МАЙҘАН АЛЫУ
ғына. Әкиәттән. Полктар Ҡыҙыл майҙандан утеугә, оркестр тына. «Ағиҙел», № 5, 2010.
2. Нимәлер өсөн тәғәйенләнгән йәки ниндәйҙер махсус эш алып барылған урын, ер. □ Площадь. Аэропорт майҙаны. Спорт майҙаны. һуғыш майҙаны. ■ Ҡыштың тәуге көнөндә «Салауат Юлаев» (хоккей командаһы) уҙ майҙанында Риганың «Динамо» командаһын ҡабул итте. «Киске Өфө», № 49, 2011. Хакимиәт бинаһы алдындағы майҙанға бер-бер артлы машиналар килеп туҡтай. «Ағиҙел», № 3, 2012.
3. Нимәлер биләп ятҡан ҙур күләмле урын, ер. □ Площадь, поле. Баҫыу майҙаны. Урман майҙаны. Өс йөҙ гектарлыҡ сәсеу майҙаны. Комплекстың дөйөм майҙаны 7780 квадрат метрҙы тәшкил итә. ■ Йортобоҙ йәнәш булһын тип, Эренкойҙа һәм Adana-зары буйындағы тауҙарҙа курше булып ер майҙандары алырға тырыштыҡ. Ә.-З. Вәлиди.
4. Күмәк халыҡтың митинг үткәреү, һөйләшеү, күңел асыу һ. б. өсөн тәғәйенле урыны. □ Площадь (место проведения митингов или праздников; майдан). Һабантуй майҙаны. Халыҡты майҙанға йыйыу. Майҙанға килеу. К Батша ҡыҙы шул саҡта килеп еткән майҙанға. «Урал батыр». Ашағандан һуң атайым майҙанды уйынсы, йырсы, көрәшселәргә ҡалдырып ҡайтып китте. Ә.-З. Вәлиди. Майҙанда бейек ағасҡа алтын йөҙөк элеп ҡуйғандар ҙа, Алпамышаның яны менән егеттәр уҡ атып маташалар икән. «Алпамыша».
5. кусм. Шул йыйындағы күмәк халыҡ. □ Народ (на майдане). Майҙан шау-гөр килде. Майҙан тынды. Майҙан йыйыу.
6. кусм. Киң күләмдә алып барылған ниндәйҙер эш әлкәһе. □ Рабочая площадка (место, где идёт работа). Хеҙмәт майҙаны. Төҙөлөш майҙаны. Эш майҙаны.
МАЙҘАН АЛЫУ (майҙан ал-) (Р.: одер жать победу (в национальной борьбе); И.: conquer; win, gain the upper hand over smb; T.: güreşte yenmek) ҡ.
Көрәшеп еңеү. □ Одержать победу (в национальной борьбе). ■ Шунан Барсынһылыу, ҙур майҙан алып, уҙен көрәшеп еңгән егеткә кейәугә сығасағы хаҡында тирә-йунгә хәбәр таратҡан, ти. «Алпамыша». Ҡыйғыр ыласын һымаҡ осҡан ҡоштай, алдыңда майҙан алған егет тора. «Алпамыша».
МАЙҘАН АСЫУ (майҙан ас-) (Р: организовать праздник или йыйын; И.: arrange a holiday; T.: bayram yapmak) ҡ.
Байрам йә йыйын ойоштороу. □ Организовать праздник или йыйын. Ваҡытында майҙанды асыу. ■ Әйләр хан, ҡыҙының теләгенә риза булып, ҙур майҙан аса. «Алпамыша». Ҙур майҙан асып, алыҫтан ат саптыралар, яҡындан тай саптыралар, сәсәндәр ярыштыралар, батырҙар көрәштерәләр, таҙҙар төкөштөрәләр. «Алпамыша».
МАЙҘАНҒА БАҪЫУ (майҙанға баҫ-) (Р: выйти на арену; И.: enter arena; T: meydana çıkmak) ҡ.
1. Ярышыу теләге менән йәки көс һынашырға халыҡ алдына сығыу. □ Выйти на арену. ■ Бер-бер артлы батырҙар майҙанға баҫа. Экспедиция материалдарынан.
2. Илгә күренерлек ҙур эшкә тотоноу. □ Начать большое дело. ■ Хәҙер «мин» юҡ, беҙ икәубеҙ, майҙанға беҙ баҫтыҡ гөрләшеп,.. бергә ил төҙөйбөҙ. Б. Ишемғол.
МАЙҘАНҒА КИЛЕҮ (майҙанға кил-) (Р: возникать, появляться; И.: appear; T.: meydana gelmek) ҡ.
Барлыҡҡа килеү, донъяға килеү. □ Возникать, появляться. Йәш быуын майҙанға килде. Майҙанға яңы көс килде.
МАЙҘАНҒА ҠУЙЫУ (майҙанға ҡуй-) (Р: ставить на повестку дня; И.: put on the agenda; T.: gündeme getirmek) ҡ.
Көн тәртибенә ҡуйыу. □ Ставить на повестку дня. Я Һуғыш башланған көндө ук Ленинградты һаҡлау мәсьәләһе майҙанға ҡуйылды. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5,
2010.
МАЙҘАНҒА САҠЫРЫУ (майҙанға саҡыр-) (Р: призвать к борьбе; делу; И.: call smb for struggle; T.: yüreklendirmek) ҡ.
160