МАЙЛЫ ҠАЙЫШ
МАЙЛЫ ҠАЙЫШ (Р.: название-табу змеи; И.: taboo(ed) name of a snake; T.: yağlı kayış (tabu) и. миф.
Йыландың икенсе атамаһы. □ Название-табу змеи. букв. Жирная плётка. Майлы ҡайыш юлыңды быумаһын. Майлы ҡайыш осрамаһын. ■ Яланда майлы ҡайыш ята. Йомаҡ.
МАЙЛЫ СЕБОРЕЯ (Р.: жирная себорея; И.: seborrhea oleosa] T.: yağlı sebore) и. мед.
Май биҙҙәре эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәпле килеп тыуған тире ауырыуы. □ Жирная себорея. ■ Майлы себорея — май биҙҙәре дөрөҫ эшләмәугә бәйле тире ҡатламдарының ауырыуы. «Киске Өфө», № 11, 2012.
МАЙЛЫ ТАЯҠ (таяғы) (Р.: бита в детской игре; И.: cane in a children’s game; T.: sopa) и.
Балалар уйынында тупҡа һуға торған таяҡ. □ Бита (в детской игре). Майлы таяҡ менән һуғыу. Майлы таяҡты тупҡа тей-ҙереу.
МАЙМА (Р: гольян; пескарь; И.: gudgeon; T.: dere kayası) и. зоол. диал. ҡар. ташбаш.
Ҡара сыбар төҫтәге ваҡ балыҡ; ҡомой. □ Пескарь (лат. Gobio gobio). Йылға тулы майма. Быуала майма урсегән. Майма көтөуе.
М АЙМАҠ и. диал. ҡар. майма. Кул ситендә маймаҡтар куренгеләй.
МАЙМАҢ-МАЙМАҢ БАҪЫУ (май-маң-маймаң баҫ-) ҡ. ҡар. маң-маң баҫыу. ■ Бай ҡатыны уны битенән йәнә бер шап иттереп упте лә маймаң-маймаң баҫып сығып та китте. 3. Ураҡсин.
МАЙМУЛ [фарс. и. диал. ҡар. маймыл. Маймул йылы. Маймул битлеге.
МАЙМЫҠ с. диал. ҡар. майрыҡ. Маймыҡ кәуҙә. Маймыҡ хәрәкәттәр менән. ■ Йәш малдың биле маймыҡ була, шуға курә ҡонан атты оҙон юлға менмәйҙәр. Картотека фондынан.
МАЙМЫЛ [фарс. (Р: обезьяна; И.: monkey; T.: maymun) и.
1. зоол. Тән төҙөлөшө менән кешегә иң яҡын торған һөтимәр йәнлек. □ Обезьяна. / Обезьяний. Маймыл тиреһе. Ата маймыл.
Инә маймыл. ■ Машинала маймыл килә, маймыллана, көлә-көлә. Ф. Туғыҙбаева.
2. кусм. Ҡылансыҡ кешегә ҡарата әйтелә. □ Кривляка. Маймыл кеуек ҡыланыу. ■ [Зәһурә:] Мәҫәлдәге маймылды хәтерләтәһегеҙ. Л. Яҡшыбаева.
3. кусм. мыҫҡ. Кешене кәмһетеп, маймылға оҡшатып, мыҫҡыллап әйтелә. □ Обезьяна (о человеке с некрасивой внешностью). ■ Сит ил эшҡыуарҙарының килем-сығымға танауы сос, беҙ генә ул, йөнтәфи маймыл кеуек, аҫтыбыҙҙа ятҡан алтынды тоймайбыҙ, тойһаҡ та, тотмайбыҙ. «Ағиҙел»^ 3,2012.
МАЙМЫЛ ЙЫЛЫ (Р.: год Обезьяны; И.: year of the Monkey; T: Maymun Yılı) и.
Ун ике йыллыҡ мөсәлдең туғыҙынсы йылы. □ Год Обезьяны. Маймыл йылы -уңышлы йыл. Маймыл йылында тыуыусылар шуҡлыҡтары менән башҡаларҙан айырылып тора. ■ Маймыл йылы тыуғандарҙың Ҡара Аждаһа тәьҫирендә ижади әуҙемлеге асылыр. «Киске Өфө», № 1, 2012. ■ Маймыл йылы уңыштары, табыштары менән уртаса йыл иҫәпләнә. Экспедиция материалдарынан.
МАЙМЫЛ-КЕШЕ (Р: питекантроп; И.: pithecanthropus; Т: Java Adamı, maymun adam) и.
Маймыл һыҙатлы, неандерталецҡа тиклем булған бик боронғо тәү кеше; питекантроп. □ Питекантроп (древнейший ископаемый вид человека, предшествующий неандертальцу и характеризующийся значительным числом обезьяньих черт). Маймыл-кешеләр дәуере. Маймыл-кеше һөлдәһе.
МАЙМЫЛЛАНЫУ (маймыллан-) (Р: обезьянничать; И.: аре; T: maskaralanmak) ҡ.
Борғоланған, һырғаланған булып, төрлөсә ҡыланыу, ҡылансыҡланыу. □ Кривляться, обезьянничать. // Обезьянничание. Маймылланып ултырыу. Маймыллана башлау. ■ Ул [кеше] балаларынан балаларына ҡунаҡҡа йөрөй, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, улар алдында төрлө сурәткә инеп, маймылланырға ла тура килә уға [оло кешегә]. Хикәйәттән.
166