МАҘА
♦ Маҙа бирмәү тыныслыҡ бирмәй йонсотоу; тынысһыҙлау. □ Беспокоить, надоедать. Маҙа бирмәй йөҙәтеү. ■ Табан балыҡ серем итә башын төртөп ләмдәргә. Тик өйрәктәр генә бер аҙ маҙа бирмәй уларға: киләләр ҙә ләм аҫтарын керешәләр болғарға. Р. Назаров. Маҙаға тейеү ҡар. маҙа бирмәү. ■ [Ҡыҙ тураһында] артымдан шылтыратып, маҙама теймәһен өсөн, ҡайтырға сыҡҡанда үҙем менән алғайным, тип аңлатырға маташты үҙенең ғәйебен һуңынан егет. «Ағиҙел», № 3, 2012. [Атаһы — Нәркәскә:] Ҡабат Шүлгән буйында һине атыр ир булмаҫ, маҙаңа ла тейерҙәй тирә-яҡта йән булмаҫ. «Аҡбуҙат». Шүлгәненә ун ике, Уралына ун тулып, береһе, арыҫлан менәм, тип, береһе, шоңҡар сөйәм, тип, маҙаһына тейгән һуң. «Урал батыр». Маҙа ебәреү ҡар. маҙа бирмәү. ■ Бер һүҙҙе күп һөйләп, тархан ағайымдың маҙаһын ебәреп йөрөйҙәр. М. Буранғолов. Маҙа китәреү ҡар. маҙа бирмәү. ■ [Мәскәй:] Шунан һуң яуыз Дейеү пәрейҙәр һинең [Ҡуҙыйкүрпәстең] улдарыңдың маҙаһын китәрергә баҙнат итмәҫтәр. «Ҡуҙыйкүрпәс». Сыуал артында бер туҡтауһыҙ, маҙа китәреп, ой сиңерткәһе серелдәй. Я. Хамматов. Маҙаны алыу тыныслыҡты алыу; тынысһыҙлау. □ Беспокоить. Күп һөйләп, маҙаны алыу. ■ Ҡайһы бер саҡта Ләйлә еңел бер йоҡоға киткән була, күп тә үтмәй, теге йүтәл килеп, уны уята, маҙаһын ала. М. Ғафури. Маҙаны боҙоу ҡар. маҙаны алыу. ■ Ошо ваҡыттан алып яуыз сихырсылар тоҡомдоң маҙаһын боҙорға тәүәккәллек итмәҫ. «Ҡуҙыйкүрпәс».
МАҘА II (Р: беспокойство; И.: trouble; Т.: endişe) и. диал.
Ҡыйынлыҡ килтергән мәшәҡәт. □ Беспокойство, хлопоты. Маҙаға һалыу. Маҙа тыуыу. Маҙа күреү. ■ Ҡулды һелтәп донъя маҙаһына, тын бәхетте, беләм, үпмәнем. Туғандарым! Ҡайһы һуҡмаҡ ташлы, ҡайһы юлдан әле үтмәнем? Р. Назаров. Уның [М. Әхмәҙиев] мине [мәҡәлә авторын] һауыҡтырыуға түккән көсөн, кисергән маҙаларын һөйләһәң, китап яҙырлыҡ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010. • Маҙа арты
нан маҙа тыуып тора. Әйтем. Маҙаһыҙҙан маҙа төштө башыма. Әйтем.
МАҘА III (Р: конопля; И.: hemp; T.: kendir) и. бот. диал.
1. Һабағынан сүс, орлоғонан май алына торған тарбаҡай ботаҡлы бейек үлән; киндер. □ Конопля. / Конопляный (лат. Cannabis). Ҡырағай маҙа. Маҙа майы. Маҙа орлоғо. Маҙа баҫыуын һөрөп ташлау.
2. Шул үҫемлектән алынған сүс. □ Конопля. / Конопляный. Тәрәшләнгән маҙа. Маҙа иләү. Маҙа сүсе.
МАҘА КИНДЕР и. бот. ҡар. маҙа. Маҙа киндер һуғыу. Маҙа киндер майы. Маҙа киндер сүсе. Маҙа киндер орлоғо.
МАҘАҠ с. диал. ҡар. мәҙәк. Маҙаҡ хәл. Маҙаҡ ваҡиға һөйләү.
МАҘАҠАЙ I с. диал.
1. ҡар. насар. Маҙаҡай кеше. Маҙаҡай эш.
2. Мөһим булмаған; әһәмиәтһеҙ. □ Неважный. Маҙаҡай китап. Маҙаҡай хәбәр һөйләп тороу. Маҙаҡай хәл.
МАҘАҠАЙ II р. диал. ҡар. насар II.
Маҙаҡай булыу. Маҙаҡай итеп эш башҡарыу.
МАҘАҠАТЛЫ с. диал. ҡар. насар I. Маҙаҡатлы эш ҡылыу. Маҙаҡатлы һуҡмаҡ.
М АҘ АҠ ЛАУ (маҙаҡла-) ҡ. диал. ҡар. мәрәкәләү. Буштан бушҡа кеше көлдөрөр өсөн маҙаҡлай. Еңгәләрҙе маҙаҡлау.
МАҘАҠЛАШЫУ (маҙаҡлаш-) ҡ. диал. урт. ҡар. маҙаҡлау. взаимн. от маҙаҡлау. Эш аралаш маҙаҡлашып алыу. ■ Туйҙа ҡоҙа-ҡоҙасалар менән маҙаҡлаштыҡ, сәмләшеп һынауҙар, ярыштар уҙғарҙыҡ. Экспедиция материалдарынан.
МАҘАҠСЫЛ с. диал. ҡар. мәрәкәсел. Маҙаҡсыл ҡәйнеш. Маҙаҡсыл зат. Маҙаҡсыл егет.
МАҘАЛАНЫУ (маҙалан-) (Р: мучиться;
И.: fret; grill; worry; T.: azap çekmek) ҡ.
Ҡыйынлыҡ, мәшәҡәт кисереү; аҙапланыу. □ Мучиться. ■ Ярар, ҙур ҡаза түгел. Бушҡа ғына маҙаланым һеҙҙе, — тип үкенде юлсы һәм, ауыҙ тирәһен һөртөштөрөп, папирос сығарҙы. И. Абдуллин.
МАҘАЛАУ (маҙала-) (Р: мешать; И.: trouble; T.: rahatsız etmek) ҡ.
150