ЛАЙКА
Лазарет карауаты. Лазарет хеҙмәткәре. Лазаретта ятыусылар. ■ Яралылар лазареттарға оҙатылдылар. Ғ. Ибраһимов. Ике йылдан ашыу окоптарҙа аунаған, нисәмә әҙәм ултергән, лазареттарҙа хисапһыҙ яфалар сиккән һалдатта шәфҡәтһеҙлек шайтаны уянды. М. Кәрим. Улар [Айһылыу менән Иштуған] лазаретҡа барып еткәндә, көн кисләп килә ине. 3. Биишева.
ЛАЗЕР [рус. < ингл. laser] (Р.: лазер; И.: lazer; T.: lazer) и.
Тулҡыны билдәле бер оҙонлоҡта булған, бик нәҙек, көслө нур сығанағы. □ Лазер. / Лазерный. Лазер менән дауалау. Лазер хирургияһы. ■ Санитар, сугә биреп, стенаға һыйынды, ҡуйынынан лазер пистолеты килтереп сығарҙы. Н. Ғәйетбаев. Хәҙерге техниканың иң ҙур ҡаҙаныштарынан һаналған лазерҙың барлыҡҡа килтереләсәген А. Толстой уҙенең «Инженер Гариндың гиперболоиды» әҫәрендә алдан әйтеп бирҙе. К. Әхмәтйәнов.
ЛАЗЫМ [ғәр. fjtf] (Р.: нужный; И.: necessary; needful; T.: lâzım) c. иҫк.
Кәрәк(ле), тейеш(ле). □ Нужный, необходимый. Лазым һанау. ■ Маҡтанмағыҙ кейем менән атығыҙға, шуны уйлағыҙ — ни лазым затығыҙға. М. Аҡмулла. Мосолманға самаһыҙ гонаһтарға батмай уҙен әхирәткә әҙерләу лазым. Ғ. Хөсәйенов. [Бикмәт:] Әхирәт өсөн — яңғыҙ дин ғилеме, донъя тормошо өсөн дин һәм донъя ғилемен белмәк ла-зымдыр. Р. Фәхретдинов. • Ғәрәп теле ғәрәпкә лазым. Мәҡәл.
ЛАЗЫМЛАНЫУ (лазымлан-) ҡ. иҫк. тош. ҡар. лазымлау. страд, от лазымлау. ■ Грозный тарафынан лазымланған яһаҡ .. баян ҡылына. Башҡорт шәжәрәләренән.
ЛАЗЫМЛАУ (лазымла-) (Р: считать нужным; И.: deem necessary; T: lüzumlu saymak) ҡ. иҫк.
Тейешле, мотлаҡ итеү. □ Считать нужным, необходимым. ■ Ҡонкас сәсән йә һамаҡларға тотона, йә лазымлап әйтем әйтә. Ғ. Ибраһимов.
ЛАИҠӘТ [ғәр. <^V] (Р: соответствие; И.: correspondence; T: liyâkat) и. иҫк. кит.
Тейешлек, яраҡлыҡ. □ Соответствие. Лаи-ҡәтен тикшереу.
ЛАИХӘ [ғәр. (Р: предложенный проект; И.: project offered; T: lâyiha) и. иҫк. кит.
Тәҡдим ителгән проект. □ Предложенный проект. Хәреф вә имлә лаихәһе. Яңы лаи-хәне өйрәнеу.
ЛАЙ I (Р: ил; И.: silt; T.: çamur) и.
1. һыу төбөндәге шыйыҡ мәте; ләм.
□ Ил; тина. Йылға төбө лай менән ҡапланған. Лай ҡатламы.
2. диал. Саман өй һалғанда кирбестәрҙе йәбештереү өсөн шыйыҡланған балсыҡ; иҙмә. □ Глиняный раствор. Лай әҙерләу. Лай иҙеу. ■ «Кирбес кәрәк, кирбес!» — «Лай бирегеҙ!» «Ҡустым, йәһәтерәк һыу сығар». Р. Бикбаев.
3. диал. Шифалы батҡаҡ. □ Лечебная грязь. Лай менән дауаланыу. Лайына куме-ләләр, шул килешә тәнгә. ■ Урман бабай тирәктең яраһына ла лай яба һәм, арбанан бау алып, сырмап бәйләп ҡуя. Й. Солтанов.
ЛАЙ II (Р: улотрикс; И.: ulothrix; T: su yosunu) и. бот. диал.
Йәшел ылымыҡтарҙың бер төрө; тәлмәрйен ебәге. □ Улотрикс (лат. Ulothrix). Лай ҡаплау.
ЛАЙ III (Р: лад; И.: way; T: zaman) и. диал.
Нимәлер башҡарырға уңайлы мәл; яй.
□ Лад. Үҙеңдең лайыңа ҡара.
ЛАЙҒЫ (Р: лавина; И.: landslide; T: çığ) и. диал.
Яҙ көнө тау башынан шыуған ҡар; ҡорон.
□ Лавина. ■ Ҡар куп йылды мартта лайғы шыуып, ҡоралайҙар һәләк була. Картотека фондынан.
ЛАЙКА I [рус.] (Р: лайка; И.: husky; Т: layka; Sibirya köpeği) и.
Һунар эте тоҡомо; эләксен. □ Лайка (порода собак). Себер лайкаһы. Лайка тотоу. ■ Араларынан тик берәуһе генэ лайка тоҡомонан, ә ҡалғандар ябай «дворняжка» эттәр була. «Йәшлек», 14 март 2010.
ЛАЙКА II [рус.] (Р: лайка; И.: chevrett; T: yumuşak deri) и.
Махсус юл менән кәзә-һарыҡ тиреһенән эшләнгән йомшаҡ күн. □ Лайка (вид мягкой
3-1.0062.14
65