Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 168 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙРЫҠ
Кәүҙәгә бушаҡ, көсө әҙ; кәрһеҙ, былҡы.
□ Слабый, хилый. Майрыҡ кеше. Майрыҡ булыу. Майрыҡ бала.
МАЙРЫҠ II (Р.: родовые подразделения башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы, үҫәргән, ҡара-ҡыпсаҡ ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтары. □ Родовые подразделения башкир-юрматинцев, усерганцев, кара-кыпчакцев. Майрыҡ араһы. Майрыҡтар араһына ҡарау. Майрыҡ нәҫеле. Майрыҡ аймағы. Майрыҡтар менән аралашыу.
МАЙРЫҠЛАНЫУ (майрьгклан-) (Р: ослабеть; И.: weaken; T.: güçsüzleşmek) ҡ. диал. ҡар. хәлһеҙләнеү.
Хәл бөтөп быуынһыҙланыу, майрыҡҡа әйләнеү. □ Ослабеть, истощаться. ■ Хәйретдин, туҡтау менән, арба тәртәләрен ергә ҡуйып, майрыҡланып ултырҙы. А. Таһиров.
МАЙСЫ I и. зоол. диал. ҡар. ҡыҙылтүш. Майсылар туплауы. ■ Майсылар ылыҫлы һәм аралаш урмандарҙа, ҡышҡыһын төрлө урында, кеше торлағына яҡын йәшәй. Э. Ишбирҙин.
МАЙСЫ II (Р: маслодел; И.: butter maker; oilman; T.: yağcı) и. һөйл.
1. Май бешеү эшендә эшләгән кеше.
□ Маслодел. Майсылар ярышы. Майсылар семинары. Майсы булып эшләу.
2. иҫк. Май һатыусы. □ Продавец масла. Майсынан май алыу. Майсыға аҡ май килтергәндәр. Майсының көндәлек килеме.
МАЙСЫБЫҠ I (ма й сыбығы) (Р: зоп-ник; И.: phlomis herb; T.: dağ çayı) и. бот.
Күп йыллыҡ алһыу һарғылт сәскәләре быуын-быуын урынлашҡан үҫемлек (япраҡтарын тәмләткес урынына файҙаланалар).
□ Зопник (лат. Phlomis). Майсыбыҡ төнәтмәһе. Майсыбыҡ тәмләткесе. Булбеле майсыбыҡ. Сәнскеле майсыбыҡ. Майсыбыҡ — ҡырағай баллы дала уҫемлеге.
МАЙСЫБЫҠ II (майсыбығы) (Р: чилига; И.: broom species; caragana or Siberian peashrub; T.: akasya) и. бот. диал.
Селек ҡыуағы. □ Чилига, жёлтая акация, карагана (лат. Akacia). Майсыбыҡтан һепертке эшләу. Майсыбыҡ әҙерләу.
МАЙ СЫҒАРЫУ (май сығар-) (Р: выжать масло; И.: expression of oil; T: yağ sıkmak) ҡ.
1. Үҫемлек майҙарын алыу маҡсатында тәғәйенле аппарат аша йә башҡа ысул менән май алыу процесы. □ Выжать масло. // Выжимка (только о масле). Етенмайы сығарыу. Көнбағыш майы сығарыу. Мамыҡ майы сығарыу.
2. Нимәнеңдер майын билдәле процентҡа тиклем аҙайтыу; майһыҙландырыу. □ Обезжиривать. // Обезжиривание. Һөттөң майын сығарыу. Сыр майын сығарыу. Эремсектең майын сығарыу.
МАЙ СЫҒАРЫУСЫ (Р.: маслодел; И.: oil-presser; butter manufacturer; T.: yağcı) и. махе.
Май эшләү цехында май һыҡтырып тороусы эшсе. □ Маслобойщик; пахтальщик. Май сығарыусы булып эшләу. Май сығарыусылар цехы. Май сығарыусылар ярышы. Май сығарыусылар семинары.
МАЙСЫЛ I (Р: горицвет весенний; И.: Adonis vernalis; T.: guguçiçeği) и. бот. диал.
Һары умырзая; атрасман. □ Горицвет весенний (лат. Adonis vernalis). Майсыл йыйыу. Майсыл Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Май-сылдар сыҡҡан. Майсыл өҙөуселәргә штраф ҡаралған.
МАЙСЫЛ II и. зоол. диал. ҡар. майгис 1.
■ [Мансылдың] ҡыҙыл һипкелле 9—13 бөртөк аҡ йомортҡаһы була. Э. Ишбирҙин. Турғай, майсыл, сыйырсыҡ, сәукә, ҡарға, буҙ сәпсек, мыр-маҙарҙы ашағас, һуҙ әйтергә оялған. «Урал батыр».
МАЙСЫЛ ТУРҒАЙ и. зоол. ҡар. майгис!.
■ [Майсыл турғай] төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға кусеп йөрөй. Э. Ишбирҙин.
МАЙ СЫПСЫҒЫ и. зоол. диал. ҡар. майгис 1. ■ Май сыпсығы ағас ҡыуыштарында оялай. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә. Э. Ишбирҙин.
МАЙ СӘПСЕГЕ (Р: белая трясогузка; И.: white wagtail; T.: ak kuyruksallayan) и. зоол.
Оҙон ҡойроҡло һәм төҙөк кәүҙәле сәпсектәр ғаиләһенә ҡараған матур ҡош; аҡ сәпсек. □ Белая трясогузка (лат. Motacilla
168