МАЖОРИТАР
Кеше йөрөтөү, йөк ташыу өсөн өҫтө ябып эшләнгән арба йәки көплө машина. □ Фургон. Мажарға онло тоҡтар тейәп ебәреу.
МАЖАРА [ғәр. (Р.: приключение; И.: adventure; T.: macera) и.
Нимәгәлер бәйле ҡыҙыҡлы йәки ҡыҙғаныслы шау-шыулы хәл, ваҡиға. □ Приключение, происшествие, похождение; случай. Юл мажаралары. Туй мажаралары.
■ Быйыл сысҡан йылында тыуғандарҙы ғәҙәттән тыш мажаралар ҡотә. Интернет селтәренән. Инде ут менән һыу мажараһы башланды. М. Кәрим.
♦ Мажара ҡуптарыу (йәки сығарыу) буштан ғына шау-шыу күтәреп, бола сығарыу. □ Вызвать или провоцировать какое-л. происшествие. Мажара ҡуптарып йөрөу. Буштан бушҡа мажара ҡуптарыу. Уйламаған ерҙән малайҙар мажара сығарҙы.
МАЖАРАЛЫ I (Р: приключенческий; И.: adventure(some); T.: maceralı) с.
Төрлө мажаралар булған, шау-шыулы. □ Приключенческий; жуткий, трагический. Мажаралы ваҡиға. Мажаралы сәфәр.
■ «Нур» Өфө дәуләт татар театрында «Мажаралы Яцы йыл» исемле тамаша буласаҡ! Интернет селтәренән. Бөркөт менән булған мажаралы хәл онотолоп та өлгөрмәй, Ғәбит менән Сәғитов һәм уның әшнәләре араһында сираттағы бәрелеш була. «Ағиҙел», № 3,2012.
МАЖАРАЛЫ II (Р: с приключениями; И.: with adventures; T: maceralı) р.
Төрлө мажараларға бай, шау-шыу ҡатыш. □ С приключениями, неприятностями. Мажаралы итеп йөрөп ҡайтыу. Мажаралы ял итеу. ■ [Шәғәле] юлдың былай мәшәҡәтле һәм мажаралы буласағын һис тә куҙ алдына килтерә алманы. К. Мәргән.
МАЖАР ТАРЫҺЫ и. бот. ҡар. могар. ■ Мажар тарыһының ярмалары ҡәҙимге тарыныҡынан вағыраҡ, төҫө һарғылт ҡыҙылыраҡ. Интернет селтәренән.
МАЖИҠ (Р: несознательный; И.: uncon-scientious; backward; T: geri adam) с. диал. ҡар. аңһыҙ.
1. Аңлап, белеп эш итә алмаған, иҫһеҙ кеше. □ Несознательный, отсталый. Ма-жиҡ булыу. Мажиҡҡа әйләнеу. Мажиҡ менән аралашыу.
2. Ҡаты ҡылыҡлы; тупаҫ кеше. □ Грубый, невежливый. Мажиҡ кеше. Мажиҡ булыу. Мажиҡ ир-ат.
МАЖИТ ҺАЛЫУ (мажит һал ) (Р: ткать с узором цвета навоя; И.: weave ornament with the same colour of beam; T: dokumak) ҡ. диал.
Киндерҙе үҙ төҫө менән сүпләп һуғыу.
□ Ткать с узором цвета навоя. Мажит һалынған киндер. Мажит һалып киндер һуғыу.
МАЖОР I [рус. < лат. major] (Р: мажор; И.: major key; T: majör makam) и.
1. муз. Ҙур терцияға ҡоролоп, шатлыҡлы, күңелле бер көй хасил иткән берҙәм тауыштар теҙеме; киреһе — минор. □ Мажор (музыкальный лад, характеризующийся бодрой, радостной звуковой окраской). / Мажорный. Минорҙан мажорға кусеу. ■ Джаз, блюз, реггиҙың мажор көйҙәре иһә кәйефте кутәреугә, депрессиянан ҡотолоуға, тойғолар ҡыҙыулығын һундерергә һәләтле. Интернет селтәренән.
2. кусм. Шатлыҡлы, күңелле кәйеф.
□ Мажор (о хорошем настроении). / Мажорный. Ҡапыл мажорға әйләнеп китеу. Мажорҙа булыу. Һәр саҡ мажор кәйефтә йөрөу.
МАЖОР II [рус. < лат. major] (Р: мажор; И.: a golden youth; T: kaymak tabakası) и. жарг.
Хәлле ғаиләнән сыҡҡан йәш кеше. □ Мажор (советская или российская золотая молодёжь; дети состоятельных родителей). Мажорҙар менән аралашыу. Мажорға ҡаршы сығыу. Мажор булыу.
МАЖОРИТАР I [рус. < фр. majoritaire < лат. major] (Р: мажоритар; И.: majority voted candidate; T: çoğunluk sistemi, oy çokluğu sistemi) и. сәйәси.
Күпселек тауыш менән үткән кандидат йәки кандидаттар исемлеге. □ Мажоритар (кандидат или список кандидатов, собравших наибольшее число голосов). Мажори-тар менән таныштырыу. Мажоритарҙар араһында хупланған ҡарар.
МАЖОРИТАР II (Р: мажоритарный; И.: majority; T: çoğunluk sistemi) с. сәйәси.
153