МАХМУРЛАУ
МАХМУРЛАУ (махмурла-) ҡ. диал. ҡар. бүгеү 1. Махмурлап йөрөү.
МАХМЫРЛАУ (махмырла-) (Р.: поносить; И.: defame; T.: diyare) ҡ.
Эс китеү. □ Поносить. // Понос. Мах-мырлау сәбәптәре. Мал-тыуарҙың махмыр-лауы. Баланың махмырлай башлауы.
МАХОВИК (маховигы) [рус.] (Р.: маховик; И.: fly-wheel; T.: volan) и. тех.
1. Поршенле машиналарҙың валына ҡуйылып, уның әйләнешенә тигеҙлек бирә торған һәм механизмдың тигеҙ ритм менән эшләүен тәьмин итеүсе тәгәрмәс. □ Маховик. Автөсервиста маховик алыштыр -тыу. Яңы маховик һатып алыу. ■ Төпкәрәк киткән һайын, трактор нығыраҡ күмелә бара. Ә инде һыу маховикҡа килеп еттеме, был алаптай тәгәрмәс шыйлатып юғарыға һыу һиптерә башлай. Р. Солтангәрәев.
2. Төрлө станоктарҙа, ҡулайламаларҙа механизмдың тигеҙ ритм менән эшләүен тәьмин итеүсе ҙур, ауыр тәгәрмәс. □ Маховик. Пар машинаһы маховигы. Ел тирмәне маховигы. Балсыҡ яндырып эшләнгән боронғо маховиктар.
МАХОРКА [рус.] (Р: махорка; И.: (low-grade) tobacco; T: tütün) и.
1. бот. Эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, япрағы һәм һабағынан тәмәке ала торған үлән. □ Махорка (лат. Nicotiana rus-ticd). Махорка ултыртыу. Махорка плантацияһы. Махорканың зыяны.
2. Шул үләнде турап яһаған түбән сортлы тәмәке. □ Махорка. / Махорочный. ■ Фронтта старшина бер аҙналыҡ махорканы бармаҡ семтеме генә өләшә. «Ағиҙел», № 4, 2010. Бөгөн беҙгә [һалдаттарға] тәмәке, шырпы тараттылар. Тартмағас, махоркамды иптәштәремә бирҙем. Башҡортостан календарынан.
МАХСУС I [ғәр. (Р: специаль-
ный; И.: special, particular; T: mahsus) с.
1. Кемдер йәки нимәлер өсөн айырым тәғәйенләнгән, үҙенә бер төрлө; үҙенә башҡа булған. □ Специальный. Махсус эш кейеме. Махсус стипендия. Махсус аппарат. ■ Махсус һауытҡа ҡулай итеп суйын ҡапҡас эшләнде. С. Агиш.
2. Фән, техника, һәнәр, сәнғәт һ. б. айырым әлкәләргә ҡараған. □ Специальный. Махсус уҡыу йорто. Махсус программа. Махсус һүҙлектәр. ■ Махсус медицина журналдарында Сәлмәндең фәнни мәҡәләләре сыға башланы, фамилияһына «фән кандидаты», «фән докторы», «профессор» тигән дәрәжәләр ҡушылды. Г. Ситдиҡова. Азаматов курс өсөн махсус программа төҙөнө, китаптар һәм башҡа әсбаптар хаҡында ҡайғыртты. Ә. Вәли.
3. Хәл ителеше ашығыс булған; кисектергеһеҙ. □ Чрезвычайный, неотложный. Махсус ултырыш. Махсус сара. Махсус ҡарар.
МАХСУС II [ғәр. схн^] (Р: специально; И.: specially, especially; T.: mahsus) р.
1. Кемдер йәки нимәлер өсөн айырым тәғәйенләп, үҙенә бер төрлө; үҙенә башҡа.
□ Специально. Махсус рәүештә. Махсус килеү. ■ Ғафури төбәгенең, киңерәк әйтһәк, Кәлсер табындарҙың фольклоры әлегә рәтләп йыйылмаған, махсус өйрәнелмәгән. «Ағиҙел», № 11,2011.
2. Хәл ителеше ашығыс; кисектергеһеҙ.
□ Специально, неотложно. Махсус рәүештә йыйылыш үткәреү. Махсус барып ҡайтыу.
МАХСУСЛАШТЫРЫЛЫУ (махсуслаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. махсуслаштырыу. страд, от махсуслаштырыу. Махсуслаштырылған медицина ярҙамы. ■ 3 майҙа Өфөлә «Дача миҙгеле. Яҙ» III махсуслаштырылған күргәҙмә-йәрминкә асыла. «Киске Өфө», № 16, 2012. «Граждандарҙың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында»ғы закон буйынса, беҙгә махсуслаштырылған тәүге медицина-санитар дауаланыу, ашығыс ярҙам, шулай уҡ паллиатив медицина ярҙамы бушлай күрһәтелергә тейеш. «Киске Өфө», № 37,2012.
МАХСУСЛАШТЫРЫУ (махсуслаштыр-) (Р: специализировать; И.: assign а specialization; T.: ihtisas yapmak) ҡ.
Билдәле бер эштә йәки ниндәйҙер әлкәлә файҙаланыу өсөн ҡулайлаштырыу, билдәләү. □ Специализировать. // Специализация. Хужалыҡты ҡошсолоҡ эшенә махсуслаштырыу.
238