Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 454 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӘҒӘНӘҺЕҘ
3. Әһәмиәтһеҙ, яҡшы һөҙөмтә бирмәгән. □ Бессмысленный, бесполезный, бессодержательный, безрезультатный. Мәғәнәһеҙ тормош. Мәғәнәһеҙ эш. ■ Ләкин тәуге мәғәнәһеҙ тормош, урталыҡтағы тамуҡ быуаттары инде мәцге ҡайтмаҫҡа, донъяға тағы ла бер килеп куренмәҫкә, уҙҙә-ренец бөлгөнлөктәрен, куҙ йәштәрен, ҡан йылғаларын, ҡоллоҡ хаятын мәцге, мәцге курһәтмәҫкә, уҙенец шомло, ҡара эҙҙәрен юя-юя китте. Г. Дәүләтшин.
4. Мәғәнә белмәгән, уйлап эш итмәгән, уйлап һөйләмәгән. □ Бестолковый, неразумный. Мәғәнәһеҙ кеше.
МӘҒӘНӘҺЕҘ II (Р.: бессмысленно; И.: senselessly; T.: manasız)^.
1. Мәғәнә белмәйенсә, уйлап эш итмәй, эстәлекһеҙ; буш. □ Бессмысленно; бестолково, неразумно, глупо. Мәғәнәһеҙ ҡарау. Мәғәнәһеҙ ҡыланыу. Мәғәнәһеҙ итеп көлөу.
■ [Дилбәр:] Хыялыныц берәй заман ғәмәлгә ашыу ихтималына өмөтө ҡаҡшағандан-ҡаҡшай барҙы. Ә был берҙән-бер теләгенән башҡа тормошо ят, ҡотһоҙ һәм мәғәнәһеҙ ине. Г. Ғиззәтуллина. Ә буш куцел асыуҙарға, мәғәнәһеҙ урам тапауҙарға, юҡ-бар уйындарға, буш ыҙғыштарға кеше купме ваҡытын, көсөн әрәм итә. Р. Солтангәрәев.
2. Фекерһеҙ, урынһыҙ. □ Бессмысленно, неуместно. Мәғәнәһеҙ һөйләу.
3. Килешһеҙ, маҡсатһыҙ. □ Нелепо, бесцельно. ■ Мәғәнәһеҙгә уткән һәр минут көйә булып киҫә бәғерҙе. М. Хәй. Басариев инде һөйләшеп тороуҙыц мәғәнәһеҙ икәнен ац-ланы. Р. Солтангәрәев.
МӘҒӘНӘҺЕҘЛЕК (мәғәнәһеҙлеге) (Р: бессмысленность; И.: nonsense; T.: manasızlık) и.
1. Мәғәнәһеҙ булыу сифаты. □ Бессмысленность, бессодержательность. Мәғәнәһеҙлеккә юл ҡуйыу. Мәғәнәһеҙлек курһәтеу.
■ Тирә-яҡта — мәғәнәһеҙлек, шыҡһыҙлыҡ. Бөтәһе лә бушҡа ғына. Р. Камалов, «һаумы, һаумы, минец матур куршем», — тине лә Ғумәр [Тацсулпанға], ҡурҡҡан төҫлө, ауыҙын йомдо. Ҡайҙан ысҡынды бындай сөсө
һуҙҙәр? Кит инде, ниндәй мәғәнәһеҙлек. Н. Мусин.
2. Тормошҡа файҙаһыҙ, ярашһыҙ булыу сифаты. □ Бессмысленность, бессодержательность, бесполезность. ■ [Мәҙинә — Давидка:] Тимәк, һинецсә, көрәш - мәғәнәһеҙлек? Т. Ғарипова. [Зәки:] Тағы ла шунан ҡурҡам, Нәзмиә, китаптарымды яҙып бөтөрә алмам кеуек, һине һөймәй генә китап яҙып ултырыу ҙа бер мәғәнәһеҙлек кеуек, һине һөйөп кенә китап яҙмай ултырыу ҙа мөмкин тугел. Әйт әле, Нәзмиә, бына шуларҙыц ҡайһыһын һайларға? Н. Асанбаев.
МӘҒӘНӘҺЕҘЛӘНДЕРЕҮ (мәғәнәһеҙләндер-) (Р: обессмысливать; И.: make devoid of sense; T: manasız yapmak) ҡ.
Мәғәнәһеҙ (1, 2) итеү, мәғәнәһеҙгә әй-ләндереү. □ Обессмысливать, выхолащивать. // Обессмысливание, выхолащивание. Эште мәғәнәһеҙләндереу.
МӘҒӘНӘҺЕҘЛӘНЕҮ (мәғәнәһеҙлән-) (Р: становиться бессодержательным; И.: get devoid of sense; T: manasız olmak) ҡ.
1. Төшөнсәгә эйә булған эске йөкмәткене юғалтыу. □ Становиться бессодержательным, пустым, лишаться смысла (о речи, разговоре и т. п.). Һуҙҙе мәғәнәһеҙләндереу.
2. Мәғәнәһеҙгә, уйлап эш итмәгәнгә, уйлап һөйләмәгәнгә әйләнеү. □ Становиться бестолковым, несообразительным, глупым (о человеке). Мәғәнәһеҙләнә башлау.
3. Аҡылһыҙлыҡ, ахмаҡлыҡ, йүләрлек күрһәтеү. □ Вести себя глупо, бестолково. Кит, башыцды алйотҡа һалып, мәғәнәһеҙләнеп торма!
МӘҒӘРӘ [ғәр. (Р: пещера; И.: cave, cavern; T: mağara) и. иҫк.
Тау тишеге, мәмерйә. □ Пещера, грот. Мәғәрә ауыҙы. Ҙур мәғәрә. ■ [Йософ:] Гурстандар араһында куп иланым, дәртлеләрҙән дәртлеләргә куп йөрөнөм, мәғәрә-таш араһында ла ҡараным, арыҫландарҙы туҡтатып һораным имде. «Ҡисса-и Йософ». Шул мәғәрәнән йыраҡ тугел бейек тау өҫтөнә ултырып уйҙарға талған, ҡул ҡуйып ҡаш өҫтөнә. Ш. Бабич.
454