Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 62 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАВР ВЕНОГЫ
тарихи-кулътура ҡомартҡыһы Киев-Печё-ралавраһында булмай китмәй. Ғ. Рамазанов.
ЛАВР ВЕНОГЫ (Р: лавровый венок; И.: laureate wreath; T.: defne çelenk) и.
Еңеү, триумф символын кәүҙәләндергән лавр япрағынан эшләнгән венок (боронғо гректарҙа һәм римдарҙа бындай венок менән төрлө ярыштарҙа — диск ырғытыу, йугереу, шиғыр һөйләу, ораторлыҡ итеу, музыка уйнауҙа һ. б. еңгән кешене буләк-ләгәндәр). □ Лавровый венок (венок из ветвей лаврового дерева как символ победы, славы, награды). ■ Берәуҙәр көнө-төнө халыҡҡа ярҙам итә, баш баҫып фәнгә эшләй, уны куреусе лә юҡ, икенселәр әҙер данды булешә, муйынына лавр веногы тағып йөрөй. Д. Бүләков.
ЛАВРҘАР и. бот. ҡар. лавр һымаҡтар.
■ Камфара ағасы лаврҙар ғаиләһенә ҡарай. Интернет селтәренән.
ЛАВР МАЙЫ (Р.: лавровое масло; И.: laurel oil; T.: defne yağı) и. мед.
Лавр емешенән алынған май. □ Лавровое масло. ■ Лавр майы төрлө микробтарҙан һаҡлай. Интернет селтәренән.
ЛАВРОСЕЙӘ и. бот. ҡар. дәфнә. Лавро-сейә тамсылары. Лавросейә менән дауаланыу.
ЛАВР ҺЫМАҠТАР (Р: семейство лавровых; И.: Lauraceae; T.: defne) и. бот.
Мәңге йәшел көньяҡ ағастар ғаиләһенең (лавр, камфара ағасы, авокадо һ. б.) атамаһы. □ Семейство лавровых. Лавр һымаҡтар тамыры.
ЛАВР ЯПРАҒЫ (Р: лавровый лист; И.: bay leaf; T.: defne yaprağı) и.
Лаврҙың ашҡа һалыу йәки маринад яһар өсөн әҙерләнгән ҡоро япрағы. □ Лавровый лист. ■ Аш-Һыуға оҫта Гөлғәйшәнең һыйҙары һәр саҡ мул булды. Ҡара борос тиһеңме, лавр япрағы тиһеңме, хуш еҫле муйыл оно тиһеңме — аштарына тәм өҫтәне. М. Кәрим. Итте айырып алғас, һурпаға туралған картуф, кәбеҫтә, лавр япрағы һалып бешерәләр, тоҙ һалалар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2012.
ЛАВСАН [рус.] (Р.: лавсан; И.: lavsan; Т.: lavsan (bir tür sentetik kumaş) и.
1. Нефттән эшкәртеп алынған синтетик еп төрө. □ Лавсан (вид синтетического волокна, получаемого из продуктов переработки нефти). Кара лавсан. Лавсан ебе. ■ Куп ҡулланыла торған тағы бер исем бар: лавсан. Ул да нейлон, кашмилон, поролон кеуек. Картотека фондынан.
2. Шул ептән һуғылған туҡыма. □ Лавсан. / Лавсановый. Лавсан туҡыма. Лавсан костюм. ■ Көрән лавсан кулдәк кейгән ҡатын, ултырырға урын таба алмағас, бер ситкә барып баҫты. Картотека фондынан. Ҡарт тигәнем өҫтөнә шаҡмаҡлы лавсан костюм кейеп алған, тулы аҡ йөҙлө, мыҡты кәу-ҙәле бер ир ине. М. Садыҡова.
ЛАВСАНЛЫ (Р: лавсановый; И.: lavsan; T.: lavsanh) с.
Лавсан ҡушылған: □ Лавсановый. Лавсанлы йөн туҡыманан костюм.
ЛАГ [рус. < гол. log] (Р: лаг; И.: log; indicator; T.: parekete) и. диңг.
1. Караптың йөрөш тиҙлеген үлсәй торған прибор. □ Лаг (прибор для определения скорости хода судна). Лаг ташлау. Әйләнмәле лаг. Гидравлик лаг.
2. Карап борты. □ Борт корабля. Лагты тикшереу.
ЛАГЕРЬ [рус. < нем. Lager] (Р: лагерь; И.: camp; encampment; T.: kamp) и.
1. Ваҡытлыса йәшәгән урын; тораҡ. □ Лагерь (временная стоянка за пределами населённых пунктов). Лагерҙа ял итеу. Туристар лагеры. Һауыҡтырыу лагеры. ■ Артына ла әйләнеп ҡарамайынса, ул [Саҙрый] юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән туп-тура йәйге лагерь торған урынға атланы. А. Абдуллин. Бына ул [Хәйрулла]ап-асыҡ курә:лагерь ситендәге вагончик сатырлап яна. Д. Бүләков.
2. хәрби. Ғәскәрҙең ҡырҙағы ваҡытлы торағы. □ Лагерь (временная стоянка войска). Хәрби лагерь. Лагерҙа ятыу. Н [Бәкер:] Мин лазареттан ҡайтҡансы, полк ҡала ситенә, туңәрәк урынға лагерға сыҡҡан. А. Таһиров. Ул [Вәхит], йәй көнөндә лагерға сыҡҡанда, ҙур туптарҙы куреп, «Кита-бөлжиһад»ты уҡыған ваҡыттағы «мәнжә-ник»тәрҙе, кафырҙарға ҡаршы һуғышырға өйрәнеуҙәрен куҙ алдына килтереп, тор-
62