МУЛЫҒЫУ
МУЛЫҒЫУ (мулыҡ-) (Р.: жить в достатке; И.: be well-to-do; T.: varlık içinde yaşamak, doyunmak) ҡ.
Күп булып ҡулға ингән нәмәгә кинәнеү.
□ Жить в достатке; заиметь что-л. в изобилии. Һыуға мулығыу. Утынға мулығыу. Кейемгә мулығыу. Һалдаттар өҫ-кейемгә мулыҡты. ■ Ере аҙ йәки ере булмаған урындарҙа уны эшләй алырлыҡ крәҫтиәндәр ергә мулығып ҡалдылар. Ғ. Дәүләтшин.
МУЛЫҠТЫРЫУ (мулыҡтыр-) (Р.: быть обеспеченным чем-л:, И.: be provided with smth; T.: ihtiyacını sağlamak) ҡ.
Нимәгәлер кинәндереү. □ Быть обеспеченным чем-л. Һыуға мулыҡтырыу. Утынға мулыҡтырыу.
МУЛЬДА [рус.< нем. Muide} (Р: мульда; И.: mould; trough; T.: tekne) и.
1. тех. Төрлө механизмдарҙың ялғашҡа оҡшаған бер өлөшө. □ Мульда. Мульданы бушатыу.
2. геол. Ер ҡабығының батынҡы йыйырсығы, уйһыулыҡ. □ Мульда. Мульдаға һыу йыйылған.
3. сәнәғ. Суйын ялғаш. □ Мульда. Мульда килтереу.
МУЛЬТИ [рус. < лат. multi ‘күп’] (Р: мульти; И.: multi; T: çok, muhtelif)
Ҡушма һүҙҙәр составында килеп, «күп тапҡыр ҡабатланған», «күп», «бик күп» мәғәнәләрен биргән һүҙ. □ Мульти.
МУЛЬТИВИБРАТОР [рус. < лат. multum ‘күп’ + vibro ‘һелкетәм’] (Р: мультивибратор; И: multivibrator; T: multivibrator) и.
Иң йыш таралған генератор төрө.
□ Мультивибратор. / Мультивибратор-ный. Мультивибратор ҡулланыу. Мульти-вибраторлы уйынсыҡ. ■ Мультивибратор терминын беренселәрҙән булып Голландия ғалимы, физик ван дер Поль ҡуллана. Интернет селтәренән.
МУЛЬТИМЕДИА [рус. < ингл. multimedia < лат. multum ‘күп’ + medium ‘үҙәк’ ] (Р: мультимедиа; И.: multimedia; Т: multimedia) и.
Визуаль һәм аудиоэффект (текст, тауыш, графика, фото, видео) мөмкинлектәренең бер-береһенә тәьҫирен интерактив программа ярҙамында булдырыу
күренеше. □ Мультимедиа. Мультимедиа компьютерҙары.
МУЛЬТИМИЛЛИОНЕР [рус. < фр. multimillionaire} (Р: мультимиллионер; И.: multimillioner; T.: mültimilyoner) и.
Бик күп миллион һумға йәки башҡа аҡса берәмегенә торош итерлек байлығы булған милек хужаһы. □ Мультимиллионер. Мультимиллионер булыу. Мультимиллионер бизнесы. Мультимиллионер менән осрашыу.
МУЛЬТИПЛЕКС [рус. < ингл. multiplex} (Р: мультиплекс; И.: multiplex; Т.: multiplex) и. махе.
Бер йышлыҡ каналында төрлө сигнал сығанаҡтарынан (студияларҙан, телеком-панияларҙан) килгән бер нисә телеканал -ды ебәреү мөмкинлеге. □ Мультиплекс. Мультиплекс мөмкинлектәре. Мультиплекс программаһы.
МУЛЬТИПЛИКАТОР [рус. < лат. multip-licator ‘күбәйткес’] (P: мультипликатор; И.: intensifier; T.: süperkompresör) и.
1. Парогидравлик престарға ҙур баҫым менән һыу ҡыуа торған ҡулайлама. □ Мультипликатор (устройство, разгоняющее воду под высоким давлением в парогидравлические прессы). Гидравлик мультипликатор. Мультипликатор төҙөу. Мультипликатор-ҙы ҡулланыу ҡағиҙәһе.
2. Бер үк нәмәне бер юлы күп итеп төшөрә торған күп объективлы фотокамера; күсмәләрҙе ишәйтә торған прибор. □ Мультипликатор (фотографическая камера со многими объективами, дающая сразу много снимков с одного и того же предмета; прибор для размножения копий). Мультипликаторҙар хаҡы. Мультипликатор алыу. Ватыҡ мультипликатор.
3. Мультипликация буйынса белгес, йәнһүрәт төшөрөүсе. □ Мультипликатор (специалист в области мультипликации). Мультипликатор мультипликация менән шөғөлләнә. Иц яҡын дуҫым Салауат ҡалаһында мультипликатор булып эшләй.
МУЛЬТИПЛИКАЦИОН [рус] (Р: мультипликационный; И.: animated; Т.: canlandırılmış) с.
414