Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 169 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙ ТУРҒАЙ
alba). ■ Май сәпсеге башҡа сәпсектәрҙән дөйөм аҡ төҫө менән айырыла. Кусмә ҡош.
Э. Ишбирҙин.
МАЙСӘСКӘ (Р.: майник; И.: maian-themum; Т.: may lili) и. бот.
Киң япраҡлы, ап-аҡ тәлгәш сәскәле, күләгәле урындарҙа үҫеүсе күп йыллыҡ үлән. □ Майник, или соль (лат. Maianthemum). Ике япраҡлы майсәскә. Киң япраҡлы майсәскә. Майсәскә халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
МАЙТАБАН (Р: подмётка; И.: sole of a shoe; outsole; T: pençe) и. диал. ҡар. олтораҡ.
1. Аяҡ кейеменең табанына аҫтан өҫтәп һалынған өлөшө; олтан. □ Подмётка. Май-табанлы быйма. Итеккә майтабан һалыу. Кейеҙҙән майтабан ҡырҡып һалыу.
2. миф. Башҡорттар борон майтабан менән төрлө ауырыу, сырхауҙарҙы имләгәндәр, ҡара көстәрҙе ҡыуғандар. □ Подмётка (мифологизированный предмет, имеющий отгонную силу). ■ Игеҙ тапҡан килендең майтабаны имгә килешә. Экспедиция материалдарынан.
МАЙТАЛ и. бот. диал. ҡар. тал. Майтал һап-һары сәскә атҡан.
МАЙ ТАРЫҺЫ и. бот. диал. ҡар. йылан-тел. Май тарыһынан һепертке бәйләу. Май тарыһынан эшләпә уреу.
МАЙ ТАСҠАУ (май тасҡа-) (Р: получать сливочное масло; И.: rinse butter out in cold water; T.: süt yaymak) ҡ.
Ҡаймаҡтан май бешкәндә йыш-йыш һалҡын һыу менән сайҡау. □ Ополаскивать в холодной воде только что сбитое масло. Шишмә һыуында май тасҡау. Һалҡын һыуҙа май тасҡау. И Майҙы оҙағыраҡ һалҡын һыу менән тасҡап, әсеһен бөтөрәһең. Экспедиция материалдарынан.
МАЙТАШ (Р: кварц; И.: quartz; Т.: kuvars) и. диал.
Минерал матдә, кварц. □ Кварц. / Кварцевый. Майташ лампа. Майташ ҡомо. Майташ ҡатламы.
МАЙТ БУЛЫУ (майт бул-) (Р.: устать до изнеможения; И.: be (all) beat up; get much tired; T.: yorgun düşmek) ҡ. диал.
Арманһыҙ булыу; арыу. □ Устать до изнеможения. Майт булып ҡайтыу. Баҫыу эшенән майт булыу.
МАЙ ТӨБӨ (Р: осадок в масле; И.: sediment; dreg; T.: çökelti) и. диал.
Турта менән май ҡушылмаһының май ҡайнатылған һауыт төбөнә ултырмаһы. □ Осадок в масле. Май төбөн ҡырып ташлау. Май төбө менән ҡамыр баҫыу. Май төбө менән бәрәңге ҡыҙҙырыу.
МАЙ ТӨШӨРӨҮ (май төшөр-) ҡ.
1. ҡар. май бешеү. Көндәлек ҡаймаҡтан май төшөрөп тороу. • Май төшөрөргә лә көс кәрәк. Әйтем.
2. кусм. Ябығыу. □ Худеть. Олоғая килә май төшөрөу. Оҙон сәфәрҙән һуң май төшөргән. Ауырығандан һуң май төшөрөу.
МАЙ ТӨШӨҮ I (май төш-) (Р: превращение сметаны в масло; И.: churn butter; T.: süt yaymak) ҡ.
Оҙаҡ туғығандан һуң ҡаймаҡтың майға әйләнеүе. □ Превращение сметаны в масло. ■ Каймаҡты май төшкәнсе туғырға, һуңынан һалҡын шишмә һыуы менән сайҡарға һәм һалҡын ҡараңғы урында йә һыуытҡыста һаҡларға кәрәк. • Һыу яҙып, май төшмәҫ. Әйтем.
МАЙ ТӨШӨҮ II (май төш-) (Р: изливаться (о крови лошади)', И.: haemarrage; T: arpalama) ҡ.
Ҡан һауыу (атҡа ҡарата). □ Изливаться (о крови у лошади). // Кровоизлияние, кровоподтёк. Ат тояғына май төшкән. ■ Таулы-ташлы оҙон юлдан һуң ат тояғына май төшә, юлды дауам итер өсөн аттарҙы ҡуналҡа ерҙә алыштырып алғандар борон. Экспедиция материалдарынан.
МАЙТУБЫҠ (майтубығы) (Р: коленная чашечка; И.: knee-cap; T.: dizkapağı kemiği) и. диал.
Тубыҡ ҡапҡасы. □ Коленная чашечка. Майтубығын ауырттырған. Майтубыҡты бәреу. Йылға һыуы, һайығып, майтубыҡтан ғына ҡалған.
МАЙ ТУРҒАЙ и. зоол. диал. ҡар. май-тус I. ■ [Май турғайҙың] башы, туше һәм тушенән ҡорһағы аша ҡойроҡ аҫтына уткән һыҙыҡ — ҡара. Сикәләре аҡ. Канаттары һәм
169