МАЙЛЫҠАЙ
лы ҡалъя. ■ Был төбәктә йәшәуселәр ошо майлы, йомшаҡ балыҡтан [хариус] телеңде йоторлоҡ ашамлыҡ әҙерләй ала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005. Әгәрит майлы булмаһа, һурпаға ҡаҙ ите ҡушып ебәрергә лә мөмкин. «Киске Өфө», № 5,2011. • Майлы аш буктерер. Әйтем.
3. Май һеңгән, май тейгән. □ Масляный, запачканный маслом или жиром. Майлы ҡағыҙ. Майлы ҡул. ■ [Әсәйем] һикенең бер мөйөшөнә йәһәт кенә урын йәйҙе лә атайымдың майлы бишмәтен әҫтәмә япты. Д. Юлтый. [Фазылетдин] бер ваҡытта ла майлы өҫтөн алмаштырмай карауатҡа ултырманы, ҡулын һабынлап йыумай ашҡа йоғонманы. Р. Камал.
4. Майға иҙелгән, май ҡушып эшләнгән. □ Масляный (имеющий в составе масло). Майлы буяу. Майлы крем. ■ [Рәссам] майлы буяуҙарға ҡатҡан шаҡмаҡлы кулдәген, ал яғы алъяпҡыс кеуек итеп тегелгән ләмкәле оҙон салбарын кейеп алды. «Ағиҙел», № 11, 2010. [Әхмәт] был ваҡытта, ысын рәссамдар кеуек, майлы буяу, киндер туҡыма менән эшләргә өйрәнгәйне инде. «Ағиҙел», № 11, 2010.
5. Май һөртөлгән, майланған. □ Смазанный, подмазанный. Майлы тәгәрмәс. Майлы ишек.
6. Майланып бысранған, майы бүленеп сыҡҡан. □ Жирный. Майлы сәс. Майлы бит. Майлы тән. ■ Майлы тире өсөн ун көнлөк сәй бәшмәге ярай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005. [Супрәнән эшләнгән битлек] майлы, һытҡылы битте таҙарта, куркәмләндерә. Башҡортостан календарынан.
7. Орлоғонда йәки емешендә майы булған, май бирә торған. □ Масличный. Майлы уҫемлек. Майлы культуралар. Майлы етен.
♦ Майлы бутҡа <ашау> түгел еңел булмаған эш; көтөлмәгән ауыр эш-хәлгә дусар булған осраҡта әйтелә. □ Это тебе не каша с маслом; не так-то легко (намёк на трудности в каком-л. деле). Ер эше — майлы бутҡа ту гел. Ҡойо ҡаҙыу — майлы бутҡа ашау тугел. Майлы күҙ хәйләле
ҡараш. □ Масленые глаза. Майлы куҙҙә-рен уйнатыу. Майлы куҙҙәре менән тирә-яҡты байҡаны. И Йәнә бынау майлы куҙ Сардарҙың, хәйләкәр сауҙагәргә оҡшап, аяҡ терәп һатыулашыуы, әйткән һуҙенән бер ҡарыш та ҡайтмаясағы көн кеуек асыҡ. Ә. Хәкимов. Майлы ҡул эш эшләүгә килешһеҙ, йүнһеҙ кеше хаҡында. □ соотв. Руки-крюки. • Майлы ҡулың менән тотма, һөйәкле ҡулың менән тот. Әйтем.
МАЙЛЫ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: мас лёнок; И.: annulated / yellow boletus; T.: kaypak mantar) и. бот.
Көпшәлеләр ғаиләһенә ҡараған майлы, лайлалы эшләпәле бәшмәк төрө. □ Маслёнок (лат. Boletaceae). Майлы бәшмәк йыйыу. Майлы бәшмәк аҡланы. Билбаулы майлы бәшмәк.
МАЙЛЫГӨЛ (Р: бегония; И.: begonia; Т.: begonya) и. бот.
Күп һәм бер йыллыҡ ярым ҡыуаҡ, үрмәле бүлмә гөлө; әҙрәс гөл. □ Бегония (лат. Begonia). Булмәлә майлыгөл уҫтереу. Майлыгөлдө кусереп ултыртыу. Майлыгөл сәскәһе.
МАЙЛЫ КИМЕРСӘК (кимерсәге) (Р: грудинка; И.: breast, brisket; T.: döş eti) и. диал.
Түш ите. □ Грудинка. Майлы кимерсәк бешереу. Баҙарҙан майлы кимерсәк алыу. Өлөшкә майлы кимерсәк алыу.
М АЙ Л ЫҠ (майлығы) (Р: салфетка; И.: napkin; T: peçete) и.
1. Ашағанда һөртөнә торған ҡул таҫтамалы. □ Салфетка. Ҡулды майлыҡҡа һөр-төу. Майлыҡ һатып алыу. Өҫтәлгә майлыҡ ҡуйыу.
2. ҡар. май һауыты. Быяла майлыҡ. Майлыҡҡа май һалыу.
МАЙЛЫҠАЙ (Р: жирянка; И.: pingui-cula; butterworts; T.: pinguicula vulgaris) и. бот.
Шәкәрле лайла сығарып, бөжәк аулаусы күп йыллыҡ үҫемлек. □ Жирянка (лат. Pinguicula). Ябай майлыҡай. ■ Майлыҡай сәскәһе төрлө төҫтә була. Интернет селтәренән.
165