МАЙТУС
ҡойроғо һорғолт кук, арҡаһы йәшкелт һоро.
Э. Ишбирҙин.
МАЙТУС I (Р.: большая синица; И.: great tit; T.: büyük baştan kara) и. зоол. диал.
Һары түшле ҡарабаш турғай (башы, туше һәм тушенән ҡорһағы аша ҡойроҡ аҫтына уткән һыҙыҡ ҡара, сикәләре аҡ, ҡанаттары һәм ҡойроғо кук, арҡаһы йәшкелт һоро. Кәуҙәһенең аҫты ике яҡлап һары). □ Большая синица (лат. Parus major). М айту стар туплау ы менән алмағасҡа ҡунған. ■ Май-тус башҡа ҡарабаш турғайҙарҙан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
МАЙТУС II (Р: мающийся (в игре в прятки)', И.: the ‘it’ in hide-and-seek game; T: ebe) и. диал. ҡар. байтус.
Ҡасыш уйынында урында ҡалыусы, эҙләүсе. □ Мающийся (в игре в прятки). Май-тус булыу. Майтустан ҡасыу.
МАЙТУС III (Р.: стрела для прицельной стрельбы; И.: kind of arrow; T.: ok türü) u. диал.
Мәрәй уғы. □ Стрела для прицельной стрельбы. Майтус атыу. Майтус менән төҙләу. Майтус һоноу. Һуңғы майтус.
МАЙТҮБӘ (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Төркмән-көҙәй ырыуына ҡараған башҡорт аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени туркмен-кудей. Майтубә аймағы. Майтубәләр тирмәне. Майтубә араһы тамғалары.
МАЙТҮШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡара-ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған башҡорт аймағы. □ Название одного из родовых подразделений башкир рода кара-кыпчак. Майтуш араһы. Ауылдары менән май-туштәр араһынан. Майтуштәр менән аралашыу.
МАЙ ҺАУЫТЫ (Р: маслёнка; И.: butterdish; T.: tereyağı kabı) и.
Май һалыу өсөн яһалған махсус һауыт. □ Маслёнка. Май һауытын йыуыу. Май һауытына май һалыу. • Май һауыты тышынан билдәле. Мәҡәл.
МАЙ ҺЫҒЫУ (май һыҡ-) (Р: выжимать масло из семян; И.: expression of oil; T.: yağ sıkmak) ҡ.
Тәғәйенле аппарат аша үҫемлек майы алыу. □ Выжимать масло из семян. // Выжимка масла; маслобойный, маслобойня. Билдәле температурала май һығалар. Май һығыу һәм шешәләргә тултырыу цехы. Май һығыу заводы.
МАЙҺЫҘ (Р: без масла; И.: without butter, oil; lean; T: yağsız) c.
1. Май һалынмаған, май яғылмаған, майланмаған. □ Без масла. Майһыҙ икмәк. Майһыҙ ҡоймаҡ. Майһыҙ бутҡа. • Майһыҙ ҡоймаҡ шыумай. Әйтем. Майһыҙ таба ҡупмай. Әйтем.
2. Һимеҙ булмаған, ябыҡ. □ Тощий, нежирный. Майһыҙ ит. Майһыҙ һурпа. ■ [Бәлеш] эслеге әҙерләу өсөн йылҡы, һарыҡ иттәренең майһыҙ өлөшөн, ә ҡаҙҙың туш итен майы менән бергә шаҡмаҡлап (10x10 мм) турағыҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010.
3. Составындағы майы билдәле процентҡа тиклем аҙайтылған; майһыҙлан-дырылған. □ Обезжиренный. Майһыҙ сыр. Майһыҙ кефир. Майһыҙ ҡатыҡ.
4. Тормош-көнкүреш әйберҙәренә йә механик ҡоролмаларға май һөртөлмәгән, майланмаған. □ Несмазанный, не покрытый слоем масла. Майһыҙ ишек шығырлай. Ҡапҡа шарнирҙары майһыҙ. ■ Аттарҙың бышҡырыуы, дағаларҙың бер-береһенә һуғылып уҙ-ара серләшеуе, майһыҙ арба тәгәрмәстәренең шығырлауы нығыраҡ ишетелде. Я. Хамматов. • Майһыҙ тәгәрмәс шығырлай. Әйтем.
5. кусм. Май кәрәкмәгән; ҡаты, ҡоро; урынһыҙ. □ Бессмысленный. Майһыҙ һуҙ һөйләп торма. Майһыҙ хәбәр. • Майһыҙ ҡалаҡ ауыҙ йырта. Әйтем. Мөхәббәт уты майһыҙ ҙа яна. Әйтем.
МАЙ ҺЫҘҒЫРТЫУ (май һыҙғырт-) ҡ. ҡар. май һыҙҙыртыу. Май һыҙғыртып бәрәңге өйрәһе бешереу. Май һыҙғыртып алыу.
170