буря. Магнит өйөрмәһе тәьҫир итә. Н Ерҙә уртаса ҡеүәттәге магнит өйөрмәһе 13 мартта ла күҙәтелде, ләкин уның әүҙемлеге баҫыла төштө. «Киске Өфө», № 11, 2012.
МАГНИТ ПОЛЮСЫ (Р.: магнитный полюс; И.: magnetic pole; T.: magnetik kutup) и. геогр.
Ерҙең магнит ҡырына 90° менән йүнәлтелгән Ер шары өҫтөндәге шартлы нөктә.
□ Магнитный полюс. Төньяҡ магнит полюсы. Көньяҡ магнит полюсы. Магнит полюсына экспедиция.
МАГНИТ-РЕЗОНАНСЛЫ ТОМОГРАФИЯ (Р: магнитно-резонансная томография; И.: unenhanced [baseline] magnetic resonance imaging; T.: manyetik rezonans görüntüleme) и.
1. Ядролы магнит резонансы ярҙамында эске ағзаларҙы һәм туҡымаларҙы тикшереү һәм өйрәнеүҙең томографик методы. □ Магнитно-резонансная томография (MPT). Магнит-резонанслы томография үтеү. Магнит-резонанслы томография һөҙөмтәһе. Магнит-резонанслы томография аппараты.
2. Телмәр аппаратын өйрәнеүҙә ҡулланылған ысул. □ Магнитно-резонансная томография (MPT). Магнит резонанслы томография ярҙамында өндәрҙе классификациялау.
МАГНИТ ТАҪМАҺЫ (Р.: магнитная лента; И.: mag-tape; T: ses bandı) и.
Йоҡа магнит ҡатламынан торған мәғлүмәт һаҡлаусы таҫма. □ Магнитная лента (носитель информации в виде гибкой ленты, покрытой тонким магнитным слоем). Магнит таҫмаһына яҙҙырыу. Магнит таҫмаһында һаҡланған мәғлүмәт.
МАГНИТҺЫҘЛАНДЫРЫУ (магнит-һыҙландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. магнитһыҙланыу. понуд. от магнитһыҙланыу. Магнитһыҙлан-дырып бөтөү. Магнитһыҙландыра башлау. Ишек асҡысын магнитһыҙландырыу.
МАГНИТҺЫҘЛАНЫУ (магнитһыҙлан-) ҡ. төш. ҡар. магнитһыҙлау. страд, от магнитһыҙлау. Һыуытҡыс ишеге магнитһыҙланған. Тимер киҫәге магнитһыҙланды.
МАГНИТҺЫҘЛАУ (магнитһыҙла-) (Р: размагничивать; И.: demagnetize; T: mıknatıslığını gidermek) ҡ.
Магнит үҙенсәлеген бөтөрөү, юйҙырыу.
□ Размагничивать. // Размагничивание. Кредит картаһын магнитһыҙлау. Магнитһыҙлау ҡорамалы. Кағыҙ таҫманы магнитлау һәм магнитһыҙлау.
МАГНИТ ЯҘМА (Р: магнитная запись; И.: magnetic record; T: manyetik kayıt) и.
Магнит картаға яҙылған шәхси мәғлүмәт.
□ Магнитная запись. Магнит яҙманы яңыртыу. Магнит яҙманы юйҙырыу.
МАГНОЛИТ [рус.] (Р: магнолит; И.: sort of artifical material; T.: bir tür yapı malzemesi) и. махе.
Яһалма төҙөлөш материалы. □ Магнолит (искусственный строительный материал). / Магнолитовый. Магнолит һатып алыу. Магнолит материал. Магнолит иҙән йәйеү.
МАГНОЛИЯ [рус. < фр. magnolia} (Р: магңолия; И.: magnolia; T.: manolya) и. бот.
Хуш еҫле, эре аҡ сәскәле көньяҡ ағасы йәки ҡыуағы. □ Магнолия. / Магнолиевый (лат. Magnolia). Магнолия сәскәһе. Магнолия еҫе. М Бында магнолия әле сәскәһен ҡойоп бөтөрмәгән. М. Кәрим. Ғилман портфеленән ҙур ғына альбом да алды. Бында Артекта үҫкән ағастарҙың япраҡтарынан коллекция йыйылғайны: магнолия, кипарис ағастарының япрағы. 3. Биишева.
147