Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 241 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАШИНИСТ
1. Бер энергияны икенсе энергияға өйләндереп, файҙалы эш башҡара торған механизм йәки механизмдар йыйылмаһы.
□ Машина (вязальная, швейная, счётная, пишущая, стиральная и т. д.). / Машинный. Кер йыуыу машинаһы. Йөн иләү машинаһы. ■ Ауылда беренсе булып һөт машинаһы алған Әхмәдигә инеп-сығып йөрөүселәр күбәйҙе. «Ағиҙел», № 11, 2011. Уның [М. Ғафури ҡатыны Зөһрә апайҙың] «Зингер» тегеү машинаһын хәҙер Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында күрергә мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005. Ашарға беҙ гел бергә әҙерләнек, кер йыуғанда ла янымда йөрөнө, ул ваҡытта автомат машина юҡ ине әле. «Киске Өфө», № 27, 2012.
2. һөйл. Автомобиль йәки башҡа транспорт төрө. □ Автомобиль, грузовая машина. Еңел машина. Йөк машинаһы. ■ Ағас күперҙе үтеп, уйһыулыҡтан күтәрелгәс, машина тигеҙ яланға килеп сыға. Р. Әхмәтов.
МАШИНА БЕЛӘГЕ (Р: ручка машины; И.: creamer’s handle; T: yağ ayırıcının kolu) u. диал.
Һөт айырғыстың барабанды хәрәкәткә килтереп әйләндереү йә эшләтеү өлөшө.
□ Ручка машины, агрегата (например, сепаратора, мясорубки). Машина беләгенән әйләндерә башлау. Машина беләген һындырыу.
МАШИНА КҮМӘСЕ (Р: поплавок сепаратора; И.: detail of a creamer; T.: yağ ayırıcının şamandırası) и. диал.
һөт айырғыстың өлөшө, сепаратор түбәсәйе. □ Поплавок сепаратора. Машина күмәсен йыуыу. Машина күмәсен ҡуйыу.
МАШИНАЛАШТЫРЫЛЫУ (машиналаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. машиналаштырыу. страд, от машиналаштырыу. ■ Республикала ерҙе эшкәртеү һәм иген йыйыу тотош тиерлек машиналаштырылған. Интернет селтәренән.
МАШИНАЛАШТЫРЫУ (машиналаштыр-) (Р: механизировать; И.: mechanize; Т.: makineleştirmek) ҡ.
Эште машина хеҙмәтенә күсереү, машина менән тәьмин итеү. □ Механизиро
вать. // Механизация, механизирование. Ауыл хужалығын машиналаштырыу.
МАШИНАЛАШЫУ (машиналаш-) (Р: механизироваться; И.: become mechanized; T.: teknikleşmek) ҡ.
Машина хеҙмәтенә күсеү, машина менән тәьмин ителеү. □ Машинизироваться. // Машинизация. Хәҙерге заман мәктәп ашханаларында бар нәмә, хатта һауыт-һаба йыуыу, икмәк телеү ҙә машиналашҡан.
МАШИНА ТАБАҒЫ (Р: чаша (например, сепаратора)', И.: creamer cup; T.: yağ ayırıcının tabağı) и. диал.
һөт айырғыс табағы. □ Чаша (например, сепаратора, мясорубки). Машина табағына һөт ҡойоу. Машина табағын йыуыу.
МАШИНА-ТРАКТОР СТАНЦИЯҺЫ (Р: машинно-тракторная станция; И.: machine and tractor station; T.: makine ve traktör istasyonu) u.
Ауыл хужалығын машиналар менән тәьмин итеп торған ойошма. □ Машинно-тракторная станция. Машина-трактор станцияһын модернизациялау. ■ Ул ҡыҙ быйыл ғына ауыл хужалығы институтын тамамлаған һәм машина-трактор станцияһына эшкә ебәрелгән Абызбаева ине. Ә. Вәли.
МАШИНА ТӘРЖЕМӘҺЕ (Р: машин ный перевод; И.: machine / computer translation; T.: otomatik makine tercümesi) и. лингв.
Алдан әҙерләнгән программа нигеҙендә электрон машина ярҙамында башҡарылған тәржемә. □ Машинный перевод. Машина тәржемәһе ярҙамында инглиз теле уҡытыла.
МАШИНИСТ [рус.] (Р: машинист; И.: driver, operator; T.: makinist) и.
Тимер юл транспорты, экскаватор, карап менән эш иткән, йөрөткән кеше. □ Машинист. Экскаватор машинисы. Машинист булып эшләү. ■ Машинист дуҫ, йә һин паровозды аҡрынайтыр инең бер аҙға. Ғ. Сәләм. [Леонид Лушников] 1947 йылда Куйбышев тимер юл техникумын тамамлап, Каҙағстанда паровоз машинисы ярҙамсыһы булып эшләй. «Ағиҙел», № 8, 2009.
241