МАЙКА
МАЙКА [рус.] (Р.: майка; И.: undershirt, underwear; T.: atlet) и.
1. Ҙур итеп уйылған яғалы, еңһеҙ, эстән кейә торған йоҡа бәйләм кейем. □ Майка. Балалар майкаһы. Ирҙәр майкаһы. ■ Тәнен баҡырлаған май ҡояшы, майка эҙе саҡ-саҡ беленә. Б. Бикбай.
2. Ҡатын-ҡыҙҙың бил тәңгәленә тиклем булған еңел кейеме. □ Кофточка, блузка. Еңһеҙ майка. Сигеүле майка. Майканы үтекләү.
3. Ҡатын-ҡыҙҙың йөндән йәки кизенән бәйләнгән йылы өҫ кейеме. □ Кофта (вязаная, тёплая). Йылы майка, һалҡында майка кейергә кәрәк. Йөн майка. Мамыҡ майка бәйләү.
МАЙ КИСЛОТАҺЫ (Р.: жирная кислота; И.: fatty acids; T.: yağ asitleri) и.
Үҫемлек майҙарындағы матдә. □ Жирная кислота. ■ Сәтләүектәге май кислоталары ҡандағы холестеринды кәметеүгә һәләтле. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005. Йылҡы итендәге май кислоталары айырыла, унда шыйыҡ булғандары өҫтөнлөк ала. «Киске Өфө», № 30, 2012. [Организмға] аҙ күләмдә май кислоталары кәрәк, тик уның күләмен арттырырға ғына кәрәкмәй. Интернет селтәренән.
МАЙ ҠАЙНАТЫУСЫ и. махс. ҡар. май иретеүсе. Май ҡайнатыусының бурыстары. Май ҡайнатыусылар цехы.
МАЙ ҠАПТЫРЫУ (Р.: обрядовое кормление ритуальной едой; И.: one of traditional Bashkir wedding customs; T.: gelini karşılama töreninde gençlere yağ yedirme geleneği) u. этн.
1. Егет йортона тупһа аша атлап ингәндә ҡәйнәнең килен менән улына май һәм бал ҡаптырыу йолаһы. □ Обрядовое кормление ритуальной едой (невесте и жениху подают масло с мёдом перед порогом дома жениха). Ҡапҡанан май ҡаптырып индереү. Май ҡаптырыу йолаһы төшкән килендең май кеүек йомшаҡ күңелле, бал кеүек татлы телле булыуын теләп башҡарыла.
2. Яңы тыуған балаға бал-май ҡаптырып ауыҙландырыу йолаһы. □ Обрядовое кормление ритуальной едой (смазыва
ние губ новорождённого маслом перед первым кормлением новорождённого). ■ Бала тыуғас та ауыҙына бал, май ҡаптырыуҙы ауыҙландырыу тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
МАЙ-ҠОРОТ (Р: молочные продукты; И.: dairy produce; T.: süt mamulleri) и. йыйн. диал.
һөттән эшләнгән барлыҡ ашамлыҡтар. □ Молочные продукты. Май-ҡорот һатҡан магазин бүлеге. Күстәнәскә май-ҡорот ебәреү. Көндәлек һөттән май-ҡорот яһау. Май-ҡорот менән һыйлау.
МАЙ ҠУҢЫҘЫ (Р: майский жук; И.: cockchafer; T.: Mayıs böceği) и. зоол.
Йәшкелт-көрән төҫтәге эре яҙғы ҡуңыҙ. □ Майский жук (лат. Melolontha). Май ҡуңыҙы осҡан мәл. Май ҡуңыҙы тотоу.
МАЙҠЫ (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған башҡорт аймағы. □ Родовое подразделение башкир племени усерган. Майҡы заты. Майҡы нәҫеле. Майҡы түбәһе.
МАЙҠЫ Л Д АУ (майҡылда-) (Р: изгибаться; И.: curve; bend; T.: eğrilmek) ҡ. диал.
Бөгөлөү, һығылыу. □ Изгибаться. Майҡылдап һыныу. Майҡылдап тороу. ■ Йәш тал сыбығы ситән үреү өсөн майҡылдап тора. Экспедиция материалдарынан.
МАЙЛАҒЫС (Р.: помазок; И.: little brush; T.: fırça) и.
1. Нимәнелер майлай торған нәмә (сепрәк, ҡауырһын); май һөрткәс. □ Помазок. Икмәк майлағыс. Таба майлағыс. Каҙ ҡанатынан эшләнгән майлағыс.
2. тех. Машина майлай торған һемәкле һауыт. □ Маслёнка. Машина майлағысы менән ишек элмәктәрен, шарнирҙарын майлау. Майлағыс менән комбайн деталдәрен майлап сығыу.
МАЙЛАНДЫРЫУ (майландыр ) (Р: промасливать; И.: make oily; T.: yağlamak) ҡ.
1. Майлы итеү. □ Промасливать. Тутығып ятмаһын өсөн тимер деталдәрҙе майландырыу. Тутыҡҡан тәгәрмәс үҙәктәрен майландырыу.
162