Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 235 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАУЫҒЫУСЫ
зерын тартып сығарҙы ла һауаға атып ебәрҙе. Л. Яҡшыбаева.
МАУЗУҒ [ғәр. (Р.: тема; И.: subject, t heme; T.: mevzu) и. иҫк.
Хикәйәләү, һүрәтләү, тикшереү өсөн билдәләнгән мәсьәлә; тема. □ Тема. Бәхәсле .маузуғ. Ҡыҙыклы маузуғ. Тарихи маузуғ. ■ Төрлө ҡош-ҡорт минең мәҫәлдәрем өсөн маузуғ булды. М. Ғафури.
МАУИ [ғәр. (Р.; голубой; И.: pale blue; T: mavi) с. иҫк.
Спектрҙа йәшел менән күк араһындағы төҫкә тап килгән; зәңгәр. □ Голубой. Мауи төҫ. Мауи таштар. Мауи төҫтәге фирүзә ташы. Мауи төҫтәге күҙҙәр. Асыҡ мауи төҫкә буялған. ■ Мауи күҙҙәре, нескә ҡараштары һәр кешене үҙенә тартмаҡта ине. Ғ. Иҫәнбирҙин.
МАУҠАШЛАУ (мауҡашла-) (Р.: недомогать; И.: be unwell/indisposed, not feel very well; T: rahatsız olmak) ҡ. диал.
Еңелсә ауырыу; ауырыҡһыныу. □ Недомогать. Мауҡашлап тороу. Мауҡашлай башлау. Кискә табан мауҡашлап китте.
М АУ ҠЫ (Р: желание; И.: desire; wish; T: istek) и. диал. ҡар. теләк.
Нимәлер булдырырға, эшләргә тигән күңел ынтылышы. □ Желание, стремление. Мауҡы булыу. Мауҡы ҡайтыу. Һүҙ әйтерлек мауҡы бөттө.
МАУҠЫ ҠАНЫУ (мауҡы ҡан ) (Р: удовлетворить желание; И.: hit the bullseye; T: arzusunu yerine getirmek) ҡ.
Танһыҡ ҡаныу. □ Удовлетворить желание. Мауҡы ҡанғансы һунарҙа йөрөү. Мауҡы ҡанғансы китап уҡыу. ■ Аҡмал эт шыңшыуына оҡшаған тауыш сығарҙы ла, боролоп, китә башланы. Тик янаралдың мау-ҡыһы ҡанмаған икән әле. Б. Рафиҡов.
МАУТИНБАЙК I [рус. < ингл. mountain hike} (Р: маутинбайк; И.: mountain bike; T: dağ bisikleti) и. спорт.
1. Соҡор-саҡыр, юлһыҙ, тигеҙһеҙ урындарҙа йөрөү өсөн эшләнгән махсус велоси
пед төрө. □ Маутинбайк. Маутинбайкта йөрөү. Маутинбайкты ремонтлатыу.
2. Соҡор-саҡыр, юлһыҙ, тигеҙһеҙ урындарҙан махсус велосипедта ҡыуышып ярышыу буйынса спорт төрө. □ Маутинбайк. Маутинбайк дистанцияһы. Маутинбайк маршруты.
МАУЫҒЫУ (мауыҡ-) (Р.: увлекаться; И.: be carried away (by); take a great interest (in); T: kapılmak) ҡ.
1. Үҙ-үҙеңде онотоп, бөтә булған иғтибарҙы берәй нәмәгә йүнәлтеү. □ Увлекаться. // Увлечение, увлечённость. Мауығып тыңлау. Мауығып һөйләү. Эш менән мауығыу.
■ Тегенеһе, уйын менән мауығып, Рифат-тың һүҙҙәрен аңламай ҡалды. Р. Әхмәтов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡыт тикшереүселәр, алдан алынған идея менән артыҡ мауығып, легенда текстарына булмаған өҫтәмә деталдәр индерә. Ф. Нәҙершина.
2. Берәй нәмәгә күңел һалыу, берәй нәмә менән ихлас ҡыҙыҡһыныу. □ Увлекаться, всецело отдаваться чему-л. Театр менән мауығыу. Рәсем төшөрөү менән мауығыу.
■ Әлеге ваҡытта волейболын да, баскетболын да, теннисын да уйнайым, студенттар менән бергә саңғыла йөрөйөм, гер күтәреү менән дә мауығам. «Киске Өфө», № 13,
2012. Булаттимер бәләкәйҙән тимер эшен яратҡан, ҡорал эшләү менән мауыҡҡан. Б. Рафиҡов. Элегерәк ул [Рәсүл] «конструктор» уйыны менән мауыға ине. Хәҙер музыка менән мауыға башланы. Р. Байбулатов.
МАУЫҒЫУСАН (Р: увлекающийся; И.: enthusiastic about smth\ T: meraklı) c.
Нимәнелер теләп башҡарыу сан, ҡыҙыҡһыныусан. □ Увлекающийся. ■ Ул [фронтовик хаты] һағынып һыҙлаған күңелдәргә — дауа, яңғыҙлыҡтан йонсоп, шиккә төшкәндәргә — терәк, үткенсе хискә мауы-ғыусан елғыуар бисәләргә һабаҡ, ғибрәт була. Ә. Хәкимов.
МАУЫҒЫУСЫ (Р: любитель; И.: amateur; T: meraklı) и. һөйл.
235