МАХМУР
1. Үҙ маҡсаты өсөн шантаж, көсләү, үлтереү алымдары менән эш итеүсе, йәшерен енәйәтсе ойошма. □ Мафия. ■ Иҫерткес эсемлектәрҙе етештереуселәр, һатыусылар, һатыуҙан табыш алыусылар, бер һуҙ менән әйткәндә, алкоголь мафияһы. «Киске Өфө», № 28, 2012.
2. Ойошҡан енәйәтселәр төркөмө.
□ Мафия. Мафия менән йөрөу. Мафияға эләгеу. Мафия ҡанундарына буйһоноу.
МАХАН (Р.: большой кусок мяса; И.: earge piece of meat, flesh; T.: et) и. кул. диал.
1. Ҙур ғына ит киҫәге. □ Большой кусок мяса. Махан алыу. Махан һатыу. Махан һоноу. ■ [Мифтахетдин:] Шуны нисек белмәйһең? Урыҫса махан конина була, ә беҙҙеңсә — йылҡы ите!.. Я. Хамматов.
2. Үпкә-бауырҙан, эс-ҡарындан туҡмасһыҙ, ярмаһыҙ бешерелгән аш. □ Суп из ливера. Танһыҡҡа махан бешереу. Бер ҡаҙан махан.
МАХАОН [рус. < бор. гр.] (Р.: махаон; И.: European swallowtail; T.: kırlangıçkuyruk) и. зоол.
Көндөҙ йәшәүсе ҙур сыбар күбәләк.
□ Махаон (лат. Papilio тасһаоп). Махаондар коллекцияһы. Махаон тотоу. ■ Махаондың 37 төрө билдәле. Интернет селтәренән.
МАХАУ (Р: проказа; И.: leprosy; Т.: cüzam) и.
1. һөйл. Йоғошло яман тире ауырыуы; ала тән. □ Проказа. Махау ауырыулы. Махау йоҡтороу. Махауҙы дауалау. ■ Әуәле махау ауырыулылар куп булған. Башҡорт мифологияһынан.
2. миф. Ауырыу эйәһе. □ В башкирской мифологии: дух проказы.
МАХ БИРЕҮ (мах бир-) (Р: дать маху; И.: let the chance slip; make a blunder; shoot into the brown; T.: pot kırmak) ҡ. һөйл.
Ниндәйҙер эштә үҙеңде һынатыу; һыр биреү, кәрәк кимәлдә башҡара алмау.
□ Дать маху. ■ Яман ҡәҙерләйҙәр бит, малай, ә уҙемдең эс көтөрләй, һай, мин әйтәм, килеуен, Әптелхәсән, килдең дә, махы биреп ҡуймаһаң ярар ине, тим. 3. Биишева.
МАХ БИРМӘҮ (мах бирмә-) (Р. не подкачать; И.: do not let the chance slip; do not make a blunder; do not shoot into the brown; T.: denemeden geçmek) ҡ. һөйл.
Ниндәйҙер эштә үҙеңде һынатмау; һыр бирмәү, кәрәк кимәлдә башҡара алыу. □ Не подкачать, не давать маху. ■ Мах бирмәй ук йөрөнөм дошмандарға ҡулдарымда форсат бар саҡта. Халыҡ йырынан.
МАХИЗМ [рус. < нем. Machism] (Р: махизм; И.: Machism; T.: Mahizm, Mahçılık) и. фәлс.
XX быуат башындағы философияла һәм фән методологияһында Э. Мах, Р. Авенариус һәм уларҙың шәкерттәре тарафынан эшләнгән субъектив-идеалистик йүнәлеш. □ Махизм. Махизм буйынса ғилми әҙәбиәт. Махизм фәлсәфәһе.
МАХИНАЦИЯ [рус. < лат. machinatio ‘хәйлә’] (Р: махинация; И.: scheme; machination; T.: dalavere) и.
Яуыз ниәт менән башҡарылған аҫтыртын эш; афера. □ Махинация. Махинацияла ҡатнашыу. ■ [Ырымбурҙың] төрлө махинация юлдары менән байып, ҙур байҙар менән ярышыу дәрәжәһенә килгән .. кесерәк буржуазияһы бар ине. 3. Шәрҡи.
МАХИСТ [рус.] (Р: махист; И.: Machist; T.: Mahçı) и. фәлс.
Махизм юлынан барған кеше. □ Махист (последователь, сторонник махизма). Махист Авенариус. Махистар берекмәһе.
МАХЛАС [ғәр. о-^] (Р: опора; И.: support; T.: mesnet) и. иҫк.
Таяныс, терәк, ышаныс. □ Опора. Мах-лас булып ҡалыу. Махлас ҡуйыу. ■ Ант итәм мин ихласым дәртем менән, һеҙ һөйөклө махласым — халҡым менән. Ш. Бабич.
МАХМУР [ғәр. (Р: похмелье; И.: hang-over; T.: mahmurluk) и.
Күп спиртлы эсемлек эскәндән һуң иртәгеһенә була торған ҡаты ауырыу. □ Похмелье. Махмур менән яфаланыу. Махмурҙан дарыу. ■ [Әпкәләев:] Махмурҙан баш сатнай. Ҡана, булмаһа, балыңды, балыңды ҡойоп бир, Йәмлиха һылыу! Ғ. Әхмәтшин.
237