МАЖЫЙ
Күпселек тауышлы, күпселеккә ҡараған (һайлауҙар системаһында: был система буйынса, билдәле бер округта күпселекте алған партия кандидаты осон бирелгән тауыштар ғына иҫәпкә алына). □ Мажоритарный. Һайлауҙарҙың мажоритар системаһы. Ма-жоритар принцип буйынса үтеү. Мажоритар демократия. Мажоритар акционер.
МАЖЫЙ с. диал. ҡар. мажиҡ 2. Мажый кеше менән аралашыуы ауыр. Тормошта мажый ир-аттар осрап ҡуя.
МАЗАЙЫУ (мазай-, мазая) ҡ. диал. ҡар. иркәләнеү. Мазайып тороу. Мазайып йөрөү.
МАЗАН (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Башҡорттарҙың ҡыпсаҡ ырыуы аймағы. □ Название родового подразделения баш-кир-кыпчакцев. Ҡыпсаҡтарҙың мазан араһы. Маҙандар тирмәһе. Маҙандар иләүе.
МАЗАР [ғәр. J>] (Р.: кладбище; И.: cemetery; T.: mezarlık) и. иҫк. ҡар. маҙар.
1. Үлгән кешеләрҙе күмә торған урын; зыярат, ҡәберлек. □ Кладбище. ■ Бында [һират ҡалаһында] ҡомартҡыларға иғтибарһыҙ ҡарауҙы билдәләп, шуны иҫкә алыу ҙа етә: XV быуаттың икенсе яртыһында мәҙәни тормоштоң башында торған һәм ҡала йәмғиәте хәйриә үҫешендә ғәйәт ҙур роль уйнаған бөйөк төрөк шағиры Алишер Навои мазарының урынын белгән бер кем дә юҡ ине. Ә.-З. Вәлиди.
2. Изгеләр, әүлиәләр ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған ҡоролма. □ Мазар, мавзолей (надгробное сооружение с изображением святых). Йәсәүи мазары. ■ Мостафа Кемаль Ататөрк мазары Төркиәнең «Аныт-ҡәбер» зыяратында ҡуйылған. Интернет селтәренән.
МАЗ БУЛЫУ (маз бул-) ҡ. диал. ҡар. мас булыу 1. Ойотҡоға маз булыу. Йәйҙең йылы көндәренә маз булыу. Өйрәк бәпкәләре ямғыр һыуында маз була.
МАЗЛУМ [ғәр. (Р: униженный; И.: humble; demeaned; T.: mazlum) с. иҫк.
Төрлө яҡлап йәберләнгән, иҙелгән, кәмһетелгән. □ Униженный, притесняемый; обиженный. Мазлум йән. ■ Шәреҡтәге бер мазлум милләттең хоҡуҡтары, тулы булмаһа ла, танылғайны. Ун дүрт ай тигәндә, улары ла күккә осто. Н. Асанбаев.
МАЗЛУ М Л ЫҠ (мазлумлығы) (Р: угнетённость; И.: depression; T.: mazlumluk) и. иҫк.
Йәберләнеү, иҙелеү; кәмһетелгәнлек. □ Угнетённость, притеснённость; обижен-ность. Мазлумлыҡтан сығыу. Мазлумлыҡҡа тарыу.
МАЗОК (мазогы) [рус.] (Р: мазок; И.: smear; T: yayma, smir) и. мед.
Микроскоп аша тикшереү өсөн ауырыу кешенең тамағынан, танауынан һ. б. урындан алынған лайлалы шыйыҡса. □ Мазок. Мазок алыу. Мазокты тикшереү. Мазокты анализға биреү.
МАЗОХИЗМ [рус. < ингл. masochism ‘көсләү’] (Р: мазохизм; И.: masochism; Т: mazoşizm) и.
1. Үҙ-үҙеңде көсләп ғазаплау, хәсрәт аша килгән ризалыҡ. □ Мазохизм (склонность к насилию, получение удовлетворения от собственных страданий, самоистязание, самобичевание). Мазохизмға юл ҡуймау.
2. Енси көсләү. □ Мазохизм (вид полового извращения). Мазохизмды тәнҡитләү.
МАЗУ-БАЛЫҠ (мазу-балығы) (Р. ры-ба-мазу; сима; И.: masu salmon; cherry salmon; T: Japon som balığı) и. зоол.
һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған, Тымыҡ океанда һәм Алыҫ Көнсығыш йылғаларында йәшәй торған промысла балығы; сима-балыҡ. □ Рыба-мазу, сима (лат. Опсогһуп-chus masoü). Мазу-балыҡ тотоу. Мазу-балыҡ бешереү. Мазу-балыҡ үрсетеү заводы.
МАЗУРКА [рус. < пол. mazurek] (Р: мазурка; И.: mazurka; T: mazurka) и. муз.
Поляктарҙың милли бейеүе һәм шул бейеүҙең музыкаһы. □ Мазурка (польский национальный танец). Мазурка бейеү. Мазурка өйрәнеү. Мазурка бейегәндәрен ҡарау. Шопен мазуркаһы.
154