Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 243 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МЕБЕЛСЕ
2. Юлдың буйына билдә өсөн ҡаҙалған сыбыҡтар. □ Придорожные вехи. Маяҡ ҡуйыу. Маяҡтар буйлап барыу. ■ Ана бер ауыл кешеһе санаһына нимәлер тейәгән дә маяҡлы юл буйлап тауға табан үрелә. Д. Юлтый. Оло юлда маяҡтар бар юлаусы аҙашмаҫҡа. Халыҡ йырынан. Батыр булып ат менһәм, һыу-сүл юлымды быумаҫ, юлыма үлән үҫмәҫ, маяҡһыҙ ҙа яҙлыҡмаҫ Ҡуңыр буға юлы бар. Ҡобайырҙан.
3. күсм. Ниндәйҙер эшкә юл күрһәтеүсе. □ Маяк (что-л. или кто-л., указывающие путь в жизни). ■ Ысын байрам тойғоһо — тормош маяғы. Яңы йыл иҫтәлектәре балалар өсөн үҫкәс тә ошо маяҡ уты булып балҡыһын. «Киске Өфө», № 52, 2011. Сәскә аттыҡ... Донъя матур ине. Күп илдәрҙең булдыҡ маяғы. «Ағиҙел», № 3, 2012.
4. күсм. Өлгө булырлыҡ кеше, хеҙмәт алдынғыһы. □ Маяк (образцовая личность, передовик). Хеҙмәт маяҡтары. Производство маяғы. ■ Атай беҙгә, биш балаһына, килен-кейәүҙәренә, ейәндәренә ҙур кеше, яҙыусы булараҡ һәр саҡ оло маяҡ булды. «Ағиҙел», № 8, 2008.
МАЯҠ II (маяғы) (Р.: вершина горы; И.: crest; T.: dağ tepesi) и. диал.
Tay түбәһе. □ Вершина горы. Маяҡҡа менеү. Маяҡҡа үрләү.
МАЯҠ III (маяғы) (Р.: шест с подарками; И.: pole for presents and gifts; T.: hediyeler takılmış sırık) и. диал. ҡар. баҡан.
1. Һабантуй, йыйын һәм байрамдарҙа бүләктәр эленгән бағана. □ Шест (длинный шест, на конце которого прикрепляются подарки; обязательный атрибут сабантуя). Маяҡҡа буйлау. Маяҡтан бүләк алыу. И һабантуйға әҙерлек барышында йәштәр өйҙән өйгә йөрөп маяҡҡа нәмә йыялар. Экспедиция материалдарынан.
2. ҡар. һырғауыл. Маяҡҡа менеү. Маяҡ башына бүләктәр эленгән. Маяҡҡа үрмәләү.
МАЯЛЫҠ (маялығы) и. ҡар. мая. Маялыҡ ҡалдырыу. Маялыҡ өсөн алып ҡалыу. Маялыҡ булып йөрөү.
МАЯ МАЛ (Р: основа имущества; И.: pivot of property; T: mülkün temeli) и.
Төп нигеҙ булып торған мал һәм мөлкәт. □ Основа имущества. М Атаһынан ҡалған нигеҙ һәм бер байтал улына донъя ҡора башлауға мая мал булды. Экспедиция материалдарынан.
МАЯТНИК (маятнигы) [рус.] (Р: маятник; И.: pendulum; T: sarkaç) и.
1. Өҫкә йәки аҫҡы осо нығытылып, икенсе башы бәүелеп торған ҡулайлама. □ Маятник. Маятник тирбәлеше. Экстрасенс маятнигы. Секундлы маятник.
2. Кеҫә һәм ҡул сәғәте механизмдарының ритмлы йөрөшөн тәьмин итеп, үҙ күсәрендә төрлө яҡҡа хәрәкәт итә торған ҡуласа. □ Маятник в часах. Сәғәт маятнигы. Ньютон маятнигы. Фуко маятнигының моделе. ■ Икенсеһе — яһалма Ваҡыт. Ул сәғәт ҡиәфәтенә инеп, күҙ алдында секунд, сәғәт телдәре булып йүгерә, сәғәт маятнигы булып тыҡылдай. Башҡортса дини календарҙан.
МАЯТНИКЛЫ (Р: маятниковый; И.: pendulum; T: sarkaçlı) с. махс.
Маятник хәрәкәтенә нигеҙләнгән, маятнигы булған. □ Маятниковый. Маятниклы сәғәт. Маятниклы сейсмограф. Маятниклы прибор.
МАЯУ и. диал. миф. ҡар. мая 5. ■ Бағымсы әбей .. бағымдыҡты әйтә: «Мин һалдым маяу! Мин әйтәм баяу! Һыбаға әмәл таяу! Кендеккә тығып ҡаяу! Котҡа — ҡот! Йәнгә — йән!» «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан.
МАЯУ ҺАЛЫУ (Р: магический способ лечения бесплодия; И.: magic way to cure an infertile woman; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. миф.
Ауырға ҡала алмаған ҡатын-ҡыҙҙы имләү ысулы. □ Магический способ лечения бесплодия, доел. Положить подкладень. ■ Балаһыҙ ҡатынды имләгәндә «Маяу һалыу» тигән һамаҡ әйтәләр: «Мин һалдым маяу! Мин әйтәм баяу!» Башҡорт мифологияһынан.
МЕБЕЛСЕ (Р: мебельщик; И.: furniture maker; T.: mobilyacı) и.
243