МАГО-МАЙМЫЛ
МАГО-МАЙМЫЛ [рус. < фр. magot] (Р: маго-обезьяна; И.: mago monkey; T.: Berberi şebeği) и. зоол.
Африканың төньяҡ-көнбайыш һәм Ев-ропаның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә — Гибралтар тауҙарында йәшәүсе тар танаулы ҡойроҡһоҙ маймыл. □ Маго-обезьяна. Ма-го-маймылды ҡулға эйәләштереу. Цирктағы маго-маймылдар бейеуе.
МАГОНИЯ [рус. < лат. mahonia] (Р: ма-гония; И.: magony; Т.: mahonia) и. бот.
Барбаристар ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел декоратив ҡыуаҡ. □ Магония (лат. Mahonia). Магония уҫтереу. Тротуар буйлап магония ултыртыу.
МАҒАЗИ и. диал. ҡар. магазин. Мағазиҙы бикләп ҡуйыу. Мағази эсе тулы ашлыҡ.
МАГАЗИН [рус. < фр. magazin < ғәр. ] (Р: амбар; И.: granary; T.: ambar) и. диал. ҡар. мөгәзәй.
Иген һала, аҙыҡ-түлек йәки башҡа нәмә тота торған йорт ҡаралтыһы; келәт. □ Амбар, клеть. Мағазиндар көҙгө уңыш менән тулған. Мағазиндарға ашлыҡ ташыу.
МАҒАЛАЙ и. диал. ҡар. маңлай. Мағалай тире бәреп сығыу.
МАҒАЛАЙСӘС (Р: чёлка; И.: forelock; Т.: perçem) и. диал.
Маңлай өҫтөндәге ваҡ сәс. □ Чёлка. Ма-ғалайсәсте ҡырҡыу. Мағалайсәсе куҙен ҡаплап тора.
МАҒАНА и. диал. ҡар. бағана. Мағана әҙерләу. Мағана ҡағыу. Мағана алып ҡайтыу.
МАҒЖУН [ғәр. (Р: лекарство, изготовленное из смеси разных наркотиков; И.: name of medicine made from various drugs; T: macun) и. иҫк.
Мәк орлоғо, әфиүн һ. б. тор наркотиктар ҡушып, иҙеп яһаған дарыу. □ Лекарство, изготовленное из смеси разных наркотиков. ■ Өҫтәл өҫтөндә туҡмасҡа тип баҫып ҡуйған ҡамыр кеуек ҡыҙыл бер нәмә тора. Быны мағжун тиҙәр. Ошо мағжундан һәр кемгә берәр борсаҡ ҡәҙәре генә биреп торалар. М. Ғафури.
МАҒРУЗА [ғәр. (Р: доклад; И.: report; T.: maruzat) и. иҫк. кит.
Тикшереү өсөн йыйылышҡа ҡуйылған мәсьәлә, тәҡдим ителгән фекер. □ Доклад,
мнение, проект. ■ Хуш хәҙер, ҡайтҡас уҡырмын мағруза. Ш. Бабич.
МАДАМ [рус. < фр. madame] (Р: мадам; И.: madam; T: madam) и.
1. Францияла һ. б. ҡайһы бер илдәрҙә ҡатын-ҡыҙға мөрәжәғәт һүҙе. □ Мадам. Мадам София. Мадам Баттерфляй.
2. Элекке заманда тәрбиәсе, гувернантка. □ Мадам (воспитательница, гувернантка). Мадам тәрбиәһендә уҫеу. Мадам һабаҡтарын алыу.
МАДАМКИ [фарс. (Р: итак; И.: so, then; T: mademki) терк. иҫк. кит.
Тимәк, шулай булғас. □ Итак, значит. ■ Мин мадамки хор икән, ник тарһынайым ыҫпай йөрөп. Ш. Бабич.
МАДАПОЛАМ [рус. < фр. Madapollam] (Р: мадаполам; И.: madapollam; T: madampol) и. туҡ.
Беше кизе-мамыҡ туҡыма. □ Мадаполам (хлопчатобумажная бельевая ткань). / Мадаполамовый. Аҡ мадаполам. Мадаполам менән тышлау.
МАДАРОЗ [рус. < лат. Madarosis] (Р: ма-дароз; И.: madarosis; T: madaroz) и. мед.
Тамырҙары тарҡалыу сәбәпле керпектәр булмауы йәки ҡойолоуы. □ Мадароз (отсутствие или выпадение ресниц). Мадароз -дан яфаланыу. Мадарозды дауалау. Мадароз ауырыуы.
МАДЕМУАЗЕЛЬ [рус. < фр. та demoiselle] (P: мадемуазель; И.: mademoiselle; T: matmazel) и.
1. Францияла һ. б. ҡайһы бер илдәрҙә ҡыҙҙарға мөрәжәғәт һүҙе (Великобритания-ла сит ил ҡыҙҙарына мөрәжәғәт). □ Мадемуазель (вежливая форма обращения к девушке во Франции и к девушке-иностранке в Великобритании). Мадемуазель Фиона. Мадемуазель Ламберт.
2. Бала ҡараусы йәш француз ҡатыны; гувернантка. □ Гувернантка-француженка. Мадемуазель бала менән тышҡа сыҡты. Мадемуазель ҡыҙҙарға һабаҡ өйрәтә.
МАДЕРА [рус. < порт.] (Р: мадера; И.: Madeira wine; T: mader) и.
1. Виноград сорты. □ Сорт винограда.
2. Шарап төрө. □ Мадера (крепкое вино из белых и розовых сортов винограда). Мадера менән һыйлау. ■ [Мельбурн:] Ә сау-
148