ЛАЙҠАТЛЫ
кожи). /Лайковый. Лайканан куртка тек-тереу. Лайка бирсәткә.
ЛАЙҠАТЛЫ (Р.: приветливый; И.: affable; T.: güleryüzlü) с. диол.
1. Алсаҡ, йомшаҡ һүҙле; яғымлы. □ Приветливый, радушный. Биклайҡатлы кеше.
2. Ҡаршылашмай риза булып тороусан; ыңғай. □ Положительный (о характере человека). Лайҡатлы хужа.
3. Эш-хәл өсөн яйлы; уңайлы. □ Удобный, подходящий. Лайҡатлы урын. Лайҡатлы шарттар.
ЛАЙЛА (Р.: слизь; И.: mucus; T.: sümüksü madde) и.
1. Күп күҙәнәкле организмдарҙан бүленеп сыҡҡан, һуҙылып торған масса. □ Слизь. / Слизистый. ■ Гастритты булдырмау өсөн билдәләнгән бер ваҡытта туҡланыу, ашыҡмай сәйнәп ашау, ашҡаҙандың лайла ҡатламына зарар килтерерҙәй .. ризыҡтарҙан баш тартыу йәки кулә-мен кәметеу зарур. «Башҡортостан ҡыҙы», №11, 2010. Танауынан аҡҡан ҡан ҡатыш лайлаһын да һөртмәй, уҙ алдына һөйләуен, һыҡтауын белә Харрас. С. Шәрипов.
2. диал. һыу төбөндә түшәлеп үҫкән, саң-һеркә ярҙамында үрсей торған үҫемлек; ылымыҡ. □ Водоросль. Һары лайла. Йәшел лайла. ■ Кул буйынан лайла еҫе аңҡый. Ж. Кейекбаев. Элек йәйҙәрен шау-гөр килеп торған Өстирәк ятыуы тынып ҡалған; ярҙарын ҡамыш баҫҡан, һыу төбөндәге таштары лайла менән ҡапланған. Экспедиция материалдарынан.
ЛАЙЛА БИҘҘӘРЕ (Р: слизистые железы; И.: mucus glands; T.: mukus bezleri) и. анат.
Организмда лайла ҡатламын бүлеп сығарыуға яуаплы орган. □ Слизистые железы. Лайла биҙҙәренең эшмәкәрлеге.
ЛАЙЛАЛАНЫУ (лайлалан-) (Р.: становиться скользким; И.: get slimy; T: sümük-lenmek, salyalanmak) ҡ.
1. Лайлалы булыу. □ Становиться скользким. Бәшмәк лайлаланып тора. Тоҙло кәбеҫтә лайлаланып киткән. ■ Баҫҡан һайын аяҡ тая ла ҡуя бит, йылғаның йәлпәк таштарын мук баҫып, лайлаланып бөткән. Д. Бүләков.
2. Лайлаға буялыу. □ Пачкаться слизью. Ҡул лайлаланды. ■ Малайҙар бер-береһенә ҡысҡырышалар, һыҙырған йукәләрен һөйрәтеп алып барып уләнгә киптерергә һалалар, унан йәнә йугерешеп кул эргәһенә киләләр, .. кулдәктәренең итәктәре, иҙеуҙәре лайлаланып бөткән. Ж. Кейекбаев. [Яралыларҙың] ҡулдары, йөҙҙәре лайлаланып ҡатҡан, куҙ-ҙәре эренләгән, яңаҡ һөйәктәре йәбешкән. А. Таһиров.
ЛАЙЛАЛАУ (лайлала-) (Р: покрыть слизью; И.: cover with mucus; T.: sümükle-mek) ҡ.
Лайлалы итеү; лайлаға буяу. □ Покрыть слизью; испачкать слизью. Лайлалап бөтөу. Балык ҡулымды лайлаланы.
ЛАЙЛАЛЫ (Р: слизистый; И.: slimy; T: sümüklü) с.
1. Лайла менән ҡапланған. □ Слизистый. Лайлалы таш. ■ Лайлалы, шылғаҡ тәнле, купте кургән йылға батшаһын эләк-тереуе анһат ту гел ине танауы еуеш малайға. Р. Ҡол-Дәүләт. Рәмзилдең ҡото алыныуҙан йәнә бер талпынып ҡысҡырыуы булды, аяҡтары әкрен генә лайлалы-мукле таш тупһа буйлап шыуышырға тотондо. Д. Бүләков.
2. Лайлаға буялған. □ Испачканный слизью. Лайлалы ҡул. Лайлалы кейем.
ЛАЙЛАЛЫ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: гриб слизистый; И.: slimy cortinarius; T.: bir tür mantar) и. бот.
Лайлаланып торған, аҡһыл ҡалпаҡлы бәшмәк. □ Гриб слизистый (лат. Cortinarius mucosus). Лайлалы бәшмәктәрҙе өйрәнеу. Лайлалы бәшмәк йыйыу.
ЛАЙЛАЛЫ ТИРЕСӘ (Р.: слизистая оболочка; И.: mucous membrane; T.: mukoza, sü-mükdoku) и. анат.
Кеше һәм умыртҡалы хайуандарҙың эске органдарын ҡаплап тороусы тоташтырғыс туҡыманың лайла менән еүешләнгән йоҡа ҡатламы. □ Слизистая оболочка. Лайлалы тиресәнең елһенеуе. ■ Гастрит — ашҡаҙандың лайлалы тиресәһенең зарарла-ныуы. «Башҡортостан ҡыҙы», № 11, 2010.
ЛАЙНЕР [рус. < ингл. liner] (Р: лайнер; И.: liner; T: büyük gemi) и.
66