Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 242 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МАШИНИСТКА
МАШИНИСТКА [рус.] (Р.: машинистка; И.: typist; T.: daktilocu) и. иҫк.
Яҙыу машинкаһында эшләгән ҡатын-ҡыҙ. □ Машинистка. Машинистка булып эшләү. Ҡулъяҙманы машинисткаға тапшырыу. ■ [Фәһим — Зөһрәгә:] Һин — машинистка, нәфис бармаҡтарыңды талдырып, күпме ҡулъяҙма баҫып, нисә китап сығарыштың! И. Ғиззәтуллин.
МАШИНКА [рус.] (Р: машинка; И.: typewriter; (small) machine; hairclipper; T.: makine) и.
1. Берәй нәмә эшләүгә тәғәйенләнгән бәләкәй генә яйланма. □ Машинка. Сәс машинкаһы. Йөндө машинка менән сиратыу.
2. иҫк. Хәреф төшөрөлгән баҫамаҡтарға баҫып, текст күсереп яҙа торған механизм. □ Машинка (печатная). ■ Ҡабулитеүбүлмәһенә килеп инеүе булды, машинкала ниҙер баҫып ултырған сәркәтип уға боролмай ғына: «Көтә», — тине. Р. Вәлиев. Рәсимәһе гел генә телефонда ултыра, Сәлимәһе машинкала баҫа. Йомошҡа икеһе лә бер тиген йөрөй. Д. Бүләков.
МАШТИМ с. диал. ҡар. наҙан. Маштим кеше булып ҡалыу. ■ [Энеһе — ағаһына:] Яҙып ҡуй берәй ереңә, һин бит минең һымаҡ маштим булып, сей наҙан ҡалған әҙәм түгел. С. Кулибай.
МАШТЫ (Р: головастик; И.: tadpole; Т.: iribaş) и. зоол. диал. ҡар. сүмесбаш.
Баҡа балаһы; эт балыҡ, мелек. □ Головастик. Ямғыр һыуындағы маштылар. Күләүек өҫтөндә маштылар күренә.
МАЪМАЙ (Р: собачка; И.: puppy; dog; T.: köpek) и. бал.
Эт, көсөк. □ Собака, собачка, щенок. ■ Аҡыллы маъмай йоҡлап тик ятмай, йорт тирәләрен, хужаһын һаҡлай. К. Кинйәбулатова. Эт тыңламай сығынсылаһа инде, хужа ундай маъмайҙы тиҙ үк аҡылға ултырта: һөйәк ырғытмай алдына. Д. Бүләков.
МАЭСТРО [рус. < ит. maestro ‘оҫта’] (Р: маэстро; И.: maestro; T.: mayestro) и.
Бик оҫта композитор, дирижёр, аккомпаниатор, музыка профессорҙарына бирелгән исем. □ Маэстро.» Танылған маэстро Вла
димир Спиваков Өфөгә килгәнендә һәләтле ҡыҙҙың [А. Сәйфуллинаның] сығышын ишетә. Башҡортостан календарынан.
МАЯ [фарс. (Р: подкладыш; И.: reserve egg; T.: fol) и.
1. Ҡош-ҡорт ситкә һалмаһын өсөн ояһында ҡалдырыла торған йомортҡа. □ Подкладень, подкладыш (яйцо, подкладываемое в гнездо, чтобы курица неслась в определённом месте ). Мая ҡалдырыу. Маяға ҡалдырыу. ■ Ике рәт араһында ҡалған Гүзәл, яландар буйлап бик оҙаҡ йөрөнө, ояһынан маяһын алған тауыҡ һымаҡ эҙләнеп, баҫыуҙан баҫыуға сапты. И. Ғиззәтуллин.
2. Ҡымыҙ, бал, икмәк әсеткеһе; ҡур. □ Закваска. Мая өҫтөнә бал ҡойоу. Маяға икмәк баҫыу. Ҡымыҙ маяһы. ■ Башта мая өҫтөнә әсетеп икмәккә баш яһайҙар. Картотека фондынан.
3. күсм. Һаҡлыҡта ятҡан байлыҡ, һаҡлыҡ аҡса. □ Сберегательные деньги, накопительные средства, богатство, фонд. / Фондовый. Мая йыйыу. Булған маяны юғалтыу. Процентҡа һалынған мая. М Ул үҙ эшен көйләп ебәрә, ярайһы уҡ мая ла туплай, бизнес донъяһында атаһы урынына күреп ышанған выжданһыҙ компаньоны Стригун-ковтан алданып та ҡала. Р. Вәлиев. Юл расходына тип, беҙгә аҡса ла һалғандар. Уға мохтаж түгелбеҙ ҙә түгеллеген, һаҡлыҡ кассаһында ла маябыҙ юҡ түгел. Ғ. Ғүмәр.
4. миф. Үрсемлек, ырыҫ, байлыҡ билгеһе итеп тауыҡ ояһында ҡалдырылған йомортҡа. □ Подкладень (яйцо, подкладываемое в гнездо курицы, направленное на проецирование плодовитости, изобилия, богатства ). Мая һалыу. Мая ҡалдырыу. Маяға алып ҡалыу.
МАЯҠ I (маяғы) [рус.] (Р: маяк; И.: lighthouse; beacon; T.: fener) и.
1. Сигнал уты менән караптарға юл күрһәтеү өсөн диңгеҙ ярҙарына эшләнгән бейек ҡоролма. □ Маяк. / Маячный. ■ Ул хәс тә ҡараңғы даръя уртаһындағы маяҡ — яҡтылыҡ осҡоно мине тарта, әүрәтә. Ымһынып уға табан атлығам. Р. Камал. Алыҫта маяҡ уттары күренә. Әнүәр шул уттарға ҡарай. Тулҡындар йырын тыңлай. Ғ. Әмири.
242