Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 57 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

л
Л [эл] (Р.: шестнадцатая буква башкирского алфавита; И.: the sixteen letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin on altıncı harfi)
Башҡорт алфавитының ун алтынсы хәрефе, ышҡыулы, тел эргәһе, тел алды — алғы аңҡау, сонор тартынҡыһы, [л] өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Л, бәләкәй — л формаһында яҙыла. □ Шестнадцатая буква башкирского алфавита. Л хәрефе талғын [л] онөн белдерә.
ЛА I (лә) (Р.: да; И.: and; T.: ile) терк.
1. һөйләмдәге тиң киҫәктәрҙе һәм һөйләмдәрҙе бер-береһенә теркәй. □ Союз соед. Да, и. ■ Ал мәк сәскәһендәй атты ла таң, алыҫтарға аҡты Дим менән. Р. Ғарипов. Алтынсәс юл ситендә ҡымшанмай баҫып торҙо ла, һыныҡ салғыһын иңенә һалып, һырғый ағаслыҡҡа инеп юғалды. К. Мәргән. • Беләм тип эш башла ла кәңәш ит бабайыңа. Мәҡәл.
2. Ҡабатланып йәки ҡушарлап килгән ике ҡылымды, исемде һ. б. теркәп, уларҙың мәғәнәләрен көсәйткән һүҙбәйләнештәр яһай. □ Союз соед. Да, и. Күршем маҡтана ла маҡтана, шапырына ла шапырына.
3. Эҙмә-эҙлекле эш-хәрәкәтте белдергән ике хәбәрҙе теркәй. □ Союз соед. Да, и, ведь, же. Яна ла һүнә. Ул килде лә китте. • Ҡайҙа барһаң да, бер ҡояш — таң ата ла кис була. Мәҡәл.
4. Үҙ-ара һөҙөмтәлелек, сәбәп, ҡаршылыҡ мөнәсәбәттәрендә булған ике һөйләмде теркәй. □ Союз против. Ведь, же, но. ■ Шәһиҙә әбей ҡунаҡҡа саҡырҙы ла, улар төнгә ҡалды. һ. Дәүләтшина.
ЛА II (лә) (Р: и, да; И.: and, also; T.: bile) киҫ.
1. Бер төшөнсәне бүтән тиң төшөнсәләрҙән айырып, баҫым яһай. □ И, да, же (акцентирует одно понятие, отделяя его от других равнозначных). ■ Әле яңы ғына өй-ҡура йүнәтеп, мәке тирәһенән уҙмаған Ҡара Йомағол, әлбиттә, беҙҙең һалҡын һыуыбыҙҙы ла уртлағаны юҡ. М. Кәрим. [Арыҫландың] ҡатыны ла тирмәләрҙе әҙерләп, өйҙәге барлыҡ зиннәттәрен йыйыштырып ҡуйған. Ғ. Ибраһимов.
2. Айырым төшөнсәне дөйөм хәлгә бәйләп, мәғәнәгә баҫым яһай. □ И, тоже, также (связывая понятие с общим положением, акцентирует значение). ■ Әлбиттә, эш шелтәлә лә, бер айлыҡ аҡсала ла түгел, улары онотолор. Р. Солтангәрәев.
3. Дөйөм хәлдән бүлеп, айырым бер шартҡа баҫым яһай. □ Хоть (акцентирует отдельное условие, отделяя его от общего положения). Кем булһа ла. Ҡасан булһа ла. Кисләтеп булһа ла кил.
4. Шарт мәғәнәһе биргән формалар менән берлектә кире һөйләм яһай. □ В сочетании с формами условного наклонения выражает уступительное значение. ■ Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел, һайраһа ла, туғайы киң түгел. Халыҡ йырынан. Ул [Дилә]үҙе бәләкәй булһа ла, Хаяттың эшләгән ғәҙелһеҙлеген яҡшы ан^ай. Һ. Дәүләтшина. • Алтын ерҙә ятһа ла серемәҫ. Әйтем.
5. Баҫым яһап, һүҙҙең лексик йәки грамматик мәғәнәһен көсәйтә. □ Даже, хоть (акцентируя слово, усиливает его лексическое или грамматическое значения). Та-
57