Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 155 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙ
МАЗУТ [рус.] (Р.: мазут; И.: masut; heating oil; T.: mazot) и.
Кәрәсин, бензин, газолин ҡыуғандан һуң ҡалған нефть ҡалдығы. □ Мазут. / Мазутный. Мазутҡа буялыу. Мазут мискәһе. Майлау мазуты. ■ Унан [нефттән] бензин, кәрәсин, дизель яғыулығы, мазут, төрлө май яһайҙар. Башҡортостан календарынан. Шул нефтте түгеп, ерҙе әрәм итәбеҙ. Ә бит мазут һеңгән тупраҡ, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, ниндәй уңыш бирһен? Был ер үлде тигән һүҙ. Д. Бүләков.
МАЗУТЛАНЫУ (мазутлан-) ҡ. төш. ҡар. мазутлау, страд, от мазутлау. ■ Ул [Тимер] .. өҫтөнә мазутланған иҫке һырмаһын кейеп, өс ҡосаҡ оло күтәрем утын алып керҙе. Б. Бикбай.
МАЗУТЛАТЫУ (мазутлат-) ҡ. йөкм. ҡар. мазутлау, понуд. от мазутлау. Кейемен мазутлатҡан. Ҡулдарын мазутлатҡан. Тәгәрмәстәрҙе мазутлатыу.
МАЗУТЛАУ (мазутла-) (Р.: покрывать мазутом; И.: overlay masut; dirty with masut; T.: mazotlamak) ҡ.
1. Нимәгәлер мазут һөртөү, буяу. □ Покрывать, мазать мазутом. Арба тәгәрмәстәрен мазутлау. Сана төбөн мазутлап ҡуйыу.
2. Мазут менән бысратыу. □ Пачкать мазутом, һырмаһын мазутлаған. Күлдәкте мазутлау.
МАЗУТЛЫ (Р.: покрытый мазутом; И.: masut stained; T.: mazotlu) c.
1. Мазут буялған, мазутланған. □ Покрытый (пропитанный) мазутом. Мазутлы бүрәнә. Мазутлы арба төбө.
2. Мазутҡа бысранған. □ Испачканный мазутом. Мазутлы ҡул менән таҫтамалды бысратыу. Мазутлы итектә йөрөү. ■ [Мәүсилә:] Өркөүен өркмәнем, мазутлы резина биҙрәһен был кеше [шофёр] шишмәгә сумырып ҡуймаһын тип ҡарап торам. Д. Бүләков. Мазутлы ҡулын ни эшләтергә белмәйенсә аптырап торған егеттең ҡулын үҙе тотоп алды ҡыҙыҡай. Д. Бүләков.
МАЗЫЙ [ғәр. иг-^] (Р: прошедший; И.: past; T.: mazi) с. иҫк.
Үткән, үтеп киткән (заман). □ Прошедший. ■ [Шәкерт:] Шулай, Йәмил ҡазый, хәҙер һеҙҙең эш — мазый. Ғ. Ғүмәр.
МАЗЬ (мазы) [рус.] (Р: мазь; И.: ointment; T.: merhem) и. ҡар. май 6.
Дауалау өсөн ҡулланылған дарыулы май; яғым, дауа майы. □ Мазь. Мазь ҡулланыу. Мазь һөртөү. ■ [Һары мәтрүшкә] мазь рәүешендә шештәрҙән ҡотолоу өсөн ҡулланыла. Башҡортостан календарынан. Сөйәл биттә булһа, 12—20 сәғәткә 60 процентлы салицил майы, өҫтөнән купорослы-майлы мазь һөртөргә. Интернет селтәренән.
МАИДӘ [ғәр. bâjU] (Р; маида; И.: heavensent food for Israelites in the desert; T.: maide) и. иҫк.
1. Әкиәттәрҙә һөйләнеүенсә, ҡом сәхрәһендә ҡалған йәһүдтәргә күктән килеп төшкән ашамлыҡ. □ Маида (еда, упавшая с неба евреям, которые остались в пустыне). ■ Шәриф менән Бәҙриҙең ике күҙе күктә ине. Аҙ ғына болот күренһә, Ғайса пәйғәмбәр ҡәүеменә төшкән маидә кеүек күреп шатланалар ине. М. Ғафури.
2. Аш табыны. □ Стол, накрытый для обеда. Маидәгә саҡырыу. Маидә әҙерләнгән.
МАИЛ [ғәр. ДЬ>] (Р: склонный; И.: prone to, willing; T.: mail) с.
1. Ниндәйҙер эшкә теләге булған, әүәҫ. □ Склонный, способный на что-л. Йыр сығарыуға маил. Таҡмаҡ сығарыуға маил. Йоҡларға маил. ■ Хәниф Әнисәнең шаянға маил йөҙөнә, .. зифа буйына ҡараны. Ф. Вәлиев.
2. Нимәгәлер тартым, оҡшаш. □ Похожий, схожий. ■ Тирә-яғыбыҙҙағы ағастар әҙ генә аҡҡа маил булып тора ине. М. Ғафури.
МАИС [рус. < исп. maiz] и. ҡар. кукуруз. Маис үҫтереү. Маис майы етештереү.
МАЙ I (Р: масло; И.: butter; oil; T.: yağ) и.
1. Ҡаймаҡты туҡып, айранынан айырып алынған туҡлыҡлы аҙыҡ. □ Масло (питательный продукт из сметаны). Икмәккә май яғыу. Май ҡушып ашау. ■ Был вита-
155