Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 239 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАҺИР
МАХСУСЛАШЫУ (махсуслаш) (Р.: специализироваться; И.: specialize /in/; T.: ihtisaslaşmak) ҡ.
Билдәле бер эшкә ҡулайлашыу, айырым бер әлкәгә йүнәлтелеү. □ Специализироваться. // Специализация. Йәшелсә етештереүгә махсуслашҡан хужалыҡ. Шишмә районы көнбағыш майы етештереүгә махсуслашҡан. ■ [«Витязь» Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы] ҡатмарлы юл шарттарына ҡулайлаштырылған йөҙөүсе һәм башҡа тор модификациялы ике звенолы, гусеницалы транспортёрҙар эшләп сығарыуға махсуслашҡан. Башҡортостан календарынан.
MAXTAP (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) u. этн.
Әйле ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени айле. Maxmap менән туғанлашыу. Maxmap иләүе. Maxmap йыйыны.
МАҺАБАТЛЫ с. диал. ҡар. маҡтаулы. Маһабатлы егет. Маһабатлы эш.
МАҺАЙТЫУ (маһайт ) (Р: перехваливать; И.: overpraise; T.: fazla övmek) ҡ.
Маһайырға ирек биреү, маһайырға юл ҡуйыу. □ Перехваливать. Кешене маһайтыу. ■ Атаһы теҙгенде ҡыҫҡа тотто: малайҙы уйынға-маҙарға сығарыу, ҡупшыраҡ кейем менән маһайтыу юҡ, гел эш тә эш, селәүсен һымаҡ ер соҡоу. Б. Бикбай.
МАҺАЙЫУ (маһай-, маһая) (Р: зазнаваться; И.: give oneself airs, have one’s nose in the air; get a swelled head; T.: kendini beğenmek) ҡ.
1. Үҙ-үҙеңде ҙурға һанау, үҙеңде шәпкә ҡуйыу; һауаланыу. □ Зазнаваться. // Зазнайство. ■ Зәки үҙенән бер-ике йәшкә оло, ҡоро кәүҙәһенә маһайып, һәр саҡ ата ҡаҙ һымаҡ йөрөгән күрше Сәлимде осратты. Р. Байбулатов. Күпме генә үрләмәһен, халыҡ күпме генә күтәрмәһен, Ғәлләмовта маһайыу, эреләнеү кеүек яман сирҙец тамсыһы ла юҡ ине. С. Поварисов.
2. Ғорурлыҡ тойғоһо кисереү; ғорурланыу. □ Гордиться, возгордиться. // Гордость. Үҙеңдең сығышың менән маһайыу. ■ Маһайыуҙан Вәлетдиндең тыңҡышлығы кәмей төштө хатта. Маһайырға хаҡы ла бар шул: кем ҡоҙаһы тиһең, уның ҡоҙаһы һыйланы беҙҙе. М. Кәрим.
МАҺАЙЫУСАН (Р: склонный к зазнайству; И.: inclined to conceit; T.: kibirli) c.
Маһайыуға әүәҫ. □ Склонный к зазнайству. ■ [Н. Ҡадирова:] Иремдең [Ғ. Ҡади-ровтың] барыһы ла ябай, ҡәҙимгесә булды, бөйөкмөн, тип маһайманы, күпертеүҙе, маһайыу сан кешеләрҙе йәне һөймәне. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005.
МАҺАЙЫУСАН Л ЫҠ (маһайыусанлы-ғы) (Р: тщеславие; И.: vanity, vainglory, conceit; T.: fodulluk) и.
Эрелек, тәкәбберлек. □ Тщеславие, заносчивость. Маһайыусанлығы менән үҙенән биҙҙереп бөттө. ■ Уның [Арыҫлан йондоҙлоғонда тыуған ҡатын-ҡыҙҙың] ҡайһы бер-ҙәге тәкәбберлегенә, эрелегенә, маһайыусан-лығына үпкәләргә ярамайҙыр. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
МАҺАЙЫШЫУ (маһайыш-) ҡ. урт. ҡар. маһайыу, взаимн. от маһайыу. ■ Бая күңелләнеп һөйләшкән, көлөшкән, һәр кем үҙе йыйған еләк менән маһайышҡан балалар шым булды. Ғ. Хисамов.
МАҺИР I [ғәр. (Р: искусный; умелый; И.: skilful, clever; T: mahir) с. кит.
Нимәгәлер һәләтле; оҫта. □ Искусный, умелый. Маһир бейеүсе. ■ Әсәйем кулинария әлкәһендә башҡалар кеүек оҫта түгелмен, тип шөбһәләнһә лә, әҙерләгән ризыҡтары аш-һыуға маһир француз ашнаҡсыһынан да кәм килеп сыҡмай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2005. Өләсәһе Мәүсүфә инәй ҙә — йырға маһир заттан. Экспедиция материалдарынан. Тәфтишселәргә ихтирамым ҙур минең. Иллә-мәгәр аҡыллы, маһир әҙәмдәр улар. «Ағиҙел», № 3,2012.
МАҺИР II [ғәр. (Р: искусно; умело; И.: skilfully, cleverly; T: mahir) p. кит.
239