МАҘАҺЫҘ
смущение. Маҙап китеү. ■ Ҡарт айғыр йәш тарпандың һырт бирмәүенә башта бер аҙ маҙап ҡалған. Әкиәттән. Раушания Өлфәтте күреп ҡапыл маҙап китте. Интернет селтәренән.
МАҘАҺЫҘ I (Р.: беспокойный; И.: troublesome; anxious; T.: telâşlı) с.
Тынғыһыҙ, тынысһыҙ, көйһөҙ. □ Беспокойный, тревожный. Маҙаһыҙ бала. Маҙаһыҙ ҡарт. ■ Самауыр ҡайнатып аҙапланған Мәликә, иренә асыуланып, ауыҙ эсенән генә һуҡранды: «Ҡуй инде, ҡуй, шул тиклем дә маҙаһыҙ кеше булырһың икән! Үҙеңде уйламаһаң, исмаһам, малайҙарыңды йәлләр инең». Я. Хамматов.
МАҘАҺЫҘ II (Р.: беспокойно; И.: anxiously; T.: telâşla) р.
Тынғыһыҙ, тынысһыҙ, көйһөҙ. □ Беспокойно, тревожно. Байрамдар маҙаһыҙ үтеп китте. М Күрәһең, йоҡоһон бүлеп, маҙаһыҙ йөрөткәнгә, һаман үпкәләй Рамаҙанға [Су-минов]. Ә. Хәкимов.
МАҘАҺЫҘ III (Р: необременительный; И.: light; easy; T.: kolay) с. диал. ҡар. мәшәҡәтһеҙ.
Ҡыйынлыҡ килтермәгән. □ Необременительный; не связанный с заботами, с хлопотами. Маҙаһыҙ ҡунаҡ. Маҙаһыҙ эш. ■ Аттың алаһы була, күге, ҡараһы була. Кәләш алһаң, ал уңғанын, сөнки маҙаһыҙ була. Таҡмаҡтан.
МАҘАҺЫҘЛАНЫУ (маҙаһыҙлан ) (Р: беспокоиться; И.: worry; T: telâşlanmak) ҡ.
Тыныслыҡ юғалтыу; тынысһыҙланыу. □ Беспокоиться. Бала маҙаһыҙлана. Маҙаһыҙланып йөрөү. ■ Әле шул саҡтың эреле-ваҡлы иҫтәлектәренән маҙаһыҙлана Искәндәр. Ә. Хәкимов. Р. Ниғмәтиҙең «Түрә-ләр барһын һыуға» шиғырында район үҙәгенә бик йыш саҡыртылыуҙан маҙаһыҙланып бөткән колхоз рәйесе хаҡында һүҙ бара. К. Әхмәтйәнов.
МАҘАҺЫҘЛАУ (маҙаһыҙла ) (Р: беспокоить; И.: worry, bother, disturb; T: rahatsız etmek) ҡ.
Кешенең маҙаһын алыу, тынысһыҙлау; бимазалау. □ Беспокоить, тревожить. Маҙаһыҙлаған уйҙарҙан аҙ ғына ҡотолоп то
рор өсөн. ■ Машина компьютеры, ни ҡы-лыуың был, тәгәрмәс иҙелгән бит тигәндәй, бер туҡтауһыҙ сипылдап, маҙаһыҙлай башланы. «Ағиҙел», № 3, 2012. Шул Ҡыпсаҡ иләү-илде, һәр яҡлап яу килеп, маҙаһыҙлап торған, ти. «Ҡыпсаҡ егете менән Башҡорт ҡыҙы».
МАҘАҺЫҘЛЫҠ (маҙаһыҙлығы) (Р. беззаботность; И.: nonchalance; carelessness; T.: kaygısızlık) и.
Ҡыйынлыҡ килтермәү, бимазаламау; мәшәҡәтһеҙлек. □ Беззаботность; беспечность. Маҙаһыҙлыҡ кисереү. Маҙаһыҙлыҡтан сығып китеү. ■ Әүлиә ҡарт шунда: «һай, был әҙәм балаһының маҙаһыҙлығы!» — тип үртәнеп ҡуйҙы. Халыҡ ижадынан.
МАҘРАУ (маҙра-) (Р: блаженствовать; И.: be in (a state of) bliss; T.: safa sürmek) ҡ.
Иркенлек, рәхәтлек тойғоһо кисереү, нимәгәлер ҡәнәғәт булып кинәнеү. □ Блаженствовать, испытывать наслаждение. ■ Ҡырғын — нимә, белмәйсә, яу яфаһын күрмәйсә, маҙрап йәшәп ятҡанда, тора-бара бер заман, ҡарты, йәше, уҙаман Урал тауы яғынан төрлө имеш-мимештәр, хәүеф, йәнә хәтәрҙәр ишеткеләй башлаған. Ҡобайырҙан.
МАЁВКА [рус.] (Р: маёвка; И.: May Day meeting; outing; T.: (devrimöncesi Rusya'da) gizli Bir Mayıs toplantısı) и. map.
1. Революцияға тиклемге Рәсәйҙә эшселәрҙең 1 Майҙа ойоштора торған йәшерен йыйылышы. □ Маёвка (нелегальное собрание революционно настроенных рабочих, устраиваемое за городом в день 1 Мая); митинг. ■ Башҡортостанда беренсе маёвка 1905 йылда үткәрелгән. Башҡортостан календарынан.
2. Совет осоронда йәштәрҙең Май байрамында тауға сығыуы. □ Маёвка. Маёвкаға сығыу. Маёвкала ҡатнашыу. Маёвка үткәреү.
МАЖАР I и. иҫк. ҡар. мадьяр. Мажар халҡы. Борон мажар халҡы күсмә тормош алып барған.
МАЖАР II (Р: фургон; И.: van; T.: kapalı at arabası, van) и. диал.
152