Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 59 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАБОРАТОР
реүсән булыуы. □ Лабильность. Нервы күҙәнәктәренең лабиллеге.
ЛАБИЛЬ [рус. < лат. labilis] (Р.: лабильный; И.: unstable; T: değişmeye meyilli) с. мед.
Тотороҡһоҙ; үҙгәреүсән. □ Лабильный. Лабиль хәлдән сығыу.
ЛАБИРИНТ [рус. < гр. labyrinthus] (Р: лабиринт; И.: labyrinth; T.: labirent) и.
1. тар. Боронғо Грецияла, Мысырҙа ҡатмарлы, күп бүлмәле һәм борма-борма коридорлы ҡоролма, бина, һарай. □ Лабиринт. Крит лабиринты.
2. Скандинавия илдәрендә сакраль, изге табыныу ҡоролмалары. □ Лабиринт.
3. Ҡатмарлы, буталсыҡ төҙөлөшлө һәр бер нәмә. □ Лабиринт (о сложном, запутанном расположении, сочетании чего-л.). Тауҙар лабиринты. И Бүреләр тар, ҡатмарлы лабиринтта ҡапҡанға эләгә, улай ҙа иреккә килеп сыҡҡан состарын дүрт тарафтан мылтыҡ сәпкә алып тора. Г. Яҡупова. Крепостың эске өлошо лабиринттар һәм балсыҡ ҡоролмалар менән сыбарланып бөткәйне. Я. Хамматов.
4. күсм. Аңлайышһыҙ, осона сыҡҡыһыҙ нәмә. □ Лабиринт (непонятное, неясное что-л.). Уйҙар лабиринты.
5. анат. Ҡолаҡтың эске өлөшө. □ Лабиринт (внутренняя часть уха). Ярылы лабиринт. Һөйәк лабиринты.
6. Балалар уйынының исеме. □ Лабиринт (название детской игры). Аҙна һайын ҡустым менән лабиринт уйыны уйнайбыҙ. Лабиринт уйынын балалар мауығып уйнай.
ЛАБИРИНТИТ [рус. < гр. labyrinthos] (Р.: лабиринтит; И.: labyrinthitis; T: labirent iltihabı) и. мед.
Эске ҡолаҡтың шешеүе. □ Лабиринтит. Лабиринтит ауырыуы. Лабиринтит ауырыуын дауалау.
ЛАБИРИНТЛЫ БАЛЫҠ (Р., рыбы лабиринтовые; И.: climbing perches; T.: labirentli balıklar) и. зоол.
Айғолаҡтары өҫтөндә айырым ағзалары булған, шул ағзалар арҡаһында оҙаҡ ваҡыт һыуһыҙ йәшәй ала йәки ләмгә күмелеп йоҡоға тала ала торған балыҡ. □ Рыбы лабиринтовые (лат. Anabantoidei). Лаби
ринтлы балыҡтар донъяһы. Лабиринтлы балыҡтарҙы өйрәнеү.
ЛАБИРИНТОПАТИЯ [рус. < гр. labyrinthos + pathos ‘ауырыу’] (Р: лабиринтопа-тия; И.: labyrinthopathy; T.: labirent iltihabı) и. мед.
Эске ҡолаҡтың бер төркөм ауырыуҙарының дөйөмләштерелгән исеме. □ Лабирин-топатия. Лабиринтопатия ауырыуҙары.
ЛАБОРАНТ(КА) [рус. < лат. laborant] (Р: лаборант; И.: laboratory assistant; T.: laborant) и.
1. Ғилми ойошмаларҙағы һәм лаборато-рияларҙағы ғилми-техник хеҙмәткәр. □ Лаборант. Лаборант ҡыҙ. Лаборант вазифаһы. Врач-лаборант. ■ [Зиннур Ураҡсин] ябай лаборанттан институт директоры вазифаһына тиклем үрләне. И. Ғәләүетдинов. Уның [Нурисламдың] башын әйләндергән егерме ос-егерме дүрт йәштәрҙәге Мәҙинә Мансурова Көнсығыш телдәре институтында лаборант булып эшләй ине. Ә. Хәкимов.
2. Студенттар, уҡыусылар лабораторияла эшләһен өсөн приборҙар, препараттар һ. б. әҙерләп торған хеҙмәткәр. □ Лаборант (сотрудник, который готовит приборы и препараты студентам, учащимся для работы в лаборатории). Кафедра лаборанты. Физика кабинеты лаборанты. ■ [Рәмзиә — Усманға:] Миңә эшкә урынлашырға кәрәк. Һеҙҙең кафедрала лаборант урыны буш тип ишеткәйнем. Н. Ғәйетбаев.
ЛАБОРАНТЛЫҠ (лаборантлығы) (Р: лаборантство; И.: labman’s office; T.: laborant vazifesi) и.
Лаборант хеҙмәте, лаборант вазифаһы.
□ Лаборантство. Лаборантлыҡ вазифаһын башҡарыу.
ЛАБОРАТОР (Р: лабораторный; И.: laboratory; T.: laboratuvar) с.
1. Лабораторияла башҡарыла торған.
□ Лабораторный. Лаборатор анализ. Лаборатор тикшереүҙәр. Лаборатор эштәр.
2. Дөйөм белем биреүсе урта, махсус һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыусыларҙың теоретик белемен тәрәнәйтеү, нығытыу һәм үҙ аллы тәжрибәләр эшләү күнекмәләрен үҫтереү маҡсатында үткәрелгән ғәмәли эш
59