МАҺИРЛЫҠ
Һәләтле, оҫта, бик яҡшы итеп. □ Искусно, умело. Умарталарҙы маһир эшләгән.
МАҺИРЛЫҠ (маһирлығы) (Р.: мастерство; И.: mastery; T.: mahirlik) и.
Берәй нәмәгә һәләтлек; оҫталыҡ. □ Искусство, мастерство. Фекерләү маһирлығы. К Юғары профессиональ маһирлыҡҡа эйә булған уҡытыусы үҙенең фәнен камил белә. «Башҡортостан», 6 апрель 2012. Мәрхүм Сәлиховтың маһирлығы булмаһа, беҙ әлеге көнгә хәтлем бинаһыҙ булыр инек. «Ағиҙел», № 3, 2012. Тиҫтерҙәрен хәрби маһирлыҡҡа Арғын менән Таймаҫ батыр өйрәтә. Ә. Хәкимов.
МАҺИӘТ [ғәр. (Р.: основа; И.: essence; T: mahiyet) и. иҫк.
Нимәнеңдер нигеҙе, асылы. □ Основа. Әҫәрҙең маһиәтенә төшөнөү. Маһиәтен асыу. Башта эштең маһиәтен билдәләү.
МАҺ-МАҺ (Р: возглас для подзыва собак; И.: whoop off a dog; T.: geh geh) саҡ.
Эт саҡырғанда әйтелә. □ Возглас подзыва собак. ■ «Кашкар, маһ-маһ!» — тип саҡырҙы Иштуған. Эт эйәрмәне. 3. Биишева.
МАЦЕРАЦИЯ [рус. < лат. maceratio] (Р: мацерация; И.: maceration; T.: ıslanıp yumuşama) и.
Ебетеү йәки тарҡатыу маҡсаты менән үҫемлек һәм хайуан туҡымаларын сылатыу ысулы. □ Мацерация (разъединение клеток растений или животных:, первоначально более или менее плотно соединённых в ткани). Мацерация эшләү. Мацерация үткәреү.
МАЧО [рус. < исп. macho ‘иркәк’] (Р: мачо; И.: macho; T.: maço) и.
Ысын ир-егет. □ Мачо. Үҙен мачо итеп хис итеү.
МАЧТА |рус. < гол. mast] (Р: мачта; И.: mast; T.: direk) и.
1. Карапҡа елкән ҡороу, юғарынан тороп күҙәтеү, сигнал биреү һ. б. өсөн хеҙмәт иткән бейек бағана. □ Мачта. ■ Мачтаға эленгән фонарь бынан алыҫ ҡына, әммә уның яҡтыһында күҙҙәрен ыуа-ыуа йоҡо менән тырышып көрәшеүсе һаҡсыны һәм һөйәүле мылтығын шәйләргә мөмкин. Б. Рафиҡов.
2. тех. Төрлө маҡсат (электр сымдары элеү, антенна күтәреү һ. б.) өсөн хеҙмәт
иткән бейек ҡоролма. □ Мачта. / Мачтовый. Радио мачтаһы ярҙамында. Электр мачтаһы.
МАЧТАЛЫ (Р: с мачтой; И.: with a mast; T.: direkli) с.
Мачтаһы булған; елкәнле. □ С мачтой. Мачталы кәмә. Ике мачталы карап.
МАШ [фарс. (Р: маш; И.: bean species; T.: maş fasulyesi) и. бот.
Ҡуҙаҡлы үҫемлектең бер торо. □ Маш (стручковое растение, фасоль золотистая) (лат. Phaseolus aureus). Маш сәсеү. Маш орлоғо. ■ Күренмәҫ баш уның алдында бер маш. М. Ғафури.
МАША I [фарс. (р: ножницы для свечей; И.: scissors for candles; T.: mum makası) и. иҫк.
Май шәм ҡырҡыу өсөн махсус ҡайсы.
□ Ножницы для свечей. Маша үткерләү. Маша менән киҫеү.
МАША II (Р: чайная гуща; И.: dregs; T.: çay tortusu) и. диал.
Сәй шамаһы. □ Чайная гуща. Машаһын түгеү. Маша менән ашлау. Машаһы төбөнә ултырған.
МАШАЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бишул-уңғар ырыуына ҡараған башҡорт аймағы. □ Родовое подразделение бишул-унгарцев. Машай араһы. Машай аймағы тамғалары. Машайҙар заты.
М АШ АҠ А и. диал. ҡар. мәшәҡәт. Маша-ҡалар артта ҡалды, һәр эштең үҙмашаҡаһы бар.
МАШАЛЛА [ғәр. ^1^4 (Р: вот это да!; И.: oh my!; T.: maşallah) ымл.
1. Ғәжәпләнгәндә, һоҡланғанда әйтелә.
□ Вот это да!, отлично!, браво! (выражает сильное удивление, восхищение). Машалла, машалла, ни булды тағын? Машалла әйтеү.
2. «Шулай булһын, Алланың теләгәне булһын» тигән мәғәнәлә һөйләүсене йөпләп әйтелә. □ Д ай Бог! (возглас одобрения). Машалла, теләгәнең килһен!
МАШИНА [рус. < фр. machine < лат. machina] (Р: машина; И.: machine; engine; T.: makine) и.
240