ЛАЙЫШЛАНЫУ
Артыҡ борғолана, һырғалана торған; ҡылансыҡ. □ Кокетливый, кривляющийся. Лайыш кеше. Лайыш ҡатын.
ЛАЙЫШЛАНЫУ (лайышлан-) (Р.: кокетничать; И.: flirt; dally; T.: cilvelenmek) ҡ. диал.
Артыҡ борғоланыу, ҡылансыҡланыу.
□ Кокетничать, кривляться. Лайышланып ултырыу.
ЛАК (лагы) [рус. < ит. lacca] (Р.: лак; И.: varnish; laquer; T.: vernik; lâka) и.
Ағас, тимер һ. б. нәмәләрҙе боҙолоуҙан һаҡлау, ялтыратыу өсөн тыш яҡтан буяй торған ыҫмала йәки синтетик матдәләр иретмәһе. □ Лак. / Лаковый. Төҫһөҙ лак. Лак һөртөлгән. Лак сәнәғәте. Иҙән лагы. Лак менән ҡаплау. ■ [Шәмси] аяғында лагы ялтырап торған шиблит, ҡулында ботаҡтары һындырылып ҡына ташланған, балта, бысҡы теймәгән таяҡ. Ғ. Хәйри.
ЛАКЕЙ [рус. < фр. laquais] (Р: лакей; И.: footman; lackey; T.: uşak) и. иҫк.
1. Алпауыт һәм байҙар көнкүрешендәге хеҙмәтсе, ялсы. □ Лакей (слуга). Лакей булып хеҙмәт итеу. ■ Шулай булһа ла, был повар, элекке һымаҡ уҡ, Айбулат, Вася йәки лакейҙарҙың ваҡытлы-ваҡытһыҙ кухняға иркенләп инеп йөрөуҙәренә асыулана торған булды. Һ. Дәүләтшина.
2. Ресторан, ҡунаҡханаларға килгән кешене ҡарап, тәрбиәләп йөрөгән хеҙмәтсе.
□ Лакей (служащий ресторана, гостиницы). ■ Лакей, управляющийҙың эргәһенә килеп, уның ҡолағына шыбырлап ҡына һыйҙың өҫтәлдә әҙер булыуын әйтте. Ж. Кейекбаев.
3. кусм. Кешегә ярап, кеше иркен үтәп йөрөгән кеше; ялағай. □ Подхалим, угодник, прислужник, подлиза. Лакейҙар ҡылығы. ■ Был малайҙан лакей тугел, көрәшсе сығасаҡ. С. Агиш.
ЛАКЕЙҘАРСА (Р: по-лакейски; И.: footman like; T.: uşakça) р.
1. Лакей кеүек, лакей һымаҡ. □ По-лакейски. Лакейҙарса кейенеу.
2. кусм. Кемгәлер яҡшы күренергә тырышып. □ Лакейски, рабски. ■ Шағирҙарҙың, шәйәт, шәп һөнәре — турәләргә тиреу мәҙ
хиә. Ярышышып бере-береһенән, лакейҙарса улар баш эйә. Й. Солтанов.
ЛАКЕЙЛЫҠ (лакейлығы) (Р: лакейство; И.: servility; T.: uşaklık) и.
1. Лакей, ялсы хеҙмәте. □ Лакейство. Лакейлыҡ хеҙмәте.
2. кусм. Кешегә ярап, кеше иркен үтәргә тырышыу хәле; ялағайлыҡ. □ Подхалимство. Лакейлыҡ курһәтеу.
ЛАКЛАНЫУ (лаклан-) ҡ. төш. ҡар. лаклау, страд, от лаклау. Лакланған иҙән. ■ [Егеттең] аяғында лакланған ботинка. С. Агиш.
ЛАКЛАТЫУ (лаклат-) ҡ. йөкм. ҡар. лаклау. понуд. от лаклау. Иҙәнде лаклатыу.
ЛАКЛАУ (лакла-) (Р: лакировать; И.: varnish; T.: verniklemek; lâka sürmek) ҡ.
Лак менән буяу, лак яғыу, лак һөртөү. □ Лакировать. // Лакировка, лакирование. Йорт йыһаздарын лаклау. Лаклау цехы.
ЛАКЛАУ ОҪТАҺЫ и. ҡар. лаклаусы. Лаклау оҫтаһынан лаклатыу. Лаклау оҫтаһынан өйрәнеу.
ЛАКЛАУСЫ (Р: лакировщик; И.: varnisher; T.: vernikçi) и.
Лак менән буяу, лак яғыу, лак һөртөү менән булышҡан кеше. □ Лакировщик. Лаклаусы булып эшләу. Лаклаусы һәнәрен уҙләштереу.
ЛАКЛЫ (Р: лакированный; И.: lacquered; T.: lâkah) с.
Лагы булған, лак яғылған, лак менән ҡапланған. □ Лакированный, лаковый. Лаклы иҙән. Лаклы шкаф. ■ [Рая — һатыусыға:] Һинең теге лаклы туфлиҙарың торамы әле? Р. Солтангәрәев. Әммә саманан тыш арттырып ебәреу һиҙелә: [актёрҙың] лаклы итеге артыҡ оҙон, теҙгә тиклем еткән. «Тамаша», № 1, 2009.
ЛАКМУС [рус. < гол. lakmoes} (Р: лакмус; И.: litmus; lacmus; T.: turnusol) и.
1. Кислота тәьҫирендә ҡыҙыл, һелте иретмәһендә күк төҫкә инә торған диңгеҙ мүгенән яһалған буяу. □ Лакмус. / Лакмусовый. Лакмус буяуы.
2. Ошо буяуҙың һыу менән ҡушылған, индикатор ролен үтәгән эретмәһе. □ Лак
68