ЛАҒЫР-ЛОҒОР
ЛАҒЫР-ЛОҒОР II (Р.: название детской игры; И.: name of children’s play; T.: çocuklar oyunu) и. этн. диал.
Балалар уйыны (тубыҡ сәнсеп түңәрәкләп ултыралар; араларынан берәү уртала ултыра, уның арҡаһына берәү ишелгән таҫтамал менән һуға ла таҫтамалды тубыҡ аҫтынан оҙаталар. Урталағыһы һуғыусыны табырға тейеш). □ Название детской игры (дети садятся вокруг одного ребёнка, кто-то из них хлопает его полотенцем по спине, а он должен угадать, кто это сделал). Ҡыҙҙар лағыр-лоғор уйыны уйнаны.
ЛАҒЫР-ЛОҒОР ИТЕҮ (лағыр-лоғор ит-) к. ҡар. лағырлау. Лағыр-лоғор итеүҙәре ишетелә.
ЛАҒЫРЛЫҒЫ СЫҒЫУ (лағырлығы сыҡ-) (Р.: беспрестанно тараторить; И.: chatter; incessantly; T.: dırdır çalmak) ҡ.
Туҡтауһыҙ күп һөйләү. □ Беспрестанно тараторить. Төнө буйы тегеләр лағырлығы сыҡты.
ЛАД [рус.] (Р: лад; И.: fret; modus; T.: makam) и. муз.
1. Тауышты билдәле тәртиптә төҙөү ысулы, өн һәм яңғыраштың килешле ярашыуы; музыка әҫәренең төҙөлөшө. □ Лад. ■ Хәҙерге ваҡытта музыка сәнғәтендә өҫтөнлөк иткән мажор һәм минор ладтарынан башҡа төрлө халыҡ йырҙарында осраған ладтар ҙа йәшәп килә. Ғ. Сөләймәнов.
2. Ҡыллы инструменттар грифындағы арҡыры бүлкәләр. □ Лад (поперечное деление на грифе струнных инструментов).
3. Гармун, тынлы музыка ҡоралдарының баҫмаҡтары. □ Лады (клавиши гармони, духовых инструментов).
ЛАДАН [рус. < гр. ladanon ‘еҫле ыҫмала’] (Р: ладан; И.: incense; frankincense; T: buhur) и.
Сиркәүҙә ғибәҙәт ҡылғанда төтәтеү өсөн ҡулланылған хуш еҫле ыҫмала. □ Ладан. Ладан еҫе. Ладан еҫкәү.
ЛАДАНКА [рус.] (Р: ладанка; И.: sweetbag; T: muska; nazarlık) и. дини.
Эсенә ладан һалынған бәләкәй тоҡсай; бетеү. □ Ладанка. Ладанка йөрөтөү.
ЛАДЬЯ I [рус.] (Р: ладья; И.: rook; T: kale) и. шахм.
Манараға оҡшатып эшләнгән шахмат фигураһы; тура. □ Ладья. Ладья менән йөрөү. Ладья менән һаҡланыу.
ЛАДЬЯ II [рус.] и. ҡар. ҡайыҡ 1.
ЛАЖ [рус. < фр. l'agio] (Р: лаж; И.: exchange premium; T.: acyo, para farkı) и. фин.
1. Алтындың баҙар хаҡы уның номиналынан юғарылығы. □ Лаж. Лаж күрһәткесе.
2. Акция, облигация кеүек ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың, элекке ҡиммәте менән сағыштырғанда, курсы күтәрелеүе. □ Лаж (отклонение в сторону рыночного курса денежных знаков, векселей и других ценных бумаг от их нарицательной стоимости). Лаж һөҙөмтәһе.
ЛАЖАҠ (л аж ағы) (Р: многорамный улей; И.: multi-frame beehive; T.: arı kovanı) и. умарт. диал.
Егерме дүрт рамлы йәшник умарта.
□ Многорамный улей. Лажаҡ эшләү. Лажаҡ ултыртыу.
ЛАЖБАЙЫУ (лажбай-, лажбая) (Р: плакать без повода; И.: weep for no reason; T.: nedensiz ağlamak) ҡ. диал.
Бер ҙә юҡҡа илау; илаҡланыу. □ Плакать без повода. Лажбайып тороу. Лажба-йып тик йөрөү. Бер туҡтауһыҙ лажбайыу.
ЛАЖЫУ (Р: низина; И.: lowland; T.: ingin yer) и. диал.
Соҡорланып торған киң түбән ер; уйһыу.
□ Низина. / Низинный. Лажыуға етеү. Ла-жыуҙа еләк йыйыу. М Лажыуҙа бесән шәп үҫкән быйыл. Экспедиция материалдарынан.
ЛАЗ (Р: лазы; И.: the Laz; T.: Lazlar) и. этн.
Кавказда, Төркиәнең Ҡара диңгеҙ буйында йәшәүсе халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Лазы. Лаз теле грузин теленә яҡын.
ЛАЗАРЕТ [рус. < фр. lazaret] (Р: лазарет; И.: infirmary; T.: revir) и. хәрби.
Ғәскәри часть эргәһендәге махсуслашмаған, ҡыҫҡа ваҡыт өсөн тәғәйенләнгән ҙур булмаған дауахана. □ Лазарет. / Лазаретный. Полк лазареты. Гарнизон лазареты.
64