МАУЫҘ
Нимәлер менән шөғөлләнеүсе, ҡыҙыҡһыныусы. □ Любитель, любительница. Фото төшөрөу менән мауығыусы. Футбол менән мауығыусы. Боронғо китаптар менән мауығыусы. ■ Юҡҡа-барға мауығыусы шуҡ ауыл малайҙары уның [шофёрҙың] тиҙ уткәнлеген һиҙмәне лә. Р. Әхмәтов.
МАУЫҘ (Р.: ведьма; И.: witch; T.: cadı) и.
1. миф. Яуыз сихырсы, мәскәй әбей.
□ Баба-яга, ведьма, злой дух. Мауыҙҙар хаҡындағы әкиәттәр. Мауыҙҙар тураһындағы уйҙырмалар. Мауыҙ — мифик образ. ■ Мауыҙҙы куленең эйәһе Мауы-ҙы, Ялмауыҙы булған. Башҡорт мифологияһынан.
2. Күп ашарға яратҡан; мәскәй. □ Обжора. ■ Борон кеше ашаусы мауыҙҙар булған, тип һөйләйҙәр. Экспедиция материалдарынан. Ҡатын был мауыҙҙарға ерәнеп ҡарап торған-торған да ғәрлегенән илай башлаған. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы»нан.
МАУЫҠ (мауығы) (Р: увлечение; И.: ardour; infatuation; T.: heves) и.
Күңелдәге көслө теләк. □ Увлечение. Эште мауыҡ менән башҡарыу. Мауыҡ һалып әҫәрҙе яҙып бөтөу.
МАУЫҠ БУЛЫУ (мауыҡ бул ) (Р: увлекаться; И.: be carried away (by); take a great interest (in); T: heveslenmek) ҡ.
Донъяны онотоп, нимәлер менән шөғөлләнеү. □ Увлекаться. Мауыҡ булып ярышҡа әҙерләнеу. Ҡул эше менән мауыҡ булыу. Баҡса уҫтереу менән мауыҡ булыу.
МАУЫҠ САРҘАҠ (Р: сизая чайка; И.: bluish (sea)gull, mew; T.: küçük gümüş martı) и. зоол.
Дөйөм төҫө аҡ, һырты һәм яурындары күкһел һоро, ҡанаттарының осо ҡара, һары суҡышлы күсмә ҡош; күк сарлаҡ. □ Сизая чайка (лат. Larus canus). ■ Мауыҡ сарҙаҡ аҡсарлаҡтан бәләкәйерәк булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
МАУЫҠТЫРҒЫС (Р: увлекательный; И.: fascinating, absorbing, captivating; T.: çekici) c.
Күңелде үҙенә тартҡан, әүрәткес, ҡыҙыҡлы. □ Увлекательный, завлекательный, захватывающий. Мауыҡтырғыс әңгәмә. Мауыҡтырғыс шөғөл. Мауыҡтырғыс сәйәхәт. ■ Ҡешенең башында яңы мауыҡтырғыс уйҙар тыуһа, уның төн йоҡолары тамам ҡаса. Д. Юлтый. Мифтахетдин мауыҡтырғыс ғәзәлдәр ярҙамында тетрәткес уй-хыялдары менән алыҫ илдәрҙе байҡап сыҡты. Я. Хамматов.
МАУЫҠТЫРЫУ (мауыҡтыр-) (Р: увлекать; И.: fascinate; T.: çekmek) ҡ.
Күңелде яулау; әүрәтеү. □ Увлекать, завлекать, пленять. Музыка менән мауыҡтырыу. ■ Үҙ ырыуының данын, ата-бабаларының хәтирәһен һәм бигерәк тә шул ыңғайҙа уҙ шәхесенең данын бына ошо юл менән мәңгеләштереу мөмкинлеге уны [Шаҡманды] бик ныҡ ылыҡтырҙы һәм мауыҡтырҙы. К. Мәргән.
МАУЫЛ (Р: полка; И.: shelf; T.: raf) и. диал.
Китап, ваҡ-төйәк, кәрәк-яраҡ һалыу йә урынлаштырыу өсөн яһалған кәштә. □ Полка. Стенаға мауыл элеу. Мауылға китаптар теҙеу.
МАУЫРЛЫҠ (мауырлығы) \рус. мауэрлат < нем.] (Р: мауэрлат; И.: sort of beam; T.: bir tür direk) и. диал.
Кирбес йәки саман өйҙәрҙә өрлөк аҫтына стена буйлатып һалынған ағас брус; бинаның стенаһы менән өй ҡыйығын тоташтырып тороусы бүрәнә йә брус. □ Мауэрлат. Мауырлыҡ һалыу. Мауырлыҡ яһау. Мауырлыҡ өсөн ҡарағай ағас.
МАУЭРЛАТ [рус. < нем.] и. ҡар. мауырлыҡ. Таш өйҙөң ҡыйыҡ ауырлығы мауэр-латҡа төшә. Ҡыйыҡ менән стенаны тоташтырыусы мауэрлат.
МАФИОЗИ [рус. < ит. mafia] (Р: мафиози; И.: mafioso; T.: mafya) и. жарг.
Енәйәтсе төркөм ағзаһы. □ Мафиози. Мафиози булып йөрөй. Мафиози шантажы.
МАФИЯ [рус. < ит. mafia] (Р: мафия; И.: mafia; T.: mafya) и.
236