Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 167 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙРЫҠ
МАЙМЫС (Р.: малёк; И.: fry; baby fish; T.: balık yavrusu) и. зоол. диал. ҡар. селбәрә.
Иң ваҡ йылға балығы. □ Малёк. Йылға маймысы. Ажау маймыстары. Быуа маймы -стары.
МАЙМӘШКӘ и. диал. ҡар. майлы бәшмәк. Маймәшкә йыйыу. Тоҙланған маймәшкә.
МАЙНА [рус. < ит. аттата] (Р.: майна, «вниз», «опускай»; И.: ‘down, drop’ command; T.: mayna) и. махе.
Йөк тейәүсе, крансы, төҙөүсе, моряк һ. б. телендә йөрөгән, «түбәнгә!», «төшөр!» тигән мәғәнәләге команда; киреһе — вира. □ Майна (команда «вниз», «опускай» при перемещении тяжести с помощью крана, лебёдки). «Майна» командаһы биреу.
МАЙОЛИКА [рус. < ит. maiolica] (Р: майолика; И.: majolica; T.: majolika) и.
Балсыҡты яндырып эшләнгән һәм ялтырауыҡ йүгертелгән йәки буяу менән буялған әйбер. □ Майолика. / Майоликовый. Майоликалар кургәҙмәһе. Майоликанан эшләнгән сувенирҙар.
МАЙОНЕЗ [рус. < фр. mayonnaise] (Р: майонез; И.: mayonnaise; T.: mayonez) и.
Йомортҡа һарыһы, гәрсис, һеркә, үҫемлек майы һәм башҡа аш тәмләткестәр ҡатнаштырып яһалған соус. □ Майонез. Салатҡа майонез һалыу. ■ Турама өсөн 100 грамм бәшмәк, 2 һуған, 1 ҙур кишер, 2 ҡалаҡ дөгө, 1 «магги» шаҡмағы, 100 грамм краб таяҡсалары, 3—4 бешкән йомортҡа, майонез кәрәк. «Киске Өфө», № 1, 2012. [Өйрәк тушкәһен] тышына майонез һылап, фольгаға урап, духовкаға ҡуям. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005.
МАЙОР [рус. < лат. major ‘өлкән’] (Р: майор; И.: major; T.: binbaşı) и. хәрби.
Капитандан юғары, подполковниктан түбән булған хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәләге офицер. □ Майор. / Майорский. ■ Майор Свиридов урынында кем генә булмаһын, колоннанан ситкә тайпылырға рөхсәт бирмәҫ ине. Р. Әхмәтов. Майор, Фаилдың Башҡортостандан икәнен белгәнгә, уҙе һуҙ
башланы. «Ағиҙел», № 11, 2011. [Ҡаһым турәнең] хәрби хеҙмәттәре өсөн майор, полковник дәрәжәләренә лайыҡ булыуы тураһында хәбәр ителә. Башҡортостан календарынан.
МАЙОРАН [рус. < ит. maiorana] (Р: майоран; И.: marjoram; T.: mercanköşk) и. бот.
Файҙалы, хуш еҫле үлән; күк мәтрүшкә төрө. □ Майоран (душистое травянистое растение). / Майорановый (лат. Origanum majorand). Майоран йыйыу. Майоран кипте-реу. Майорандан гөлләмә.
МАЙОРАТ [рус. < лат. major ‘өлкән’] (Р: майорат; И.: method of bequithing property; T.: ekberiyet) и. этн.
1. Мираҫ тапшырыу формаһы. □ Майорат (в гражданском праве форма наследования недвижимости). Майорат буйынса мираҫ ҡалдырыу. ■ Майорат буйынса мираҫ иң өлкән мираҫсыға ҡала. Интернет селтәренән.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә мираҫ булып ҡала торған ер, шулай уҡ ерҙе мираҫ итеп ҡалдырыу тәртибе. □ Майорат. Майорат ҡалдырыу. Майорат epe.
МАЙОРЛЫҠ (майорлығы) (Р: майорство, майорское звание; И.: rank of major; T.: binbaşı unvanı) u.
Майор дәрәжәһе. □ Майорство, майорское звание. Майорлыҡ алыу. Майорлыҡҡа кутәрелеу.
МАЙОСА (Р: ягодица; И.: buttock; Т.: kabaet) и. диал. ҡар. оса.
Арт һан, ултырыш. □ Ягодица. Майоса-ны имгәтеу. Майосаһына ҡаты ултыртыу.
МАЙРАННАУ (майранна ) (Р: растолстеть; И.: plump; gain weight; T.: şişmanlamak) ҡ. диал. ҡар. һимереү.
Кәүҙәнең һимереүе; йыуанайыу. □ Растолстеть, пополнеть. Кәуҙәһе майраннаған. Олоғая килә майраннай башлау. Майраннап китеу.
МАЙРЫҠ I (Р: слабый; И.: weak; feeble; T.: güçsüz) с. диал. ҡар. сибек.
167