МАҘА
ҙагәрҙәр өсөн мин һеҙгә бик шәп мадера ултыртам. Н. Асанбаев.
МАДОННА [рус. < ит. mia donna ‘минең ҡатын’] (Р.: мадонна; И.: madonna; Т.: madonna) и.
1. Италияла гүзәл ҡатын-ҡыҙға мөрәжәғәт һүҙе. □ Мадонна. ■ Борон итальяндар мадонна тип ҡатын-ҡыҙға мөрәжәғәт иткән йә әсәһенә ихтирам менән шулай өндәшкән. Интернет селтәренән.
2. Католиктарҙа Изге Мария һәм уның һыны, һүрәте. □ Мадонна (у католиков: Богоматерь, Богородица или Святая Мария, а также её скульптура или живописное изображение). Мадоннаға табыныу. Мадонна һурәте. ■ Мадонна башка терло исемдәр менән дә билдәле: Изге Мария, Богоматерь, Девоматерь, Матерь Божия, Пресвятая Богородица, Пречистая Дева. Интернет селтәренән.
3. кусм. Һоҡландырғыс, һылыу, бөйөк ҡатын-ҡыҙ. □ Мадонна. N Шулай йәшәп ята һинец «экзотикаң» Балтика диңгеҙе буйында [Таня-Таңһылыу]. Үҙе башҡорт, уҙе ап-аҡҡай, уҙе ниндәйҙер кәртинкә — Европа мадоннаһы. Р. Камалов.
МАДОННАРИ [рус. < ит. madonnari] (Р: мадоннари; И.: an artist who paints pictures on asphalt; T: madonnari) u.
Төҫлө аҡбур менән асфальтта һүрәт төшөрөүсе рәссам. □ Мадоннари. Мадоннари-ҙар мәктәбе. Мадоннариҙар конкурсы.
МАДРИГАЛ [рус. < фр. madrigal < лат. matricalis ‘көтөү’] (Р: мадригал; И.: madrigal; Т.: madrigal) и.
Ҡатын-ҡыҙ гүзәллеген маҡтаған мөхәббәт лирикаһы, ҙур булмаған шиғыр. □ Мадригал (небольшое стихотворение, обычно любовного содержания, посвящённое даме и восхваляющее её). / Мадригальный. Мадригал ижад итеу. Мадригал һөйләу. Һөйгәнеңә мадригал арнау. ■ Францияла борон мадригал көтөуселэр йыры булған. Интернет селтәренән. Мадригал, инвектива, идиллия кеуек жанрҙарға ла, Көнсығыш поэзияһынан килә торған мәрҫиә, нәзирә, дастан, ҡисса, тәмҫил жанрҙарына ла бөгөнгө поэзиянан миҫалды купләп табып булыр ине. К. Әхмәтйәнов.
МАДЬЯР [венгр, magyar] (Р: мадьяр; И.: Magyar; T: Macar) и. тар. этн.
1. Венгрҙарҙың үҙ атамалары. □ Мадьяр (самоназвание венгерского народа), венгры. Бөйөк мадьярҙар ере. Мадьяр теле. ■ Клубҡа барыу — Сәлимдең шәхси эше: мадьяр халҡының байрамын курәсәк. С. Повари-сов. Әгәр мадьярҙар уғыр телендә һөйләшә икән, мадьяр ҡаны тотошлайы менән уғыр ҡанынан ғына тормай. «Ағиҙел», № 8, 2008.
2. Шул милләттең бер вәкиле. □ Мадьяр. / Мадьярский. Мадьяр кешеһе. Бер мадьяр һөйләуенсә. ■ Тап мадьяр ымлағанса, ун өйҙө уткәс, улар башҡаларға ҡарағанда ҙур һәм бейегерәк бинаға барып төртөлдөләр. «Ағиҙел», № 4, 2010. Шулай уҡ мадьяр королдәре лә, сығыштары төрөк булһа ла, һуңыраҡ мадьяр-уғыр теленә кускән. Ә.-
3. Вәлиди.
МАДЬЯРСА (Р: по-мадьярски; И.: in Magyar; T: Macarca)/?.
1. Мадьяр телендә. □ По-мадьярски, по-венгерски. Мадьярса аралашыу. Мадьярса хат яҙыу. Мадьярса уҡыу. Мадьярса доклад һөйләу. Мадьярса әңгәмә алып барыу. ■ Ул [утыҙ йәштәр самаһындағы берәу[мадьярса һөйләргә кереште. «Ағиҙел», № 4, 2010.
2. Мадьярҙарға ғына хас. □ По-венгерски. Мадьярса кейенеу. Мадьярса бейеу.
МАДӘМ [ғәр. е^] (Р: всегда, И.: always; T: madem) р. иҫк. кит.
Һәр ваҡыт. □ Всегда. ■ Ник улай тиһең, тегеләр фәҡир заләләттә мадәм. С. Яҡшығолов.
МАҘА I [фарс. û>] (Р: спокойствие; И.: calm; quiet; T: sükunet) и.
Тыныслыҡ кисереүҙән килгән рәхәтлек; йән тыныслығы. □ Покой, спокойствие; нервы. ■ Мал ҡәҙерен белмәгәнгә ҡаза бирер язаһын, ауырыу алыр маҙаһын. Ҡобайырҙан. Ирназар, тамам маҙаһы китеп, ана йығылам, бына ауам тип барғанда, колонна, ниһайәт, Рось йылғаһы бөгөлөндә ялға туҡтатылды. Ә. Хәкимов. • Бай менән ҡоҙа булһаң, наҙланып маҙаңды алыр, ярлы менән ҡоҙа булһаң, теләнеп маҙаңды алыр. Әйтем. Әуәлгенең маҙаһын, һуңғы курер язаһын. Әйтем.
149