Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 453 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘҒӘНӘҺЕҘ
Бик тәрән мәғәнәле һәм ғибрәтле ҡисса. «Сабыр төбө — һары алтын» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер инде. М. Ямалетдинов.
3. Аҡыллы, төплө; белдекле. □ Толковый, дельный. Мәғәнәле һуҙ. Мәғәнәле тәҡдим. Мәғәнәле кеше.
4. Ниндәйҙер йәшерен, серле мәғәнәгә эйә булған; нимәлер аңлатҡан. □ Многозначительный, выразительный, загадочный. Мәғәнәле ҡараш. Мәғәнәле кәцәш.
МӘҒӘНӘЛЕ II (Р.: толково; И.: sensibly; T: manalı) р.
1. Аҡыллы, төплө, эшлекле. □ Толково, дельно. Мәғәнәле итеп һөйләу. Мәғәнәле тәҡдим яһау. Мәғәнәле итеп аңлатыу. ■ Йомабикәгә бәхет - донъяға аҡыллы ҡараш, тулы куңел, мәғәнәле йәшәу төшөнсәһе лә ул. Ғ. Хөсәйенов.
2. Ниндәйҙер мәғәнә һалып, уйлап.
□ Многозначительно, загадочно, выразительно. Мәғәнәле йылмайыу. Мәғәнәле unten ҡарау. Мәғәнәле итеп куҙ ҡыҫыу. ■ [Ба-сариев:] Нимә, әллә көнләшәһеңме? — Князев мәғәнәле йылмайҙы. Р. Солтангәрәев.
МӘҒӘНӘЛЕЛЕК (мәғәнәлелеге) (Р: значимость; И.: significance; T: mana) и.
1. Ҙур йөкмәткелек, эстәлеклек. □ Значимость, содержательность. Был әҫәргә ҙур мәғәнәлелек һалынған.
2. Аҡыллылыҡ, төплөлөк; булдыҡлылыҡ. □ Толковость, дельность.
3. Ниндәйҙер мәғәнә һалынғанлыҡ.
□ Многозначительность, выразительность. Һуҙҙең мәғәнәлелеге.
МӘҒӘНӘЛӘШ (Р: одинаковый по смыслу; И.: unambiguous; synonymous; T: eşanlamlı) с.
Бер үк мәғәнәгә эйә; синонимик. □ Одинаковый по смыслу, однозначный. Мәғәнәләш һуҙҙәр. Мәғәнәләш әҫәрҙәр.
МӘҒӘНӘЛӘШ ҺҮҘ (Р: синоним; И.: synonimous words; T: eşanlamlı sözcük) и. лингв.
Шундай уҡ, бер үк мәғәнәгә эйә булған һүҙ; синоним. □ Синоним. Мәғәнәләш һуҙҙәр рәте. Мәғәнәләш һуҙҙәрҙе табыу.
МӘҒӘНӘҮИ [ғәр. (Р: смысловой; И.: sense bearing; T: manevi) с.
һүҙҙең, атаманың һ. б. билдәле төшөнсәгә эйә булған эске йөкмәткеһенә, эстәлегенә мөнәсәбәтле. □ Смысловой. Мәғәнәуи баҫым. Мәғәнәуи мәҡәлдәр. ■ Бәйге тора-бара әҫәрҙә мәғәнәуи һәм композиция уҙәгенә әуерелә. Ә. Хәкимов. Башҡорт халҡының куп кенә мәҡәлдәре башҡа халыҡтарҙың мәҡәлдәре менән мәғәнәуи һәм формаһы яғынан тап килә. Ф. Нәҙершина.
2. Эске донъяға мөнәсәбәтле; рухи.
□ Духовный, связанный с внутренним миром. Мәғәнәуи ҡеуәт. Мәғәнәуи бәйге. Мәғәнәуи донъя. Мәғәнәуи мөнәсәбәт. ■ Ҡулыбыҙҙа булған ҡоралдарҙы Дутов, Колчак бандаларына ҡаршы йунәлтергә, өйҙә торғандарыбыҙ ҙа эшсе-крәҫтиән хөкумәтенә матди, мәғәнәуи ярҙамда булырға тейешбеҙ. Ш. Хоҙайбирҙин. Йәшәһен мәғәнәуи азатлыҡ! Ш. Бабич. Легендаларҙа сағылған донъя берҙәмлеге менән хосуси әйбер йәки зат араһындағы мәғәнәуи мөнәсәбәтте куреу өсөн әллә купме материалды бер системаға килтереу, тари-хи-этнографик сағыштырыуҙар алып барыу талап ителә. Ф. Нәҙершина.
МӘҒӘНӘҺЕҘ I (Р: бессмысленный; И.: senseless; T: manasız) с.
1. Мәғәнәһе булмаған, бер ни аңлатмаған, эстәлекһеҙ; буш. □ Бессмысленный, бессодержательный. / Бессмысленность. Мәғәнәһеҙ ҡараш. Мәғәнәһеҙ кеше. Мәғәнәһеҙ һуҙҙәр теҙмәһе. ■ Ғәйзулла, ауыртыуға сыҙамайынса, ҡысҡырҙы. Ләкин тауыш урынына мәғәнәһеҙ һуҙҙәр сыҡты. Я. Хамматов. Әлеге бульдог уҙенең квадрат ауыҙы менән йылғыр аяҡлы шаян бөҙрә бәрәсте муйынынан арҡыры улемесле тешләп алған да мәғәнәһеҙ ҡараштары менән мөлдөрәп Ғиниәткә текәлгән. Р. Байымов.
2. Килешмәгән, килешһеҙ, урынһыҙ.
□ Бессмысленный, неуместный. Мәғәнәһеҙ һорау. Мәғәнәһеҙ һуҙ. ■ Нимә тип яуап бирәһең инде шул ата ҡаҙҙың мәғәнәһеҙ һорауына. Б. Рафиҡов. Ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғәнәһеҙ уйҙарға кумелеп көбө артында ята торғас, Мифтахетдиндың куҙҙәре йо-молдо. Ә. Хәкимов.
453