Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 234 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАТУР ЯҘЫУ
Тормошто художестволы образдар ярҙамында һүрәтләгән әҙәбиәт төрө. □ Художественная литература. Матур әҙәбиәт өлгөһө. Матур әҙәбиәт уҡыу. ■ Яҙма тарих, ҡаҙылмалар менән бер рәттә матур әҙәбиәт, шиғриәт тә әллә ҡасан шаулап үткән тормошто анбарға тылсымлы асҡыс икән. Ә. Хәкимов. «Алпамыша»ның 5-се варианты Сәғит Мирасов тарафынан яҙып алынған һәм «Башҡорт бейҙәре һәм хандары миҙгелендәге матур әҙәбиәттән үрнәктәр» исеме менән баҫылған. С. Галин.
МАТУР ЯҘЫУ (Р.: чистописание; И.: calligraphy; penmanship; T: uzyazı) и.
Өлгөлө итеп яҙырға өйрәтеү алымы. □ Чистописание. Матур яҙыу дәфтәре. Матур яҙыу дәресе. Матур яҙыу өлгөһө.
МАТЧ [рус. < ингл. match] (Р.: матч; И.: match; T.: maç) и. спорт.
Төрлө спорт төрҙәре буйынса ике йәки бер нисә кеше араһында үткәрелгән ярыш. □ Матч. Донъя беренселеге өсөн шахмат матчы. ■ һуңғы өс матчтың еңеү менән бөтәүендә баш тренер Венер Сафиндың роле айырыуса асыҡ күренде. «Киске Өфө», № 49, 2011.
МАТША (Р: полоумный; И.: half-witted, crazy; T: çılgın) с. диал. ҡар. тиле.
Аҡылдан яҙған. □ Полоумный, сумасшедший. Матша кеше. Матшаға әйләнеү. Матшалар йорто.
МАТШАЛАНЫУ (матшалан-) (Р: сходить с ума; И.: go mad/crazy, go off one’s head; T: çıldırmak) ҡ. диал. ҡар. тилереү.
Аҡылдан яҙыу. □ Сумасшествие, сходить с ума. Ҡайһы бер әҙәмдәр шатлыҡтан даматшалана. Ҡайғы күтәрә алмай матша-ланыу. Ҡартайғас матшаланыу.
МАТЫ (Р: мат (для утепления пчелиных ульев)', И.: straw mat; T: arı kovanını ıstıcı) u. диал.
Умарталарҙы өҫтән һәм ҡабырғаларҙан ябып йылытыу өсөн һаламдан, ҡамыштан, екәндән махсус станоктарҙа һуғып эшләнгән септә (йылы һаҡлай, дым тотмай). □ Соло
менный мат (для утепления пчелиных ульев). Маты һалып, умартаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләү. Маты һуғыу. Матыға һалам әҙерләү.
МАТЫҠ (матығы) (Р: драники; И.: dish made from potato and meal mixture; T: bür tür patates yemeği) и. кул. диал.
Бәрәңге менән он ҡушып бешерелгән ашамлыҡ. □ Драники (блюдо, изготовленное из смеси тёртого картофеля и муки). Матыҡ бешереү. Урыҫ матығы. Матыҡ әҙерләү.
МАТӘМ [фарс. (Р: траур; И.: mourning; T: mâtem) и. кит.
Танылған кеше үлгәндә йәки ҙур афәт килгәндә белдерелә торған ҡайғы. □ Траур. / Траурный. Матәм көнө. Матәм көйө. Матәм иғлан итеү. ■ Сәй эскән арала белдек: ағай Таллы ауылынан икән. Мәңге онотолмаҫ йәшенле йәй фажиғәһенән һуң уҙған матәм митингыһында күргәйнем шул уны, иҫемә төштө. «Ағиҙел», № 10, 2010. Күп йылдар үҙе эшләгән университеттағы матәмдән һуң уны [Әхмәт-Зәки Вәлидиҙе] Стамбулдың Карача Әхмәд зыяратында ерләйҙәр. «Ағиҙел», № 3, 2010.
МАУ (Р: глупый; И.: foolish, stupid, silly; T: aptal) с. диал. ҡар. иҫәр.
Миңрәү, аңра. □ Глупый, тупой. Яңғыҙлыҡтан мауға әйләнеү. Ҡайғынан мау булыу.
МАУБАШ с. диал. ҡар. мау. ■ [Бисәләр:] May баш булмаҫ ерҙән мау баш булырһың, бынаулайтып хәсрәт уты йотоп ултырғас. һ. Дәүләтшина.
МАУБАШЛАНЫУ (мау башлан-) (Р: глупеть; И.: grow stupid/foolish; T: ahmaklaşmak) ҡ. диал. ҡар. иҫәрләнеү.
Аңраланыу. □ Глупеть. Ҡаңғырып, мау-башланып бөттөм инде. Ҡурҡыуҙанмаубашланған.
МАУЗЕР [рус. < нем. Mauser] (Р: маузер; И.: Mauser pistol; T: Mavzer) и.
Автоматик пистолеттың бер төрө. □ Маузер. Маузер револьверы. Маузер кобураһы. Маузер патроны. ■ Ерән әҙәм тиҙ генә мау
234