Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 156 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙ
мин [D витамины] майҙа, бауырҙа, диңгеҙ аҙыҡтарында, һөт продукттарында, сырҙа бар. Интернет селтәренән. Ҡыҙҙар, үҙҙәре эшкәрткән майын, ҡаймағын баҙарға алып барып һатып, аҡса эшләй. «Киске Өфө», № 48, 2011. • Май сүлмәге тышынан билдәле. Әйтем.
2. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең орлоғонан, сәскәһенән һәм емешенән һығып алынған, иремәй торған ҡуйы шыйыҡса. □ Масло, жир (густая жидкость, производимая из некоторых растений или их семян, цветов). Етен майы. Зәйтүн майы. Киндер майы. Үҫемлек майы. ■ Ҡоймаҡ ҡойоу өсөн бер стакан һөткә бер стакан һыу, көнбағыш майы, әсетке, самалап тоҙ һәм саҡ ҡына шәкәр ҡомо һалабыҙ. «Киске Өфө», № 52, 2011. Уның [меңьяпраҡтың] составында витаминдар, микроэлементтар, фитонцид кеүек эфир майҙары һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005.
3. Төрлө ысулдар ярҙамында табылған ҡуйы шыйыҡса һәм ҡаты матдә хәлендәге масса. □ Масло. / Масляный. Май яғыу. Май буяу. Май тамыу. Май сәсрәү. Май ашау. Май етештереү.
4. Хайуан тәнендәге май ҡатламы һәм шунан алынған аҙыҡ. □ Сало, жир животных. / Сальный, жировой. Ҡаҙ майы. Сусҡа майы. Ҡарын майы. Балыҡ майы. ■ Ҡаҙҙан бүленеп сыҡҡан майҙа картуфты алтын -һары төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырып алығыҙ. «Киске Өфө», № 48, 2011. Ҡурай еләгенән алынған онтаҡты вазелинға (йәки туң майға) ҡушып, дарыу майы әҙерләргә мөмкин. Картотека фондынан. • Һөйәк сәйнәп май сыҡмаҫ. Әйтем.
5. Тере организм һәм үҫемлек туҡымаһындағы һыуҙа иремәй торған матдә. □ Жир (нерастворимое в воде маслянистое вещество, содержащееся в животных и растительных тканях). / Жировой. Май күҙәнәге. Бөйөр майы. Май бөрөү. Май биҙҙәре. ■ [Штангы күтәргәндә] быуындар һәм һеңерҙәр нығына, май массаһы
мускулдыҡы менән алмашына. «Киске Өфө», № 48,2011.
6. мед. Тәнгә һөртә торған шифалы ҡуйы матдә. □ Мазь, крем. Камфара майы. Цинк майы. Күҙ майы. Ыуыныу майы. ■ Был дарыу майын [ҡурай еләгенән вазелин] биттең һытҡылы еренә һөртөргә. Интернет селтәренән. 100 грамм 96 процентлы спирт, 2 грамм резорцин, 2 грамм салицил кислотаһы, 5 грамм касторка майынан торған майҙы дарыуханала эшләтеп алығыҙ, ауыртҡан урындарға һөртөгөҙ. «Киске Өфө», № 37,2012.
7. Матурланыу өсөн тәнгә һөртә торған шифалы ҡуйы матдә. □ Мазь, крем. Бит майы. Эфир майы. ■ Еҫле майҙың еҫе сыҡмай, әллә мисәтләнгәнгә. Халыҡ йырынан.
8. тех. Ышҡылмаһын йәки тутыҡмаһын өсөн төрлө ҡорал-ҡорамалға һөртә торған ҡуйы матдә. □ Смазка, техническое смазочное масло. Мылтыҡ майы. Машина майы. Тәгәрмәс майы. Двигатель майы алыштырыу.
9. Нефттән алынған төрлө яғыулыҡ. □ Горючее, топливо (минеральное масло). Дизель майы. Ер майы. ■ Нефттең һәр компоненты төрлө температура аҫтында ҡайнай һәм унан тәүҙә бензин, артабан парафин, газ, май һәм майлау материалдары бүленеп сыға. «Киске Өфө», № 18, 2012. Ҡанбабалар нефтте «ер майы» тип атаған. Беҙҙең заманда ер майы ғәйәт ҙур иҡтисади, хәрби стратегик һәм сәйәси әһәмиәткә эйә. Башҡортостан календарынан. Әле ер майы, әле шырпы, әле тоҙ бөтөп кенә тора. Ғ. Ғүмәр. Ул [Карам] өйәңке тирәһендә тулҡынып ятҡан иренсәк өйрөлтмәккә текәлде лә шаҡ ҡатты, һыу өҫтөнә күкле-йәшелле май таптары йәйелгән. Нефть бит был! Ә. Хәкимов.
10. миф. Башҡорт мифологияһында көс, һаулыҡ, муллыҡ сығанағы булараҡ киң ҡулланылыш тапҡан ризыҡ. □ Масло, жир (в башкирской мифологии: источник силы, здоровья, неуязвимости). Май ҡаптырыу йолаһы. ■ Бер ҡулың балда, бер ҡулың майҙа булһын. Башҡорт мифологияһынан.
156