ЛАБАҘА
уышы ла сыҡмай. Ни уйлаһа ла ҡулынан килә. Саба ла һуң елдереп. ■ [Таңһылыу — ҡыҙҙарға:] Бынауҙарға һин арығаныңды ла әйтергә ярамай инде, гел шулай кирегә һаплап ултырырға бер нәмә табалар инде. М. Буранғолов. • Аҡ эт, ҡара эт — барыһы ла эт. Әйтем. Батырға ла ял кәрәк. Әйтем.
6. Ҡушма ҡылымдың ике компоненты араһында килеп, дөйөм мәғәнәне көсәйтә. □ Да, и (употребляясь между компонентами составного глагола, усиливает общее значение), һынды ла ҡуйҙы. Китте лә барҙы. Н Инде мин [Кендек] ой яғына ҡарарға ла ҡурҡам: бына ишек асылыр ҙа, унан Ҡара Йомағол өсөн ҡот осҡос бәлә килеп сығыр һымаҡ. М. Кәрим.
7. Төп ҡылым менән төрлө ярҙамлыҡ һүҙҙәр араһында килеп, мәғәнәгә йомшаҡлыҡ төҫмөрө бирә. □ Употребляясь между основным глаголом и вспомогательными словами, придаёт значению оттенок мягкости. Ҡайтып китмәй тор, әсәйемә ҡыйын була ла инде.
8. Йырҙарҙа тойғоно көсәйтеү һәм шиғыр үлсәмен теүәлләү өсөн ҡулланыла. □ В песнях употребляется для усиления эмоциональности и дополнения размера стиха. ■ Ҡара ла ғына дуға, ҡара юрға, ҡара урманды нисек үтергә? Халыҡ йырынан.
ЛАБАҘА [рус. лебеда] (Р.: лебеда; И.: orach; T: karapazi) и. бот. диал.
Сыбар япраҡлы, тарбаҡ һабаҡлы, ваҡ йылтыр орлоҡло сүп үләне; алабута. □ Лебеда. / Лебедовый (лат. Atriplex). Баҡсаны лабаҙанан таҙартыу. Лабаҙа орлоғо. Лабаҙа утау.
ЛАБАЗ [рус.] (Р.: лабаз; И.: grain merchant’s shop; T: ambar) и. диал.
Иген, он һаҡлай торған урын. □ Лабаз, лавка. Лабазға иген тултырыу. Буш лабаз.
ЛА БАҺА (Р: же, ведь; И.: indeed; sure; T: ya) киҫ.
Әйтелгән фекерҙе нығыта. □ Част. усил. Же, ведь. ■ [Алтынбай:] Бэй, белмәй ҙә ултырам, бында ысын ҡурайсы ултыра ла баһа. Бына ике йәш кеше, берегеҙ ҡурай тартыр, берегеҙ йырларһығыҙ. Мә, әйҙә тарт. М. Буранғолов. Һай, донъяһы, хәтәр
һелкетеп алды ла баһа Азаматты! Р. Сол-тангәрәев.
ЛАБАҺА киҫ. ҡар. ла баһа. ■ Юламан ҡарт табыныу дәрәжәһенә етеп яратты лабаһа ошо оло диңгеҙҙе. 3. Биишева. «Беҙ эшләгәндә, Зөләйхә тәҙрәнән ҡарап торҙо лабаһа!» — тип асыуланды Фатима. Ә. Бикчәнтәев. «Атаҡ, Сөнәғәтулла лабаһа был!» — тине Сәлиха, энеһен күреүгә шатланыпмы, уны йәлләпме, илап алды. Ж. Кейекбаев.
ЛАБИАЛИЗАЦИЯ [рус. < лат. labium ‘ирен’] (Р.: лабиализация; И.: labialization; Т.: dudak sesi hâline gelme) и. лингв.
Айырым өндәрҙең ирендәр ҡатнашлығында әйтелеше, иренләшеүе. □ Лабиализация. Һуҙынҡыларҙың лабиализацияһы.
ЛАБИАЛИЗАЦИЯЛАНЫУ (лабиализациялап-) ҡ. лингв, ҡар. лабиалләшеү. Ла-биализацияланыу күренешен тикшереү.
ЛАБИАЛИЗАЦИЯЛАУ (лабиализацияла-) ҡ. лингв, ҡар. лабиалләштереү. Өндәрҙе лабиализациялау.
ЛАБИАЛЛӘШЕҮ (лабиалләш-) (Р: лабиализоваться; И.: labialize; T.: dudaksıllaşmak) ҡ. лингв.
Ирендәр ҡатнашлығында әйтелеү (телдәге ҡайһы бер өнгә ҡарата), иренләшеү. □ Лабиализоваться, лабиализироваться. Лабиалләшеү күренеше.
ЛАБИАЛЛӘШТЕРЕҮ (лабиалләштер-) (Р: лабиализовать; И.: labialize; T.: dudaksıllaştırmak) ҡ.
Өндәрҙе әйткәндә ирендәрҙең актив ҡатнашыуы ярҙамында ирендәрҙе бөрөштөрөп әйтеү. □ Лабиализовать. Дим буйы, төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттары [а] өнөн һүҙ башында лабиалләштерә.
ЛАБИАЛЬ [рус. < лат. labialis] (Р: лабиальный; И.: labial; T.: dudaksıl) с. лингв.
Ирендәрҙең актив ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә яһалған; иренләшкән. □ Лабиальный. Лабиаль өндәр.
ЛАБИЛЛЕК (лабиллеге) [рус. < лат. labilis] (Р: лабильность; И.: lability; T.: değişmeye meyillilik) и. мед.
Ҡуҙғыу күренешен тәшкил иткән физиологик процестарҙың теремеклеге, тиҙ үҙгә
58