Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 67 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАЙЫШ
1. Ҙур диңгеҙ карабы. □ Лайнер (большой корабль). Диңгеҙ лайнеры. Уңайлыҡтары булған лайнер. ■ Кәмәне курәһең дә инде, торғаны лайнер! Д. Бүләков.
2. Ҙур пассажир самолёты. □ Лайнер (большой пассажирский самолёт). Һауа лайнеры. Лайнер маршруты. ■ Шаһиттар әйтеуенсә, лайнер ҡолағандан һуң ут сыға, һәм ергә тугелгән яғыулыҡтан көслө янғын кутәрелә. «Йәшлек», 4 май 2011.
ЛАЙЫҠ |ғәр. (Р.: достойный; И.: worthy; T.: lâyık) с.
1. Ниндәйҙер талапҡа яуап бирерлек, тура килерлек; ярарлыҡ, ярашлы, торошло. □ Достойный, заслуживающий чего-л. Иғтибарға лайыҡ. Ихтирамға лайыҡ ветеран. Хөрмәткә лайыҡ ирҙәр. ■ Был ҡиммәтле, матур алмаз — фәҡәт ханға лайыҡ мал. М. Ғафури. Бигерәк тә барлыҡ йыландарҙың батшаһы булып иҫәпләнгән аҡ йылан хаҡындағы һәр төрлө юрау, легендалар ҙур иғтибарға лайыҡ. Ф. Нәҙершина.
2. Әҙәп-тәртипкә һыйған, ярашлы; килешле. □ Приемлемый, подходящий. Ку-ңелгә лайыҡ эштәр башҡарыу.
ЛАЙЫҠ БУЛЫУ (лайыҡ бул-) (Р.: быть достойным; И.: be worthy; T.: lâyık olmak) ҡ.
Ниндәйҙер талапҡа яуап биреү, шундай сифатҡа эйә булыу. □ Быть достойным. Маҡтауға лайыҡ булыу. Ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ булыу. ■ Бар ауырлыҡтарҙы сабырлыҡ менән еңеп, йырып сыҡҡандар ғына мораҙына ирешеп, хөрмәткә лайыҡ була.
3. Биишева. (Ҡыҙҙар] Өфө ҡалаһында төрлө уҡыу йорттары студенттары араһында «Урал еңел сәнәғәте» ойошторған .. мода кургәҙмәһендә «Себер һулышы» коллекцияһы менән өсөнсө урынға лайыҡ булалар. «Шоңҡар», № 1, 2011.
ЛАЙЫҠЛАУ ( лайыҡла-) (Р: делать приемлемым; И.: make affordable; T.: lâyık etmek) ҡ.
1. Ярашлы хәлгә килтереү. □ Делать приемлемым, подходящим.
2. Тура килтереү. □ Удостоить; приспособить кого, что к кому, чему. Лайыҡлап шиғыр яҙыу. ■ Лайыҡлап дәрәжәңә яҙҙым
сәләм, уҙебеҙ артыҡ батыр булмаһаҡ та. М. Аҡмулла.
ЛАЙЫҠЛЫ I (Р: достойный; И.: worthy; T: lâyık) с.
1. Лайыҡ булырлыҡ; лайыҡ. □ Достойный, заслуживающий чего-л. Лайыҡлы алмаш. Ихтирамға лайыҡлы кеше. ■ Улының лайыҡлы вариҫ булып етешеуенә ҡыуанып бөтә алмай Артём Дмитриевич. Н. Мусин. Уның [Закирҙың] бер-береһенән алыҫыраҡ урынлашҡан киренке ҙур ҡара куҙҙәре, танау аҫтында ике баҫым ғына ҡалдырып ҡырылған ҡара мыйығы, арыҡ аҡһыл йөҙө нисектер бик яғымлы ла, ышанырға лайыҡлы ла тойолдо. 3. Биишева. Алтмыш йәшең тулыр-тулмаҫтан турә абзыйҙар лайыҡлы ялға китергә көсләп димләй башлай. Ф. Хажиев.
2. Урынлы, яраҡлы; ярашлы, торошло. □ Приемлемый, подходящий. Лайыҡлы кандидат.
ЛАЙЫҠЛЫ II (Р.: достойно; И.: well-deserved; T.: lâyık) р.
Тейешле рәүештә, тейешенсә; нисек кәрәк шулай. □ Достойно, как следует. Лайыҡлы ҡаршылау. Лайыҡлы баһалау. ■ Әсәйҙәр байрамын лайыҡлы ҡаршыланыҡ. «Башҡортостан», 9 март 2011.
ЛАЙЫҠҺЫҘ (Р: недостойный; И.: unworthy; T: lâyık olmayan) с.
Ниндәйҙер талапҡа яуап бирмәгән; нимәгәлер ярарлыҡ, ярашлы, торошло түгел; лайыҡ түгел. □ Недостойный; неприемлемый. Иғтибарға лайыҡһыҙ факт. Лайыҡһыҙ әҙәм. Лайыҡһыҙ кандидат. ■ Перовский, һыбай барышлай, тирә-яғына ҡарана-ҡа-рана, иғтибарға лайыҡһыҙ тойолған һәр нәмәгә һоҡланды һәм ләззәтләнде. Я. Хамматов. Эш хаҡын Елена Малова етерлек кенә ту гел, уҡытыусы өсөн лайыҡһыҙ, тип билдәләне. «Йәшлек», 5 апрель 2011.
Л АЙЫ Л ДАУ (лайылда-) ҡ. диал. ҡар. лаҡылдау. Лайылдап тороу. Лайылдап китеп барыу.
ЛАЙЫШ (Р: кокетливый; И.: coquettish; T: cilveli) с. диал.
67