Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 164 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙЛАУСЫ
Өфө», № 36, 2012. Ҡоймаҡты кубеһенсә ҡоро табала бешереп алғандар ҙа, ҡаҙ ҡаурыйын майға манып, майлап ҡуйғандар. Башҡортостан календарынан. Уның [аҡ эремсектән тәгәрмәс] өсөн ярты кило самаһы эремсеккә дурт йомортҡа һытып, бер стакан шәкәр ҡомо, самалап он ҡушып болғатып, майланған табаға һалып, духовкала бешерергә. Башҡортостан календарынан.
2. Матурлау, дауалау, ялтыратыу өсөн май һөртөү. □ Мазать, покрывать слоем чего-л. Итекте майлау. Ҡулды майлау. К Хроник фарингит ваҡытында көнөнә бер тапҡыр ошо май менән танауҙың лайлалы тиресәһен майлағыҙ. «Киске Өфө», № 36,
2011. Һатыусынан тараҡ алдым, сәскәйемде майлап тарарға. Халыҡ йырынан. [Ефимий Лукич] соландағы кун итектәрен табып, дегет менән майланы. М. Кәрим. Майлап ҡуйған ҡайыштай йыланы куп Уралтау. «Мәргән менән Маянһылыу».
3. Керләү, майға (кергә) ҡатырыу, бысратыу. □ Замасливать, засаливать (пропитывать, пачкать чем-л. жирным). // Замасливание. Кейемде майлап бөтөу. Май тамыҙып, тушен майлап ҡуйған.
4. Төрлө механизмдар тутыҡмаһын һәм еңел хәрәкәт итһен өсөн май һөртөү. □ Смазывать. Тәгәрмәсте майлау. Йоҙаҡты майлап ҡуйыу. ■ Үҙем тракторсы булғас, беләм бит инде, ҡайһы саҡта комбайн йәки трак-торынмайлап та ҡуям. «Киске Өфө», № 14, 2011. Яковты сығарып ебәргәс, бутәндәрҙең дә ни эшләргә тейешлеген билдәләне [Салауат]: «һин ырғаҡлы арҡан тап, һин ишкәк кугәндәрен майлап ҡуй, беҙ ҙә бында эшһеҙ ултырмабыҙ». Б. Рафиҡов.
5. кусм. һөйл. Үҙ файҙаңа ыңғайлатыу өсөн берәй нәмә менән кешенең күңелен күреү. □ Подмазывать, давать взятку. Һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, майлап ебәреу. ■ Әшнәлекте яйлауға, хәжәтле кешеләрҙе майлауға аҡса сығып ҡына тора. «Ағиҙел», № 3, 2012. Эш башлар алдынан, халыҡ әйтмешләй, тракторсыһын йә шофё-рын майларға кәрәк, шунда ғына йомошоңдо
йомошлау форсаты тейә. «Киске Өфө», № 17,2012.
♦ Майлаған һымаҡ (йәки кеүек, шикелле) булыу 1) тәнҡитләгәндән йәки берәй сара күреп күңелен тапҡандан һуң йомшарып, ыңғайға килеү. □ Становиться шёлковым. Эштәр майлаған һымаҡ булды; 2) бик һәйбәт, алдан уйлағанса нимәнеңдер килеп сығыуы, үтәлеүе. □ Как по маслу. Эштәр майлаған кеуек бара. Майлап ташлаһаң, эт яламаҫ (йәки еҫкәмәҫ) төҫөнә ҡарағыһыҙ, бик насар тигән мәғәнәлә. □ Неприглядный, неказистый. ■ Хәлимәне генә алып ҡара: кейәугә сыҡҡанға тиклем майлап ташлаһаң, эт яламаҫ нәмә ине, ана ҡайһылай булып китте. Танырлыҡ та тугел. Ш. Шәһәр. Үксә майлау ҡасыу, сығып китеү. □ Убегать, удирать, убираться прочь. ■ Буржуй, кулак, һеҙгә әйтәм: совет властары керҙе, уксәгеҙҙе майлағыҙ. Таҡмаҡтан.
МАЙЛАУСЫ (Р.: смазчик; И.: greaser; Т: yağcı) и. тех.
Техниканы, ҡорамалдарҙы майлап ҡуйыусы эшсе. □ Смазчик, смазчица.
МАЙЛАШЫУ (майлаш-) ҡ. урт. ҡар. майлау 1, 4, 5. взаимн. от майлау 1, 4, 5. Ҡоймаҡ майлашыу. Машиналарҙы майлашыу.
МАЙЛУТ (Р: катран; И.: crambe; Т: crambe) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тарбаҡ ботаҡлы, аҡ сәскәле, һутлы ҙур япраҡлы үлән. □ Катран (лат. Crambe). Ҡытыршы майлут. Майлут сәскәһе. Майлут төнәтмәһе.
МАЙЛЫ (Р: масляный; И.: oily; buttery; T.: yağlı) с.
1. Май һалынған, майҙа бешкән, май яғылған, майға мансылған (аҙыҡ тураһында). □ Масляный. Майлы бутҡа. Майлы ҡоймаҡ. Майлы икмәк. ■ Әлли-бәлли, Нәсимә, ап-аҡ ҡалас мә һиңә, майлы бутҡа мә һиңә, Ай көндәше Нәсимә. М. Кәрим. Факиһа, оло һикегә ашъяулыҡ йәйеп, сәй ултыртты, сәй янына майлы ҡоймаҡ, бал, муйыллы май ҡуйҙы. Ж. Кейекбаев.
2. Ашау өсөн тәмле һәм һимеҙ булған. □ Жирный. Майлы аш. Майлы ит. Май
164