МАЙ ЙЫУАСА
Эшкә, көрәшкә өндәү. □ Призвать к борьбе, делу. ■ Закир һымаҡ егеттәрҙе өйҙә ятҡырып ҡуя торған заман инеме ни? Бына тиҙ арала көрәш уны майҙанға саҡырҙы.
3. Биишева.
МАЙҘАНҒА СЫҒЫУ (майҙанға сыҡ ) ҡ. ҡар. майҙанға баҫыу 1. ■ Барсынһылыу, аҡбуҙ юрға менеп, күлдәксән генә, билен суҡлы билбауҙар менән быуып, сикә сәстәрен ваҡ толомдарға, елкә сәсен айырып ике толомға үреп, остарын ебәк менән һапланған ынйылар менәп биҙәп, майҙан уртаһына сыға. «Алтыйәшәр Алпамыша» эпосынан.
МАЙҘАНСЫҠ (майҙансығы) (Р.: площадка; И.: area; pleasure-ground; T.: alan) и.
Нимәгәлер тәғәйенләп, кәрәгенсә йыһазландырылған ҙур булмаған урын. □ Площадка, арена. Балалар майҙансығы. Мәктәп майҙансығы. Спорт майҙансығы. ■ Машиналарҙан сыҡҡан ир-аттың күбеһе, эш бүлмәләренә ашыҡмайынса, күтәрмә янындағы майҙансыҡта тәмәке көйрәтә, гәпләшә. «Ағиҙел», № 3, 2012.
МАЙҘАН ТОТОУ (майҙан тот-) (Р.: выступать с речью перед публикой; И.: deliver а speech; T.: konuşma yapmak) ҡ.
1. Халыҡ алдында телмәр һөйләү. □ Выступать с речью перед публикой. Майҙан тотоу теләге ҡайтты. Сәсәндәр бер-бер артлы майҙан тота. • Шоңҡар юҡта ябалаҡ майҙан тотор. Әйтем.
2. Ярышта өҫтөн сығыу, еңеү. □ Выиграть, победить. ■ [Мәсем хан:] Илем данлап майҙан йыйғанмын, майҙан тотҡан батыр егеткә ҡыҙым бирәм тип вәғәҙә иткәнмен. С. Мифтахов. Майҙан тотһағыҙ һеҙ — мәртәбәле, ил ағаһына ул бурыс ҡына. Һеҙ булғанда, аҡылда көс арта, күтәрелһә әгәр — ҡылыс һына. X. Назар.
МАЙҘАН ТОТОУСЫ (Р: участник соревнования; И.: participant of a competition; T.: yarışmacı) и.
Ярышта ҡатнашыусы; ярышсы. □ Участник соревнования. ■ Майҙан тотоусылар өсөн, әйтерһең, бер шыбаға мин. Аҫтыр -тынлыҡ, юхалыҡ ят, әҙер бер сәп шуға ла мин. X. Назар.
МАЙҘИГИС и. зоол. ҡар. майгис. М Ҡыш уртаһы. Ап-аҡ ҡарҙа иң матур, сағыу төҫтәр; алһыу миләш тәлгәштәре, майҙигис, ҡыҙылтүштәр. Р. Ҡаһир.
МАЙҘИГӘС и. зоол. диал. ҡар. майгис. ■ Шыҡыр-шыҡыр итте һайыҫҡан, май-ҙигәстәр сут-сут көлдөләр. К. Кинйәбулатова.
МАЙ ЕҪЕ СЫҒАРЫУ (Р: кормление духов умерших; И.: feed spirits of the dead; T.: bir tür gelenek) и. миф.
Мәйет сыҡҡан йортта, йома көндө майҙа төрлө ҡамыр аштарын бешереп, шуның менән әруахтарҙы туҡландырыу йолаһы.
□ Кормление духов умерших (запах растопленного жира является источником питания для духов предков). ■ Ике йома араһында май еҫе сығарыу кәрәк әруахтар өсөн. Башҡорт мифологияһынан.
МАЙЖОКА и. диал. ҡар. йәймә.
МАЙ ЗАВОДЫ (Р: маслозавод; И.: buttermaking plant; T.: yağ fabrikası) и.
Төрлө һөт аҙыҡтары (эремсек, сыр, ҡаймаҡ һ. б.) менән бер рәттән төрлө сорттағы май етештереү заводы. □ Маслозавод. Май заводы өсөн һөт йыйыу. Май заводына һөт тапшырыу.
МАЙ ИКМӘК (икмәге) (Р: пресная лепёшка; И.: bannock; ritual food; T: pişi) и.
1. кул. Майҙа бешерелгән ҡамыр ризыҡ. □ Пресная лепёшка. Май икмәк бешереү. Май икмәк ашау.
2. дини. Аятҡа бешерелгән йола аҙығы.
□ Ритуальная еда (на аят готовят ритуальный хлеб для каждого участника обряда). ■ Һәр бер кешегә аятҡа май икмәк бешерелә. Башҡорт мифологияһынан.
МАЙ ИРЕТЕҮСЕ (Р: маслотоп; И.: milk baker; T.: yağ eritici kimse) и. махе.
Май иретеү буйынса эшсе йә сәнә-ғәтсе. □ Маслотоп. Май иретеүсе булып эшләү. Май иретеүсе өсөн күрһәтмәләр. Май иретеүсенең эш урыны.
МАЙ ЙЫУАСА и. кул. диал. ҡар. бауырһаҡ. Туйға май йыуаса әҙерләү. Май йыуаса ебәреү. Сөсө ҡамырҙан май йыуаса бешереү.
6- 1.0062.14
161