Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 69 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

ЛАҠАБЫЙ
мус. Лакмус ҡулланыу. Лакмус менән тикшереү.
ЛАКМУС ҠАҒЫҘЫ (Р.: лакмусовая бумага; И.: litmus paper; T.: turnusol kağıdı) и.
Лакмус иретмәһе һеңдерелгән ҡағыҙ (һелтелә һәм кислотала реактив итеп ҡулланыла). □ Лакмусовая бумага. ■ Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ, ни яҙһаң, шул ҡала, бала зиһене — лакмус ҡағыҙы, ни һөйләһәләр, шул һеңә. М. Өмөтбаев.
ЛАКМУСЛЫ (Р.: лакмусовый; И.: litmus; T.: turnusol) с.
Лакмус иретмәһе һеңдерелгән. □ Лакмусовый. Лакмуслы ҡағыҙ. Лакмуслы реактив.
ЛАКОНИЗМ [рус. < гр. lakonismos] (Р: лаконизм; И.: laconic brevity; T.: lakonik) и.
Ҡыҫҡа һүҙ, һөйләм менән тәрән мәғәнә аңлатыу күренеше; ҡыҫҡалыҡ. □ Лаконизм. Мәҡәл, йомаҡтарға лаконизм хас.
ЛАКОНИК (Р: лаконичный; И.: laconic; T.: lakonik) с.
Йыйнаҡ, әҙ һүҙле, ҡыҫҡа. □ Лаконичный. Лаконик һөйләм. Лаконик телмәр.
ЛАКРИЦА [рус. < нем. Lacritze] (Р: лакрица; И.: liguorice; T: meyan) и. бот.
Татлы тамыр. □ Лакрица, солодка, лакричник (лат. Gly cyrrhiza glabra).
ЛАКТАЦИЯ [рус. < лат. lactatio] (Р: лактация; И.: lactation; T.: laktasyon) и. физиол.
Имеҙеүсе инә хайуандарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәрендә һөт барлыҡҡа килеүе һәм бүленеп сығыуы. □ Лактация. / Лактационный. Лактация осоро.
ЛАКТОБАЦИЛЛИН [рус. < лат. lac + bacillus] (Р: лактобацилл ин; И.: lactic acid bacillus product; T.: lactobacillus) и.
1. мед. һөттө әсетеп, уға дауалау үҙенсәлеге бирә торған махсус бактерия. □ Лак-гобациллин. Лактобациллин әҙерләү.
2. Шундай бактериялар ярҙамында әсетеп ойотолған һөт. □ Лактобациллин (простокваша). Лактобациллин яһау.
ЛАКТОЗА [рус. < лат. lactoza] (Р: лактоза; И.: lactose; T.: laktoz) и.
Һөттә була торған шәкәр, һөт шәкәре.
□ Лактоза. Лактоза кимәле.
ЛАКТОЗУРИЯ [рус. < лат. lactosuria] (Р: лактозурия; И.: lactosuria; T.: laktosüri) и. мед.
Лактозаның бәүел менән бүленеүе. □ Лактозурия. Лактозурия йыш ҡына ауырлы ҡатындарҙа күҙәтелә.
ЛАКТОМЕТР [рус. < лат. lac, lactis + гр. metreo] (P: лактометр; И.: lactometer; T.: sütölçer) и.
һөттәге һыуҙың һәм майҙың процентын билдәләү приборы. □ Лактометр. Лактометр менән һөттөң ҡуйылығын үлсәү.
ЛАКТОСКОП (лактоскобы) [рус. < лат. lac + skopeo] (P: лактоскоп; И.: lactoscope; T.: laktoskop) и.
Һөттөң ҡуйылығын билдәләй торған прибор. □ Лактоскоп. Лактоскоп һатып алыу.
ЛАКТОТЕРАПИЯ [рус. < лат. lac + therapeia] (Р: лактотерапия; И.: lactotherapy; T: süt ile tedavi etme) и. мед.
Һөт менән дауалау ысулы. □ Лактотерапия. Лактотерапияның үҙенсәлектәре.
ЛАКУНА [рус. < лат. lacuna] (Р: лакуна; И.: gap; lacuna; T.: boşluk) и.
1. физиол. Кеше һәм йәнлектәрҙә ике ағза араһындағы лимфа һәм гемолимфа менән тулған арауыҡ. □ Лакуна (промежуток между элементами ткани и органами, заполненный лимфой).
2. лингв. Текстың төшөп ҡалған буш урыны. □ Лакуна (пробел, пропуск в тексте). Лакуна булыу сәбәпле текст аңлашылып бөтмәй.
3. Белмәгән әлкә. □ Лакуна (белое пятно).
ЛАҠ (Р: лакцы; И.: the Lak; T: Laklar) u. этн.
Дағстанда йәшәүсе халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе (Кавказ-иберий телдәренең береһендә һөйләшә). □ Лакцы. / Лакский. Лаҡ халҡы. Лаҡ теле. Лаҡ кешеһе. К Лаҡ халҡының һаны 118 мең самаһы кеше. Интернет селтәренән.
ЛАҠАБЫЙ (Р: забавный; И.: jolly; Т.: maskara) с. диал.
Мәрәкә, ҡыҙыҡлы. □ Забавный, анекдотичный. Лаҡабый һүҙ.
69