МАҘАУ
Тыныслыҡты боҙоу, маҙа китәреү. □ Мешать, беспокоить. Бушҡа маҙалау. Маҙалап йөрөу. ■ Әллә ниндәй януарҙар, дейеуҙәр, ялмауыҙҙар [ҡайҙан пәйҙә булғандар?] бер саҡ килеп тулғандар. Мал-тыуарҙы тамаҡлап, көтөу ерен тапалап, улән уҫтермәй, ҡаҡлап, бар ҡәуемде яфалап, көн-төн ил-йорт маҙалап, йөрөп ята, ти, икән. Ҡобайырҙан.
МАҘАЛЫ I (Р.: беспокойный; И.: anxious; uneasy; T: rahatsız) с.
Нимәлер өсөн борсолған, тынғы белмәгән. □ Беспокойный. ■ Кешегә ышанмай, шик һәм шөбһә тотоп, сер менән серләшеп йәшәгән маҙалы әҙәмдең ҡазаһы ла — уҙенән. Ғ. Хөсәйенов.
МАҘАЛЫ II (Р: беспокойно; И.: uneasy troubles; T: huzursuz) р.
Борсоулы, тынғыһыҙ, мәшәҡәтле. □ Беспокойно. Маҙалы йөрөу. Маҙалы куренеу. Маҙалы булыу.
МАҘАМ-БОЛАН (Р: виргинский олень; И.: white tail deer, deer of Virgene; T.: ak kuyruklu geyik) и. зоол.
Төньяҡ Америкала йәшәүсе аҡ ҡойроҡло болан. □ Виргинский олень (лат. Cariacus virginianus). Маҙам-болан балаһы.
МАҘАН I и. диал. ҡар. саман. Маҙан өй. Маҙан һарай. Маҙан кирбес һуғыу.
МАҘАН II (Р: родовые подразделения башкир; И.: Bashkir clanal subdivisions; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, ҡыпсаҡ, ҡара-табын ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтары. □ Родовые подразделения башкир-бурзянцев, кыпчак-цев и кара-табынцев. Бөрйәндәрҙең маҙан араһы. Маҙан араһынан булыу. Маҙандар заты.
МАҘАР I [ғәр. (Р: кладбище; И.: cemetery; T: mezarlık) и. иҫк.
Зыярат, ҡәберлек. □ Кладбище. Ташландыҡ хәлендәге маҙар. Ҡаралмаған маҙар. ■ Душәнбе янындағы Хәҙрәте-Мәуләнә тигән ауылға киттем [Ә.-З. Вәлиди]. Янында Төркөстандың бөйөк суфыйҙарының береһе Яҡуп Чархиҙың маҙары булғанлыҡтан, ауыл ошо исемде алған. Ә.-З. Вәлиди. • Балалы өй — баҙар, балаһыҙ өй — маҙар. Әйтем. Муллаға — маҙар, сауҙагәргә — баҙар. Әйтем.
-МАҘАР II (Р: частица в сочетании с существительным образует парное слово, обозначающее «приблизительность», «неопределённость»; И.: some; T: falan) киҫ.
Ҡайһы бер һүҙгә ҡушылып, билдәһеҙлек мәғәнәһен бирә. □ Частица в сочетании с существительным образует парное слово, обозначающее «приблизительность», «неопределённость»; «некий». Ит-маҙар. Кеше-маҙар. Буре-маҙар. ■ Борон-борон борондан, кеше-маҙар булмаған, килеп аяҡ баҫмаған, ул тирәлә ҡоро ер барлығын һис кем белмәгән. «Урал батыр». [Салауат] һунарға сыҡһа тағы, ҡуян-маҙар атмайсы, буре, айыуҙы ғына тап итергә тырышҡан. Ҡобайырҙан. Бына, гөрләтеп ямғыр яуһа, Аллаһы бойорһа, ҡышҡылыҡҡа тибенлек булһа ла ҡылған-маҙар сығып ҡалыр. «Ағиҙел», № 8,2008.
М АҘ АТЫУ (маҙат-) (Р: мучить; И.: torture; T: işkence etmek) ҡ.
Бер үк нәмә йәки оҡшамаған эш-ҡылыҡ менән йонсотоу, йөҙәтеү, ялҡытыу, тәҡәтте ҡоротоу, теңкәгә тейеү, йәнгә тейеү; ыҙалатыу. □ Мучить, беспокоить, тревожить. Кугәуендәр маҙата. Оҙон юл маҙат-ты. Куп һөйләп маҙата. ■ Хәҙер инде көндөҙгө томра, себен, бөгәләк, кугәуендәрҙең маҙатыуы бөткән. Ғ. Дәүләтшин.
МАҘАУ I (маҙа-) (Р: мучиться; И.: suffer torments; T.: azap çekmek) ҡ. диал. ҡар. ыҙалау.
Бер үк оҡшамаған нәмәнән йәки эш-ҡылыҡтан йонсоу, йөҙәү, ялҡыу. □ Мучиться. Юл тапмай маҙау. Серәкәйҙән маҙау. Теш һыҙлап маҙау.
МАҘАУ II (маҙа-) (Р: неметь; И.: grow numb; T: uyuşmak) ҡ. диал. ҡар. ойоу.
Ҡан йөрөшө әкренәйгәндән йәки быуылғандан иҫһеҙләнеү. □ Неметь. Аяҡтар маҙап китә. Оҙаҡ ултырыуға тән маҙай. Һыуыҡтан ҡулдар маҙай башланы.
МАҘАУ III (маҙа-) (Р: смущаться; И.: blush; become lost; T.: mahcup olmak) ҡ. диал. ҡар. ҡаушау.
Кемдәндер, ниҙәндер оялып, уңайһыҙланып юғалып ҡалыу, ни эшләргә белмәү. □ Теряться, смущаться. // Растерянность,
151