ЛАВРА
1. Ер өҫтөнә вулкан урғылғанда сыҡҡан утлы шыйыҡ минераль матдә ташҡыны.
□ Лава (расплавленная минеральная масса, извергаемая вулканом на земную поверхность). Лава атылыу. Лава ағымы. Лава куле. Лава урғылышы. ■ Б ик юғары температура лаваны иретеп, таш ҡапсыҡ хасил була, саркофаг тип атала ул. Д. Бүләков. Дәу вулкан, бынан өс миллион йылдар элек урғылып, лавалары менән тирә-йунде шулай сыбарлаған. «Ағиҙел», № 9, 2009. [Корнышев] ғәҙелһеҙлеккә вулкан лаваһы булып атылырға әҙер. С. Поварисов.
2. кусм. Күңелдән тышҡа бөркөлгән хис-тойғо. □ Лава (чувства, эмоции, исходящие от сердца). ■ [Лоҡман менән Луиза] бер-береһенец эсендә шатлыҡ лавалары ҡайнағанын ҡапма-ҡаршы типкән йөрәктәрҙә һәм йөҙҙәрендә ярылған шатлыҡ һыҙыҡтары арҡылы ғына анранылар. И. На-сыри.
ЛАВАII [рус. < ит. lava] (Р.: лава; И.: face; T.: galeri ucu) и. may.
Күмер ҡатламын йәки башҡа файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡаҙып сығара торған оҙон забой теҙеме. □ Лава (забой большой протяжённости для разработки угольного пласта). ■ Лаваға ингәс, нишләптер лампалар һунде. Ә. Бикчәнтәев.
ЛАВА III [рус.] (Р.: лава; И.: front; T.: atlı hücüm) и.
1. хәрби. Атлы ғәскәрҙең дошманды ҡамау өсөн теҙелгән тәртибе һәм шул тәртиптә теҙелгән ғәскәр төркөмө; сабауыл.
□ Лава. Дошман лаваһы. Эскадрон лаваһы.
2. кусм. кар. лавина 2. ■ Ҡыҙыл байраҡлы миллионлаған халыҡ лаваһы бөтә донъяны яңғыратып уроланы, тауҙар тетрәп, урман, туғайҙар ҡалтыранды. А. Таһиров.
ЛАВАНДА [рус. < лат. lavandula] (Р: лаванда; И.: heartsease; T.: lavanta) и. бот.
Оҙон нәҙек һабаҡлы, күк, зәңгәр, шәмәхә төҫөндәге хуш еҫле, ваҡ сәскәле мәңге йәшел ҡыуаҡ йәки үҫемлек. □ Лаванда (лат. Lavandula). Лаванда еҫе. Лаванда сәскәһе. Лаванда майы парфюмерияла ҡулланыла.
ЛАВИНА [рус. < нем. Lawine] (Р: лавина; И.: avalanche; T.: çığ) и.
1. Тауҙарҙан ишелеп төшә торған ҡар көртө йә боҙ өйөмө; ҡорон. □ Лавина (масса снега, падающая или соскальзывающая со склонов гор).
2. кусм. Күпләп һәм көс менән хәрәкәт итеү күренеше. □ Лавина (неудержимо движущаяся масса людей, животных и т. д.).
ЛАВКА [рус.] (Р: лавка; И.: dolly-shop; Т: dükkân) и. иҫк.
ҘУР булмаған магазин; кибет. □ Лавка. Лавкаға барыу. Кооператив лавка. Лавканан тауар алыу. Лавкаға тауар килтереу. ■ Йортҡа инә торған лавка ишегенән Ғариф куренде. Ғ. Хәйри. Сергей совхоз лавкаһына юл тотто. И. Абдуллин. Ниғмәтулла, таштан бурап, тимер ишекле, тимер башлы, тәҙрәләре тимер ҡапҡас менән бикләнә торған лавка асты. Я. Хамматов.
ЛАВКАСЫ (Р: лавочник; И.: shopkeeper; T: dükkâncı) и. иҫк.
1. Лавка тоткан кеше, лавка хужаһы. □ Владелец лавки, хозяин ларька. Лавкасы булыу. Лавкасы мөлкәте. Ж Колхозлашыуҙан өс йыл әуәл әле ауыл йыйылышы лавкасы Мөхтәйҙе, кулак яһап, илдән ҡыуырға ҡарар сығарҙы. М. Кәрим. Тик ауылдың бер нисә ағас йортлолары, лавкасы кулактары ғына, байтаҡ яланда берәр тәкә һуйып, өмә итеп, байтаҡ кәбәндәр ҡойҙороп ҡуйғандар. һ. Дәүләтшина.
2. Лавкала һатыу иткән кеше. □ Продавец в лавке. И [Насип] бер ай самаһы ауылда йөрөнө лә, ҡара тройка костюмын лавкасы Зәйнушкә ярты хаҡына һатып, кире Урта Азияға китте. М. Кәрим.
ЛАВР [рус. < лат. laurus] (Р.: лавр; И.: laurel; T: defne) и. бот.
Япрағы тәмләткес итеп ашҡа һалына торған хуш еҫле мәңге йәшел көньяҡ ағасы йәки ҡыуағы; дәфнә ағасы. □ Лавр. / Лавровый (лат. Loaurus). Лавр таҡыя. Лавр япрағы. Лавр сауҡалығы.
ЛАВРА [рус. < гр. laura] (Р: лавра; И.: monastery; T: büyük manastır; laura) и.
Әһәмиәте һәм ҙурлығы менән билдәле булған ирҙәр монастыры исеме. □ Лавра. Александр Невский лавраһы. Троицк-Сергиев лавраһы. ■ Киевка килгән кеше бындағы
61