Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 163 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙЛАУ
2. Май менән бысратыу. □ Замасливать.// Замасливание. Өҫ-башты майландырып бөтөрөү. Ҡулын майландырған. Ап-аҡ ашъяулыҡты бысратып майландырған.
♦ Күҙ майландырыу нимәгәлер нәпсе менән ҡарау. □ Смотреть маслеными глазами. ■ Сардар, күҙен майландырып, иң яҡын туғандары менән осрашҡан һымаҡ, ҡунаҡтарҙы ҡыҫтап-ҡыҫтап һыйлай, ара-тирә берәй ҡыҙыҡлы хәбәр һөйләй ҙә бөтәһенән алда үҙе яман ҡысҡырып көлә. Ә. Хәкимов. Ҡүп тә үтмәй, күҙен майландырып, Михаил Жирников килеп инде.
3. Ураҡсин.
МАЙЛАНЫУ (майлан-) ҡ.
1. төш. ҡар. майлау 1. страд, от майлау 1. Майланған ҡоймаҡ. Майланған ҡыҫтыбый.
2. Май тейеү, майға буялыу. □ Смазываться. ■ Унбашы мөнйөгән һөйәген артҡа ташланы. Майланған бармаҡтарын бер нисә тапҡыр һурып алғандан һуң .. Шағәлене үҙ янына саҡырҙы. К. Мәргән.
3. Матурлау, ялтыратыу өсөн май һөртөлөү. □ Смазываться, намазываться.
4. Керләнеү, майға ҡатыу, бысраныу.
□ Засалиться, загрязняться. ■ Төҫө уңып, әрһеҙләнгән оҙон күлдәк кейгән, ҡара сәстәре майланып торған йомро кәүҙәле ҡатын йәһәт кенә яр аҫтына төшөп, күҙҙән юғалды. «Ағиҙел», № 3, 2012. [Шаҡман] осраҡлы дәрүиштең майланып бөткән тоҡсайы эсендәге яҙма китаптар аша үҙе өсөн быға тиклем билдәле булмаған бер донъяны күрә алды. К. Мәргән.
5. тош. Төрлө механизмдар тутыҡмаһын һәм еңел хәрәкәт итһен өсөн май һөртөү.
□ Смазывать. ■ Иван ҡаты дөбөрләтеп, исемен ҡат-ҡат әйткәс кенә, сылбырҙар, келәләр сылтыр-сылтыр килде һәм ишек, күгәндәре яҡшы майланғанлығын белдереп, шым ғына асылды. Б. Рафиҡов. Майланмаған ҡабыҡ арбаһына эреле-ваҡлы бала-сағаһын тейәп, иртәнсәк ул [Әмин] аҡрын ғына юғары осҡа күтәрелә. М. Кәрим.
♦ Күҙ майланыу нимәгәлер нәпсе менән ҡарау. □ Смотреть маслеными глазами. ■ Бының [Петяның] кәйефе шәп,
күҙҙәре майланған, йөҙөндә йылмайыу уйнай. Р. Камалов.
МАЙЛАП-БАЛЛАП (Р: с маслом, мёдом; И.: serve with butter and honey; T: yağ ve balla) р. һөйл.
1. Май, бал ҡушып. □ С маслом, мёдом. Майлап-баллап сәй эсеү. ■ Аштан һуң ҡунаҡтарҙың ҡулдарын тағы эҫе һыу менән йыуҙырҙылар. Унан майлап-баллап бик оҙаҡ итеп сәй эстеләр. 3. Биишева. Мунсанан ҡайтҡас, беҙ [Оло инәй менән Кендек] йәнә түр башына менеп ҡунаҡлайбыҙ. Тирләп-бешеп, майлап-баллап сәй әсәбеҙ. М. Кәрим.
2. күсм. Кешене юхалап, үҙ яғыңа ыңғайлатып. □ Лестью и уговорами. Майлап-баллап эшләтеү. ■ [Нуриханов:] Ҡартлас риза булыр, әҙерәк баллап-майлап та ебәрһәң. Д. Бүләков.
МАЙЛАП-КӨЙЛӘП р. ҡар. майлап-баллап 2. ■ Әгәр атаһына кәңәш итһә, бөтә тормошон майлап-көйләп, хәйләләп алып барыуға ҡорған, осраған һәр ауырлыҡты бәлә-ҡазаһыҙ ситләтеп, улай мөмкин булмағанда, бәреп-һуғып үтергә өйрәнгән Ҡотлоғужа бер әмәлен табыр ине табыуын. Н. Мусин.
МАЙЛАП-ҠОРОТЛАП (Р: с маслом и курутом; И.: with batter and qurut’, T.: yağ ve kurutla) р. йыйн. һөйл.
Май һәм ҡорот ҡушып. □ С маслом и курутом. ■ Сарыбайҙың улдары менән дуҫының юлдаштары үҙҙәре аулап алған йәнлек, ҡош иттәренән майлап-ҡоротлап аш бешерергә тотоналар, ә ике батыр Сарыбайҙың аҡ тирмәһенә инә. К. Мәргән.
МАЙЛАП-ЯЙЛАП р. ҡар. майлап-баллап 2.
МАЙЛАТЫУ (майлат-) ҡ. йөкм. ҡар. майлау, понуд. от майлау.
МАЙЛАУ (майла ) (Р: намасливать; И.: add oil/butter (to); T.: yağlamak) ҡ.
1. Ашау-эсеүгә бәйле нәмәне майлы итеү, май яғыу. □ Намасливать, маслить. Ҡоймаҡ майлау. Йәһәт кенә ҡыҫтыбыйҙарҙы майлап алыу. Табаны майлай төшөү. ■ [Ҡабартма өсөн] ҡамырҙы ике сәғәткә ултыртып торғас, табаны майларға һәм ҡамырҙы ҡыҙған табаға ҡалаҡлап ҡойорға. «Киске
6*
163