Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 159 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАЙҘАН
ренные в масле кусочки теста, замешенного на яйцах). Майаш бешереу. Йыуасаға майаш төрөу. Йыуасаға майаш һалыу.
МАЙАШ СҮМЕСЕ (Р.: дуршлаг; И.: strainer; T.: kevgir) и. диал. ҡар. һөҙгөс.
Нәмәләрҙе һөҙөп таҙартыу, шыйыҡсаны һарҡытыу өсөн ҡулланылған тишекле сүмес. □ Дуршлаг. Майаш сумесен йыуыу. Майаш сумесе аша һөҙөу. ■ Майаш сумесе аша бауырһаҡтыц майын һарҡыталар. Экспедиция материалдарынан.
МАЙ АШЫ (Р.: сдобная лепёшка; И.: crumpet; T.: pişi) и. диал. ҡар. йәймә.
1. Майҙа бешерелгән ҡабартма; сөсө йәймә, май икмәк. □ Сдобная лепёшка. Май ашы бешереу. Май ашы менән сәй эсеу. Май ашын табынға ҡуйыу.
2. һөттән етештерелгән ризыҡтар; һөт аштары. □ Молочные продукты. Май аштары кальцийға бай. Май аштары етеште-реу. Май аштарына яцы миҙгел һайын хаҡ арта.
МАЙБАЛАУЫҘ (Р: кипячёный воск; И.: boiled wax; T.: kaynamış balmumu) и. диал.
Ҡайнатылған балауыҙ. □ Кипячёный воск. Майбалауыҙ һатып алыу. Майбалауыҙҙы ҡайнаған һыу эсенә йәнә бер һауыт ҡуйып эретәләр.
МАЙ БАҪЫУ (май баҫ-) ҡ. ҡар. май бешеү. Әсәйем май баҫа. Ҡышҡылыҡҡа май баҫыу. Тоҙлап май баҫыу.
МАЙ БЕШЕҮ (май беш-) (Р: сбивать масло; И.; churn; T.: süt yaymak) ҡ.
Ҡаймаҡты туҡып, май яһау. □ Сбивать масло. // Сбивание масла. Май бешә башлау. Май бешеп ҡуйыу. Май бешеугә лә көс кәрәк. • Май бешмәк — йән сыҡмаҡ. Әйтем.
МАЙ БИҘҘӘРЕ (Р: сальные железы; И.: sebaceous glands; T.: yağ bezleri) и. анат.
Кеше йәки хайуандарҙың май ҡатламында үҫеүсе ит төйөрҙәре. □ Сальные железы. Май биҙҙәре шешеу. ■ Көнөнә бер-ике тапҡыр битегеҙҙец майлы өлөшөн андыҙ төнәтмәһе менән таҙартығыҙ, ул май биҙҙәренең эшмәкәрлеген әкренәйтә. Интернет селтәренән.
МАЙБҮРӘНӘ и. диал. ҡар. өрлөк. Май-бурәнә һалыу. Майбурәнә әҙерләу. ■ Май-бурәнә аҫтына салауат уҡып, йөнгә урап, көмөш тәңкә һала инек. Башҡорт мифологияһынан.
МАЙГИС (Р.: большая синица; И.: great tit; T.: büyük baştankara) и. зоол. диал.
1. Турғай ҙурлыҡ, кәүҙәһенең аҫты ике яҡлап һары булған, йылы яҡҡа китмәүсе ҡош; ҡарабаш турғай. □ Большая синица (лат. Parus major). Майгис ояһы. Май-гистәр туплауы. ■ Майгис башҡа ҡарабаш турғайҙарҙан ҙурыраҡ булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
2. Ҡарабаш турғайҙан бәләкәйлеге һәм күк башы менән айырылып торған йылы яҡҡа китмәүсе ҡош; күкбаш турғай. □ Лазоревка (лат. Parus coeruleus) ■ Майгис ҡарабаш турғайҙан бәләкәйлеге һәм кук башы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
3. Ҡарабаш турғайҙың бер бәләкәйерәк төрө; бесбесей. □ Московка (лат. Periparus ater). ■ Майгис йылы яҡҡа китмәй, бер урындан икенсе урынға кусеп йөрөй. Э. Ишбирҙин.
МАЙҒАЛАҠ (майғалағы) и. диал. ҡар. балғалаҡ. Майғалаҡтар таратыу. Майға-лаҡ менән ашау.
МАЙҒИКМӘК (майғикмәге) (Р: пресная лепёшка, жаренная в масле; И.: unleavened pancake; T.: bazlama) и. диал.
Майҙа бешерелгән сөсө йәймә; май икмәк. □ Пресная лепёшка, жаренная в масле. Тәмле майғикмәк. Майғиҡмәккә сөсө ҡамыр баҫыу.
МАЙҒҮРӘ (Р: похлёбка со шкварками; И.: soup with cracklings; T: bir tür çorba) и.
һыҙлыҡ һалып бешерелгән өйрә. □ Похлёбка со шкварками. Танһыҡҡа бешерелгән майғурә. Майғурәне талғын утта ҡайнатыу.
МАЙҘАН [фарс. ûM (Р: площадь; И.: square; T: meydan) и.
1. Ҡала йәки ауыл эсендәге асыҡ тигеҙ урын. □ Площадь. Ҡыҙыл майҙан. Ҡала майҙаны. Вокзал майҙаны. ■ Киң майҙанда бер әҙәм дә куренмәй, ике ҡаҙ, бәрәс, эт — шул
159